Чудновский Вадим Максович
Чудновский Вадим Максович (1 сентябрь 1958 йыл) — хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм тренеры. 2011—2018 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһы йыйылма командаһының хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса өлкән тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005).
Чудновский Вадим Максович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР Ҡаҙағстан |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
СССР Рәсәй Ҡаҙағстан |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Богородский городской округ[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тренер |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт физик культура академияһы[d] |
Спорт төрө | современное пятиборье[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВадим Максович Чудновский 1958 йылдың 1 сентябрендә Мәскәү өлкәһенең Богородский ҡала округы Электроугли ҡалаһында тыуған. Мәскәү өлкә дәүләт физик культура институтын (МОГИФК) тамамлай (1984), тренер-уҡытыусы. СССР-ҙың спорт мастеры (1978). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005). «Динамо» Үҙәк Советы беренселеге еңеүсеһе һәм призеры. 1978—1983 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының йыйылма командаһы ағзаһы.
1983 йылдан алып хәҙерге заман бишбәйгеһе һәм ат спорты буйынса Өфө ҡалаһының олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры булып эшләй. Бер нисә билдәле спортсы әҙерләй, шулар араһында — донъя һәм Европа чемпионы, Афинала олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004) Рөстәм Сабирхужин, РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы Сергей Петров, Рәсәй чемпионаттарында шәхси һәм команда беренселегендә күп тапҡыр еңеүсе Павел Ильяшенко. 1997—2000 йылдарҙа Евдокия Гречишникованың шәхси тренеры була.
2011 йылда үҙенең уҡыусылары Р. Сабирхужин һәм П. Ильяшенко менән бергә Ҡаҙағстанға күсеп китә. 2011—2018 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһы йыйылма командаһының хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса өлкән тренеры булып эшләй. Контракт тамамланғандан һуң Рәсәйгә ҡайта.
Әлеге ваҡытта «Башҡортостан Республикаһының ат спорты һәм хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе» дәүләт бюджет учреждениеһы директоры.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән (икенсе никах), өс балаһы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (Башҡортостан Республикаһы Президенты указы № УП-572 10.11.2004).
- Хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса спорт мастеры (1978).