Континент (лат. continens — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.[1]

Континент моделдәре

Геологик мәғәнәлә континент материк ситен, шельф һәм тирә-яҡтағы утрауҙарҙы үҙ эсенә ала. Уның формаһы геологик ваҡыт арауығында үҙгәрә. Ерҙәге элекке дәүерҙәге континенттар палеоконтиненттар тип атала.

Континент[2] төшөнсәһенә яҡын мәғәнәлә «матери́к»[3] һүҙе лә ҡулланыла.

Терминология

үҙгәртергә

Материк — диңгеҙ һәм океандар менән йыуылыусы ҙур ҡоро ер өлөшө[4]. Материк — геология төшөнсәһе. Материктар сиге ҡоро ерҙә муйын (ҡоро ерҙәрҙе йәки ярымутрау менән материкты тоташтыра торған ҡоро ер) аша үтә: Панама муйыны — Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы, һәм Суэц муйыны Африканы һәм Евразияны бүлеп тора.

Геологияла йыш ҡына уртауҙарҙы ла иҫәпләп материктың һыу аҫты өлөшөн дә материкка керетәләр. Тектоник күҙлектән ҡарағанда, ул — континенталь төҙөлөшлө ер ҡабығының литосфера өлөшө[5].

Ҡитға һәм донъя тарафтары тигән тарихи-мәҙәни төшөнсә лә бар. Евразияла ике ҡитға — Европа һәм Азия, ә Америка тигән донъя тарафы Көньяҡ һәм Төньяҡ Американы берләштерә. Донъя алты ҡитғаға бүленә:

Ҡайһы берҙә Океания һәм Арктиканы айырым ҡитғаға бүләләр.

Европа менән Азия араһындағы сик төньяҡтан көньяҡҡа Урал тауҙары аша үтә, артабан Эмба йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем, Кавказдың төньяғынан Кума һәм Маныч йылғалары буйылап Аҙау диңгеҙенә тиклем, артабанҠара, Мәрмәр һәм Урта диңгеҙҙере буйлап үтә. Юғарыла әйтелгән сик бәхәсле — был сик билдәләүҙең бер генә варианты.

Континент моделе

үҙгәртергә

Донъяла ерҙе материк һәм донъя тарафтарына бүлеүҙең бер нисә юлы бар.

Төрлө традициларҙа континенттар һаны
 
Төрлө мәҙәниәттә континент тип иәпләнгән ҡоро ер өлөшө төҫ менән билдәләнгән
4 континент[6]     Афроевразия    Америка   Антарктида   Австралия
5 континен
[7][8]
  Африка    Евразия    Америка   Антарктида   Австралия
6 континент[9]   Африка   Европа   Азия    Америка   Антарктида   Австралия
6 континент
[10]
  Африка    Евразия   Төньяҡ Америка   Көньяҡ Америка   Антарктида   Австралия
7 континент
[11][12][13][14][15][16]
  Африка   Европа   Азия   Төньяҡ Америка   Көньяҡ Америка   Антарктида   Австралия
  • Ҡытай, Һиндостан, көнбайыш европа һәм өлөшләтә инглиз телле илдәрҙә ете континент моделе популяр.
  • Американы берләштергән алты контитентлы модель («донъя киҫәктәре») испан телле илдәрҙә[17] һәм көнсығыш европала популяр, Грецияла биш континеталь модель (биш кеше йәшәгән континент)[9].
 
Майҙанын һәм халҡын сағыштырыу
Континент Оҙонлоғо (км., араһынан көнбайыштан көнсығышҡа, көньяҡҡа һәм төньяҡҡа, периферик буйынса) Ҡоро өлөшө Халыҡ Халыҡ өлөшө Халыҡ тығыҙлығы
Афроевразия 1644,9x822,45. 58 %. 71 %. 95.
Америка 833,2х416,6. 29 %. 12 %. 22,1.
Океания 491,2х245,6 8 %. 8 % 3.2
 
Евразия глобуста

Евразия — Ерҙә иң ҙур һәм берҙән бер дүрт океан менән йыуылған материк: көньяҡтан — Һинд, төньяҡтан — Төньяҡ боҙло, көнбайыштан — Атлантик, көнсығыштан — Тымыҡ океан. Континент төньяҡ ярымшарҙа 9° һәм 169° көнбайыш оҙонлоҡ араһында, шул уҡ ваҡытта контененттың ҙур өлөшө көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан. Евразияның ҙур континенталь өлөшө Көнсығыш ярымшарҙа, шул уҡ ваҡытта ҡырыйҙағы көнсығыш һәм көнбайыш сиктәре Көнбайыш ярымшарҙы урынлашҡан.

