Ер ҡабығы́ — Ерҙең тышҡы ҡаты (ҡабығы, литосфераның өҫкө өлөшө[1]. Тышҡы яҡтан Ер ҡабығының күп өлөшө гидросфера менән ҡапланған, ә бәләкәйерәк өлөшө - атмосфера йоғонтоһо аҫтында.

Ер ҡабығы
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә геогнозия[d], геология һәм стратиграфия[d]
Ер планетаһының дөйөм структураһы

Ер ҡабығынан аҫтараҡ мантияһы урынлашҡан, ул составы һәм физик үҙенсәлектәре менән айырыла - тығыҙыраҡ, башлыса ауыр ирей торған элементтарҙан тора. Мантия һәм ҡабығын "Мохоровичич сиге" айырып тора, ошо урында сейсмик тулҡындар тиҙлеге ҡырҡа арта.

Ер ҡабығы структураһы буйынса ер төркөмөндәге планеталарҙың күпселегенә оҡшаш, Меркурий ғына башҡа. Бынан тыш, булған ер ҡабығына оҡшаш тип Айҙа һәм гигант планеталарҙың юлдаштарында бар. Ерҙе уникаль иткән сифаттар - ҡабығының ике төрө: континенталь һәм океан аҫты ҡабыҡтары бар. Ер ҡабығына даими хәрәкәт хас: горизонталь хәрәкәт итеп тора һәм тирбәлә.

Ер ҡабығының күп өлөшө базальттан тора. Массаһы 2,8·1019 тонна (шуларҙан 21 % — океан аҫтында һәм 79 % — континентта). Ер ҡабығы Ерҙең массаһының 0,473 % тәшкил итә.

Континенталь ҡабығының составы

үҙгәртергә

Ер ҡабығында элементтар сағыштырмаса ҙур түгел. Ер ҡабығы массаһының яртыһы самаһына кислород тура килә, 25 % — кремний. Барлығы 18 элемент: O, Si, Al, Fe, Ca, Na, K, Mg, H, Ti, C, Cl, P, S, N, Mn, F, Ba — ер ҡабығының 99,8  процентын тәшкил итә (аҫтағы таблица).

Элементтарҙың күләме[2][3]

Элемент Рәт һаны Йөкмәткеһе, масса % Моляр масса Йөкмәткеһе, матдәләр %
Кислород 8 49,13 16 53,52
Кремний 14 26,0 28,1 16,13
Алюминий 13 7,45 27 4,81
Тимер 26 4,2 55,8 1,31
Кальций 20 3,25 40,1 1,41
Натрий 11 2,4 23 1,82
Калий 19 2,35 39,1 1,05
Магний 12 2,35 34,3 1,19
Водород 1 1,00 1 17,43
Титан 22 0,61 47,9 0,222
Углерод 6 0,35 12 0,508
Хлор 17 0,2 35,5 0,098
Фосфор 15 0,125 31,0 0,070
Көкөрт 16 0,1 32,1 0,054
Марганец 25 0,1 54,9 0,032
Фтор 9 0,08 19,0 0,073
Барий 56 0,05 137,3 0,006
Азот 7 0,04 14,0 0,050
Башҡалар ~0,2  —

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Земная кора / Люстих Е. Н. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Химия цемента и вяжущих веществ: Учеб. пособие / Н. А. Андреева; СПбГСУ. — СПб., 2011. — 67 с.
  3. Определитель минералов / Т. Б. Здорик; — М., 1978. — 325 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә