Сыйырсыҡ (диалекттарҙа: сығырсыҡ, сирсыҡ) (рус. Скворцы лат. Sturnus) — ҡара төҫтәге ҙур булмаған һайрар ҡош.

Сыйырсыҡ
Ала сыйырсыҡ
Ала сыйырсыҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Sturnus (Linnaeus, 1758)

Биологик төрҙәре

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  179636
NCBI  9171
EOL  34816
Сыйырсыҡ балаһын ашата
Сыйырсыҡтың төрҙәре

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Сыйырсыҡтар бөтә кешегә лә билдәле, улар ғәҙәттә туп булып йөрөй. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы көслө:"ҡжжжҡ-ҡжжжҡ". Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшатып, матур итеп һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. ��ыйырсыҡ — нык матур ҡош... Уны бөтәһе лә ярата!

һайрауы

Ауыл һәм ҡалаларҙа. Һирәк ағаслы урмандар, балсыҡлы текә ҡабаҡтарҙа йәшәй.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.

Кеше яһаған ояларҙа һәм ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.