Евразия көнбайыштан көнсығышҡа 10,5 мең километрға, төньяҡтан көньяҡҡа 5,3 мең километрға һуҙылған, майҙаны 53,6 млн.км². Был планеталағы ҡоро ерҙәрҙең өстән бер өлөшө. Евразия утрауҙары майҙаны 2,75 млн км² яҡын.

Евразия ике донъя киҫәген берләштерә: Европа һәм Азияны. Йыш ҡына сик линияһын Урал тауҙарының көнсығыш битләүенән, Урал йылғаһы, Эмба йылғаһы, Каспий диңгеҙенең төньяҡ-көнбайыш яры, Кума йылғаһы, Маныч йылғаһы, Ҡара диңгеҙҙең көньяҡ яры, Босфор боғаҙы, Мәрмәр диңгеҙе, Дарданеллы боғаҙы, урта диңгеҙ аша үткәрәләр. Был бүлеү тарихи яҡтан килә. Тәбиғи яҡтан Европа менән Азия араһында ҡырҡа айырма юҡ. Контитент бер бөтөн ҡоро ерҙә урынлашҡан.

Африка менән ҡоро ер сиге Суэц муйыны аша үтә.

Төньяҡ Америка

үҙгәртергә
 
Төньяҡ Америка глобуста

Төньяҡ Америка — Көнбайыш ярымшарҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан континент. Төньяҡ Америка көнбайыштан Аляска һәм Калифорния ҡултыҡтары ��ымыҡ океандың Бренг диңгеҙе менән йыуыла. Көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб, диңгеҙҙәре менән, төньяҡтан Төньяҡ боҙло океанының Бофорт, Баффин диңгеҙҙәре, Гренланд һәм Гудзон ҡултыҡтары менән йыуыла. Көнбайыштан континентты Евразиянан Беринг ҡултығы айырып тора. Көньяҡта Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы Панама муйыны бүлеп тора.

Төньяҡ Америка составына шулай уҡ күп һанлы утрауҙар керә: Гренландия, Канаданың Арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡалар. Майҙаны буйынса континенттар араһында Төньяҡ Америка 3-сө урында, уның майҙаны 24,25 млн км², утрауҙарҙы иҫәпкә алмағанда — 20,36 млн км².

 
Көньяҡ америка глобуста

Көньяҡ Америка — был континенттың ҙур өлөшө планетаның көнбайыш һәм көньяҡ ярымшарҙарында урынлашҡан, бәләкәй генә өлөшө төньяҡ ярымшарҙа. Көнбайыштан Тымыҡ, көнсығыштан Атлантик океан менән йыуыла. Төньяҡтан Төньяҡ Америка менән сиктәш, Америкала араһында сик Панама муйыны һәм Кариб диңгеҙе аша үтә.

Көньяҡ Америка составына шулай уҡ төрлө утрауҙар керә, шуларҙың күпселеге ҡитға илдәренә ҡарай. Кариб территориялары Төньяҡ Американыҡы. Кариб диңгеҙе менән сиктәш , Колумбия, Венесуэла, Гайана, Суринам һәм Француз Гвианаһы кеүек Көньяҡ Америка илдәре Кариб Көньяҡ Америкаһы тип атала.

Дөйөм бассейны 7 млн км² (Көньяҡ Америка майҙаны 17.8 млн км²) булған Амазонка, Ориноко һәм Парана материктың иң мөһим йылға бассейны булып тора. Көньяҡ Американың күпселек күлдәре Анд таулығында, Боливия һәм Перу сигендә урынлашҡанТитикака күле донъяла суднолар йөрөй торған иң ҙур күл. Ул майҙаны буйынса иң ҙуры, шулай уҡ планеталағы иң боронғо күлдәрҙең береһе.

Көньяҡ Америкала донъялағы иң бейек шарлауыҡ Анхель шарлауығы урынлашҡан. Иң ҡеүәтле Игуасу шарлауығы ла был материкта урынлашҡан. Көньяҡ америка майҙаны — 17,8 млн км², был континенттар араһында дүртенсе урын.

 
Африка глобуста

Африка — майҙаны буйынса Евразиянан ҡалышып икенсе материк, төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көнбайыштан Атлантик океан, көнсығыштан һәм көньяҡтан Һинд океаны менән йыуыла. Материк һәм сиктәш утрауҙар Африка метеригы тип атала.

