Башҡорттарҙың этногенезы

Башҡорттарҙың этногенезы ифрат ҡатмарлы. Башҡорт халҡы формалашҡан Көньяҡ Урал һәм уға сиктәш далалар элек-электән төрлө ҡәбиләләр һәм мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә әүҙем йоғонтоһо аренаһы булған.

Урал аръяғы башҡорттары. С. И. Руденко фотоһүрәте.

Башҡорт этногенезы тураһындағы әҙәбиәттә башҡорт халҡының килеп сығышы буйынса өс төп теория ҡарала:[1]:

«Төрки» теорияһы

үҙгәртергә

Теорияның асылы — башҡорт этногенезы нигеҙендә төрки боронғо башҡорт ҡәбиләләре тора.

Ғәрәп, фарсы һәм Урта Азия авторҙарының башҡорттар тураһында төркиҙәр тип яҙғанына нигеҙләнәләр. Улар араһында Әхмәт ибн Фаҙлан, Әл-Мәсүҙи, Иҙриси, Рәшит әд-Дин, Мәхмүт Ҡашғариҙы атарға кәрәк.

П. И. Рычков, Т. Мюллер, И. Г. Георги, В. М. Флоринский һ.б. фәнни әҙәбиәттә төрки теорияһы яҡлы. Һуңынан был теория, антропология, археология, лингвистика, этнография мәғлүмәттәрен йәлеп итеп, С. И. Руденко, Н. В. Бикбулатов, Н. А. Мәжитов, Р. Ғ. Кузеев тарафынан үҫтерелгән.

Р. Ғ. Кузеев буйынса халыҡ булып формалашыу этаптары:[2][3]:

  • Б.э. I мең йыллығы уртаһынан VIII—IX бб. сигенә саҡлы — иртә урта быуат ҡәбилә берлектәренән бүленеп сығып, үҙ-ара йоғонтоһо һәм боронғо башҡорт этносының төп компоненттарының ҡушылыуы нигеҙендә формалашыуы. Һырдаръяла һәм Арал диңгеҙе буйында боронғо башҡорт ҡәбилә төркөмдәре (бөрйән, үҫәргән, байлар, сураш, түңгәүер, яғылбай, тамъян, унлар, бишул, көҙәй) барлыҡҡа килгән.
  • VIII—IX быуат башында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк районында болғар йәки болғарлашҡан төрөк ҡәбиләләренең уғыр, башлыса боронғо мадъяр ҡәбиләләре менән, боронғо төрки (болғар) компонентының доминанталы роле һаҡланып (юрматы, юрмый, йәнәй, ғәйнә (тархан), кесе, бүләр, нағман, танып, юламан, имес, юрмын) һәм Көнсығыш Себерҙән Урал буйына күсеп ултырған төркиләшкән уғырҙар менән ҡатмарлы синтезы булған болғар-мадъяр төркөмө формалашҡан.
  • Урындағы фин-уғыр ҡәбиләләренең килгән ырыу-ҡәбиләләр, сармат-алан сығышлы төркөмдәр (һыҙғы, өпәй, терһәк, ыуаныш һ.б.), менән үҙ-ара йоғонтоһо.
  • Боронғо башҡорт ҡәбиләләренең Урал алдына миграцияһы һәм уларҙың IX—X быуаттарҙа болғар-мадъяр һәм төркиләшкән фин-уғыр ҡәбиләләре менән үҙ-ара йоғонтоһо — боронғо башҡорт этносының барлыҡҡа кмлеү нигеҙе.
  • XI—XIII быуат башы — күсмә башҡорт ҡәбиләләренең өҫтөнлөклө мәҙәни-тел ролен һаҡлап, боронғо башҡорт этносының артабанғы консолидацияһы этабы. Формалашҡан берлектең дала мәҙәниәте һәм төрөк теле көнсығыштан төрки телле яңы күскенсе төркөмдәрҙең (әйле, тырнаҡлы, ҡаратаулы, тау, һарт, мырҙалар, ҡомло, иштәк һ.б.) ҡушылыуы арҡаһында үҫешкән. Боронғо башҡорт ҡәбиләләренең Көньяҡ Уралға һәм Ағиҙел йылғаһы бассейнына күсенеүе (миграцияһы) башланған.
  • XIII—XIV быуаттарҙа Тарихи Башҡортостанға ҡыпсаҡлашҡан ҡәбиләләрҙең (ҡыпсаҡ төркөмө — ҡыпсаҡ, ҡаңлы, гәрә, һары, ҡошсо, төркмән, бошман, етерыу, байулы, ҡармыш, ҡырғыҙ, йылан, ҡаҙансы; ҡатай төркөмө — ҡатай, найман, балға, мәсҡәр, һалйот, бүре, балыҡсы; табын төркөмө — табын, уйшин, һөйөндөк, дыуан, ҡыуаҡан, һырҙы, теләү, барын, бәҙрәк, таҙлар; мең төркөмө — мең, ҡырғөйлө, күл, ҫыба, меркет) ҡеүәтле тулҡыны килеүе. Ҡыпсаҡтар башҡорттарҙың хәҙерге этник тәбиғәтен формалаштырған.
  • XV—XVI б. беренсе яртыһы — үткән эпохала барған этник процестарҙың тәрәнәйеүе һәм даимилашыуы (стабилизацияһы). Нуғай Урҙаһы осоронда башҡорттарҙың нуғайҙар (нуғай-бөрйән, нуғай-юрматы) һәм фин-уғырҙар менән ҡатнашыуы формалашыусы халыҡтың төбәк этнографик төркөмдәренә бер аҙ тәьҫир итһә лә, башҡорт халҡының этник консолидацияһының дөйөм йүнәлешен үҙгәртмәгән.[3]

