Йосопов Тимербай Йосоп улы
Йосопов Тимербай Йосоп улы, Тимер Йосопов (31 май 1938 йыл — 16 март 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
Тимер Йосопов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Түбәнге Әбсәләм ауылы[1] |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Дебют: |
«Икмәк еҫе» (1968) |
Премиялары: | |
Наградалары: |
Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003) |
Биографияһы
үҙгәртергәТимербай Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм ауылында[1]) тыуған.
Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, буласаҡ шағир Ҡыйғы район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны 1967 йылда тамамлағандан һу��, Бөрйән районы Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта.
1968 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хеҙмәткәр, 1973—1977 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, 1983—1988 йылдарҙа ижади союздың идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1979 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү) тамамлай.
Ижады
үҙгәртергәТимер Йосопов шиғриәтендә быуындар күсәгилешлеге, заманалар берлеге сағыла.
Әүҙем ижад итеүе 20-се быуаттың 60-сы йылдарында башлана. 1968 йылда «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫтырыла. Был китабындағы шиғыр юлдары аша һуғыш ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан быуын вәкилдәренең әсе яҙмышын һүрәтләй.
1998 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылған «Беште ер еләккәйҙәре» китабы өсөн шағирға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
2003 йылда Тимер Йосоповҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әҙип оҙаҡ ауырығандан һуң 2016 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Хәтер
үҙгәртергә- 2019 йылдың сентябрендә Дыуан районының үҙәге Мәсәғүт ауылындағы Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов исеме бирелде[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостандың Дыуан районы Әбсәләм ауылы.
- ↑ Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосопов яҡты донъя менән хушлашты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 16 март (Тикшерелеү көнө: 16 март 2016)
- ↑ Республика лицейына һәм гимназияға Тимербай Йосоповтың һәм Нияз Мәжитовтың исемдәре бирелде (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Тимер Йосоповтоң «Килде заманалар» китабына һылтанма
- Йосопов Тимер // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Тимер Йосопов шиғырҙыры(недоступная ссылка)
- Башҡорт Энциклопедияһында мәҡәлә(недоступная ссылка)
- Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер ЙОСОПОВҠА — 70 йәш. Лариса Абдуллина. «Йәшлек» гәзите. 31.05.2008 2016 йыл 4 март архивланған.