Африка континенты экваторҙы һәм бер нисә климат зонаһын киҫеп үтә, был төньяҡ субконтиненталь климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәткә һуҙылған континент. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәү, шулай уҡ боҙлоҡ һәм тау системаһының дымлы горизонты булмау сәбәпле, яр буйынан башҡа климатты тәбиғи көйләү күҙәтелмәй. Утрауҙар менән бергә Африканың майҙаны 30,3 млн км², утрауҙарҙы иҫәпләмәгәндә 29,2 млн км², был ҡоро ерҙәң 20,4 % .

Австралия

үҙгәртергә
 
Австралия глобуста

Австралия — Ерҙең көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарында урынлашҡан континент. Материктың бөтә территорияһы Австрия Союзы дәүләтенең ере. Материк Австрия һәм Океания тигән донъя ҡитғаһына ҡарай. Австрияның төньяҡ һәм көнсығыш ярын Тымыҡ океан: Ғәрәбстан, Мәрйен, Тасманово, Тимор диңгеҙе; көнбайыш һәм көньяҡ ярын — Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания тигән эре утрауҙар урынлашҡан. Австрияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап донъялағы иң ҙур мәрйен рифы — Оло Барьерлы риф[18] 2000 км ашыуға һуҙылған. Австралия — ер йөҙөндә иң бәләкәй ҡитға, уның майҙаны 7,66 млн км², был ҡоро ерҙең 5 % самаһы.

Антарктида

үҙгәртергә
 
Антарктида глобуста

Антарктида — Ерҙең иң көньяғындағы континент, Антарктиданың үҙәге яҡынса көньяҡ географик полюста ята. Антарктиданы Көньяҡ океан һыуҙары йыуа. Антарктида материгы һәм сиктәш утрауҙарҙы Антарктида тип атайҙар.

Антарктида — Ерҙә иң бейек материк, уның уртаса бейеклеге 2040 метр. Шулай уҡ материкта боҙлоҡтарҙың 85 % урынлашҡан. Антарктидала даими йәшәгән кешеләр юҡ, әммә унда төрлө илдән континентты ентекләп өйрәнеүсе 50 фәнни станция эшләй.

Антарктида тулыһынса тиерлек боҙлоҡ ҡатламы менә ҡапланған, боҙҙоң уртаса ҡалынлығы 2500 метрҙан артыҡ. Шулай уҡ боҙ аҫтында күлдәр булыуы билдәле (140-тан ашыу), улар араһында иң ҙур күл Рәсәй ғалимдары 1990 йылда асҡан Восток күле.

Антарктида яҡынса майҙаны14,1 млн км² тәшкил итә (ҡоро ер өҫтөнөң 10,5 %), был континенттар араһында 5-се урын.

Гипотезаға нигеҙләнгән континенттар

үҙгәртергә

Кенорленд — суперконтинент, геофизиктар фекере буйынса неоархей осоронда булған (2,75 миллиардҡа яҡын йыл элек)[19]. Палеомагнит тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Кенорленд түбән киңлектәрҙә урынлашҡан булған.

Нун (Колумбия, Хадсонленд) — 1,5 млрд йылдан алып 1,8 млрд (максималь ~1,8 млрд йыл элек) йыл элек булған суперконтинент. Унда барлы тураһындағы фаразды Дж.  М. роджерс һәм 2002 йылда Сантош[20] тәҡдим иткән. Нунаның йәшәү осоро палеопротерозой эраһына[21] тип, был фаразға яраҡлы Нунаны иң боронғо суперконтинент тип иҫәпләргә була. Ул Лаврентия, Фенносарматия, Украин ҡалҡаны, Амазония, Австралия һәм, бәлки, Себер, Сино-Корея платформаларынан тора. Колумбия ҡитғаһы барлығы нгеология[22] һәм палеомагнит мәғлүмәтенә[23][24] нигеҙләнгән.

Родиния («тыуған ерем»[25] тора йәки «тыуҙырыу»[26]) — гипотезаға нигеҙләнгән суперконтинент, протерозой осоронан кембрийғаса осорҙа булған континент. Яҡынса 1,1 млн йыл элек барлыҡҡа килгән һәм яҡынса 750 млрд йыл элек тарҡалған. Ул дәүерҙә Ер бер ҙур ҡоро ерҙән һәм бер океандан торған.

Родиния тарҡалғандан һуң, континенттар Пангеяға берләшә һәм тағы ла тарҡала.

Лавруссия

үҙгәртергә

Лавруссия (Еврамерика) — палеозой осорондағы суперконтинент, Төньяҡ-Америка (боронғо континент Лаврентия) һәм Көнсығыш-Европа (Балтика боронғо континенты) платформаһынан барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ Каледония, «Боронғо ҡыҙыл ҡитға» (ингл. Old Red Continent), «Боронғо ҡыҙыл ҡомташ материгы» (Old Red Sandstone Continent) исемдәре менән билдәле. Пермь осоронда Пангея менән ҡушыла һәм уның бер өлөшөнә әүерелә. Пангея тарҡалғандан һуң, Лавразияның бер өлөшөнә әйләнә. Палеогенда тарҡала.

Гондвана

үҙгәртергә
 
Юҡҡа сыҡҡан континент

Гондвана — боронғо суперконтинент, 750—530 яҡынса миллион йыл элек барлыҡҡа килгән, көньяҡ ярымшарҙағы континенттарҙы (Африка, Көньяҡ Америка, Антарктида, Австралия) Көньяҡ полюс тирәләй берләштергән, шулай уҡ хәҙер Евразияға күскән Һиндостан һәм Ғәрәбстан тектоник блоктары ла суперконтинеттың бер өлөшө булған.

Иртә палеозой осоронда Гондвана төньяҡта яйлап шыуышҡан һәм таш күмер осоро (360 млн йыл элек) Пангея континенты менән тоташҡан.

Һуңынан, юра осоронда (яҡынса 180 млн йыл элек) Пангея континенты Гондвана һәм Лавразия континенттарына бүленә, контитенттарҙы Тетис океаны бүлеп тора. 30 миллион йыл үткәс, шул уҡ Юра осоронда Гондвана яйлап хәҙерге материктарға тарҡала башлай. . Хәҙерге замандағы бөтә материктар т — Африка, Көньяҡ Америка, Австралия, Антарктида һәм Һиндостан ярымутрауы — тулыһынса Гондвананан Аҡбур осоро аҙағында, йәғни 70—80 млн йыл бүленгән.

 
Пангея Панталасса солғанышында

Пангея (бор. грек. Πανγαῖα — «бөтә ер») — палеозой осоронда барлыҡҡа килгән суперконтинент. Исемен Альред Вагнер биргән. Пангея пермь осоронда барлыҡҡа килгән, һәм триаса осоро аҙағында (яҡынса 200—210 млн йыл элек) ике континентҡа ярылып төньяҡ — Лавразия һәм көньяҡ — Гондвана континенттары барлыҡҡа килгән. Боронғо континентының формалашыу процесында тау системалары барлыҡа килгән (мәҫәлән, Урал һәм Аппалачи).

Лавразия

үҙгәртергә

Лавра́зия — Мезозой осоро аҙағындағы Пангея суперконтинентының төньяҡ өлөшөндәге (көньяғы — Гондвана) суперконтинент. Төньяҡ ярымшарҙағы хәҙерге Евразия һәм Төньяҡ Американы берләштергән һәм 135—200 млн йыл элек тарҡалған материк[27].

Пангея Ультима

үҙгәртергә

100—200 млн йыл үткәс, континенттар тағы ла бер суперконтинентҡа йыйылыр, тип күҙаллана. Яңы континенттың исеме Пангея Ультима, Новопангея и Амазия буласаҡ, тип фаразлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «континент» мәҡәләһе бар
  •   Викимилектә Континент темаһы буйынса медиафайлдар бар.
  • Древние платформы
  • Суперконтинент
  • Субконтинент
  • Микроконтинент
  • Части света

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.
  2. КОНТИНЕНТ 2018 йыл 1 ғинуар архивланған. // Большая российская энциклопедия. Электронная версия (2016); Дата обращения: 31.12.2017
  3. Континент // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Словарь Ожегова. Дата обращения: 2 ноябрь 2012. Архивировано 7 декабрь 2011 года. 2011 йыл 7 декабрь архивланған.
  5. Статья на «Планета Земля»
  6. R. W. McColl: 'continents' - Encyclopedia of World Geography, Volume 1. — «And since Africa and Asia are connected at the Suez Peninsula, Europe, Africa, and Asia are sometimes combined as Afro-Eurasia or Eurafrasia.»
  7. Océano Uno, Diccionario Enciclopédico y Atlas Mundial, «Continente», page 392, 1730. ISBN 84-494-0188-7
  8. Los Cinco Continentes (The Five Continents), Planeta-De Agostini Editions, 1997. ISBN 84-395-6054-0
  9. 9,0 9,1 [1] official Greek Paedagogical Institute 6th grade Geography textbook, 5+1 continents combined-America model, Pankosmios Enyklopaidikos Atlas, CIL Hellas Publications, ISBN 84-407-0470-4, page 30, 5+1 combined-America continents model, Neos Eikonographemenos Geographikos Atlas, Siola-Alexiou, 6 continents combined-America model, Lexico tes Hellenikes Glossas, Papyros Publications, ISBN 978-960-6715-47-1, lemma continent(epeiros), 5 continents model, Lexico Triantaphyllide online dictionary, Greek Language Center (Kentro Hellenikes Glossas), lemma continent(epeiros), 6 continents combined-America model, Lexico tes Neas Hellenikes Glossas, G.Babiniotes, Kentro Lexikologias(Legicology Center) LTD Publications, ISBN 960-86190-1-7, lemma continent(epeiros), 6 continents combined-America model.Note and clarification on the above: the sometimes used in Greece 5 and 5+1 continents models mentioned above are equivalent to the 6 (inhabited) continents combined-America model excluding/including (separately mentioning) the uninhabited and once lesser-known or unknown Antarctica (just like the Olympic Circles-Logo); they don’t refer to some other 5 or other number continent modeling scheme.
  10. «Continent». The Columbia Encyclopedia. 2001. New York: Columbia University Press — Bartleby.
  11. World, National Geographic — Xpeditions Atlas. 2006. Washington, DC: National Geographic Society.
  12. The World — Continents 2006 йыл 21 февраль архивланған., Atlas of Canada
  13. «Continent». Encyclopædia Britannica. 2006. Chicago: Encyclopædia Britannica, Inc.
  14. The New Oxford Dictionary of English. 2001. New York: Oxford University Press.
  15. «Continent 2009 йыл 28 октябрь архивланған.». MSN Encarta Online Encyclopedia 2006.. 2009-10-31.
  16. «Continent». McArthur, Tom, ed. 1992. The Oxford Companion to the English Language. New York: Oxford University Press; p. 260.
  17. Real Academia Española. Lema.rae.es.
  18. UNEP World Conservation Monitoring Centre. Protected Areas and World Heritage - Great Barrier Reef World Heritage Area. Department of the Environment and Heritage (1980). Дата обращения: 31 март 2008. Архивировано 31 август 2006 года. 2006 йыл 31 август архивланған.
  19. Н. В. Лубнина: «Восточно-европейский кратон от неоархея до палеозоя по палеомагнитным данным». Дата обращения: 14 ноябрь 2012. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 2 февраль архивланған.
  20. Rogers, J.J.W. and Santosh, M., 2002, Configuration of Columbia, a Mesoproterozoic supercontinent. Gondwana Research, v. 5, pp. 5—22
  21. Zhao, Guochun; Cawood, Peter A.; Wilde, Simon A.; Sun, M. Review of global 2.1–1.8 Ga orogens: implications for a pre-Rodinia supercontinent (инг.) // Earth-Science Reviews (инг.)баш. : journal. — 2002. — Т. 59. — С. 125—162.
  22. Zhao, Guochun; Sun, M.; Wilde, Simon A.; Li, S.Z. A Paleo-Mesoproterozoic supercontinent: assembly, growth and breakup (инг.) // Earth-Science Reviews (инг.)баш. : journal. — 2004. — Т. 67. — С. 91—123.
  23. Pesonen, Lauri J.; J. Salminen, F. Donadini and S. Mertanen Paleomagnetic Configuration of Continents During the Proterozoic (инг.) : journal. — 2004. Архивировано из первоисточника 20 июль 2011.
  24. Bispo-Santos, Franklin; Manoel S. D’Agrella-Filho; Igor I.G. Pacca; Liliane Janikian; Ricardo I.F. Trindade; Sten-Ake Elming; Jesué A. Silva; Márcia A.S. Barros; Francisco E.C. Pinho Columbia revisited: Paleomagnetic results from the 1790 Ma colider volcanics (SW Amazonian Craton, Brazil) Precambrian Research, v. 164, p. 40-49-162 (инг.) : journal. — 2008.
  25. Статья о Родинии на портале образовательных ресурсов 2022 йыл 31 март архивланған.
  26. Li, Z. X.; Bogdanova, S. V.; Collins, A. S.; Davidson, A.; B. De Waele, R. E. Ernst, I. C. W. Fitzsimons, R. A. Fuck, D. P. Gladkochub, J. Jacobs, K. E. Karlstrom, S. Lul, L.M. Natapov, V. Pease, S. A. Pisarevsky, K. Thrane and V. Vernikovsky (2008). «Assembly, configuration, and break-up history of Rodinia: A synthesis». Precambrian Research 160: 179—210
  27. Houseman, Greg Dispersal of Gondwanaland. University of Leeds. Дата обращения: 21 октябрь 2008. Архивировано 4 февраль 2012 года.