Зәки Вәлиди билдәләгәнсә, Иҙел-Урал төбәге һәм Урта Азия (татарҙар, мишәрҙәр, типтәрҙәр, ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, ҡарағалпаҡтар, һарттар һ. б.) халыҡтары һәм этник ҡатламдары менән һуңғы этник үҙ-ара йоғонтоһо, атап үткәндәрҙән тыш, этник процестар[4]үҫешенең дөйөм йүнәлешен үҙгәртмәгән.

1980-се йылдар аҙағындағы совет тарих фәнендә башҡорттарҙың төрки сығышлы булыуы ҙур популярлыҡ менән файҙаланды. Хәҙерге осорҙағы тикшеренеүҙәр был мәсьәләнең сиселеү бөтмәгәнлегенә баҫым яһай, башҡорттарҙың этник тарихының ҡайһы факторын нигеҙ итеп алырға була, атап әйткәндә, башҡорт халҡының формалашыу ваҡытын төгәлләү бурысы һ.б.[3]

«Фин-уғыр» теорияһы

үҙгәртергә

Был теорияның асылы — мадъяр ҡәбиләләре, тәү сиратта, юрматы һәм йәнәйҙәр, башҡорт этносы формалашыуының төп нигеҙе булып тора. Улар артабан, башҡа ассимиляцияланған ҡәбиләләр кеүек, төркиләшкәндәр.

Был фараз Паннония венгрҙарының ата-бабалары Башҡортостандан күсеп киткән булыуы тураһында бик боронғо иҫтәлектәренә, шулай уҡ башҡорттарҙа ла, венгрҙарҙа ла юрматы һәм йәнәй ҡәбиләләре булыуына нигеҙләнә.

Европала XIII быуатта уҡ башҡорттарҙы венгрҙарҙың туғандары тип иҫәпләгәндәр. Сәйәхәтселәр Юлиан Венгерский, Джованни да Плано Карпини һәм Гийом де Рубрук башҡорт һәм мадъяр телдәренең оҡшашлығы тураһында яҙғандар. Тап шуның өсөн дә, улар башҡорттарҙың илен «Магна Һунгария» тип атағандар.

Европа фәнни хеҙмттәрендә иң тәүҙә уғыр теорияһына (Ф. И. Страленберг (1676—1747), В. Н. Татищев (1686—1750), Л. Н. Карамзин (1766—1829), Д. А. Хвольсон) мөрәжәғәт икәндәр. Н. М. Карамзин «Рәсәй дәүләте тарихы»ның I томында «в начале язык у них (башкир) был венгерский. Потом они отюречились», тип яҙған.

Теорияны М. И. Өмөтбаев, Ж. Ғ. Кейекбаев, Н. П. Шастина үҫтергәндәр; венгр ғалимдары араһынан доктор Д. Дьерффи[3]. Р. З. Йәнғужин «этнография, тел ғилеме, археология, антропология һ.б. фәндәр буйынса комплекслы тикшеренеүҙәр башҡорт халҡының килеп сығышы буйынса уғыр теорияһының йәшәргә хоҡуғы бар икәнен раҫлай» тип яҙған.

Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙың килеп сығышы буйынса уғыр теорияһын күпселек ғалимдар иҫкергән тип иҫәпләй. Т. М. Ғарипов һәм Р. Ғ. Кузеев «тарих фәнендә ысынбарлыҡта төрлө булған ике халыҡтың туғандашлығы һәм хатта тигеҙлеген (тождество) иҫбатлаусы айырым „башҡорт-мадъяр“ проблемаһының ғилми яҡтан мәғәнәгә эйә түгел һәм үҙенсәлекле анахронизм булып тора» тип яҙҙы. Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙың килеп сығыуының уғыр теорияһы күпслек ғалимдар тарафынан иҫкергән тип һанала[5].

Әммә Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа ғалимдар был турала бүтән һәм, әйтергә кәрәк, дөрөҫ фекерҙә[6]

«Иран» теорияһы

үҙгәртергә

Был теорияның асылында, уларҙың тимер быуатында (б.э.т. III — б.э. IV бб.) таралып ултырған ере Көньяҡ Урал булғанлыҡтан, башҡорттарҙың формалашыуында төп элемент булып һинд-иран ҡәбиләләре тора, тигән фекер ята. Уларға Көньяҡ Урал һәм Каспий диңгеҙ буйы төбәгендә йәшәгән саҡ-сармат, дах-массагет ҡәбиләләрен индерәләр (хәҙерге тарих фәнендә уларҙы иран телле ҡәбиләләр тип атайҙар[7]

Башҡорттарҙың антропологияһын һәм Көньяҡ Урал халҡының палеоанторпологияһын тикшереүҙең теорияһы нигеҙендә фонетика, гидронимика мәғлүмәттәре (йылға атмаларында [һ], [ҡ], [ҙ], [ҫ] фонемаларының булыуы, фаразланғанса, иран сығышлы) һ.б. ята.

М. С. Акимова фекеренсә, башҡорттарҙа понтий антропологик тибының булыуы иртә тимер быуатында йәшәгән һинд-иран ҡәбиләләренә бәйле. Р. М. Йосоповтың краниологик тикшеренеүҙәрендә көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттары морфологик мәғлүмәттәренең иртә тимер быуаты палеоантропологик материалдары менән оҡшашлығы күҙәтелә.

С. А. Ғәлләмов, археологик материалдарға һәм хәҙерге башҡорт телендә иран фонетикаһы булыуын күрһәтеүсе лингвистик тикшеренеүҙәргә таянып, хәҙерге башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары б.э.т. VI меңйыллыҡта Месопотамия территорияһында йәшәгән ти, һәм башҡорт халҡының килеп сығыуын һинд-иран, һинд-европа сиктәре менән фаразлай. Һуңынан уларҙың бер өлөшө Урта Азияға, хәҙерге Төркмәнстан территорияһына, күсеп ултырған, һәм артабан — Көньяҡ Уралға килгән һәм башҡорт этносына нигеҙ һалған ти[8][9]. Хәҙерге көндә С. А. Ғәлләмовтың фаразы фәнни түгел, тип хатта үҙебеҙҙең ҡайһы бер ғалимдар тарафынан да, кире ҡағыла[10].

С. Ғәлләмовты ысынлап та миф уйлап сығарыусы тип, «Фольк-хистори» тип атап була…

С. Ғәлләмов хеҙмәттәрендәге негатив яҡтарҙы йәки уның тарихи «туҙға яҙмағандары» («о ляпах») тураһында яҙырға күләме ҡамасаулай — улар былай ҙа күҙгә ташланып тора, уҡып ҡына сығыр кәрәк.

…был фараз, дөрөҫөрәге, проблема ҡуйылышы (башҡорт этногенезындағы иран-арий компоненты проблемаһы), — башҡорт теле һәм мәҙәниәтендә саҡ-иран компоненты С. Ғәлләмовтың фантастик яҙмаларында ғына түгел, бер спекуляцияһыҙ етди ғалимдар тарафынан да ентекләп тикшерелә. Миҫал өсөн етди ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙиндың мәҡәләһенән өҙөк килтерәм: «Башҡорт һәм фарсы телдәре төрлө тел ғаиләләренә ҡарағанлыҡтан, бик боронғо пласын субстрат тип, йәғни башҡорт халҡы этногенезында боронғо иран ҡәбиләләре ярсыҡтары ҡатнашҡанлығы һөҙөмтәһе тип танырға була».

— А. Т. Бердин

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бикбулатов Н. В., Мурзабулатов М. В. Башкиры 2017 йыл 5 июль архивланған. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. / Гл. редактор М. А. Ильгамов. Т.1: А—Б. — Уфа: Башкирская, 2005. — С. 379.
  2. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Янгузин Р. З. Этногенез башкир // Ватандаш : журнал. — 2002. — № 5. — ISSN 1683-3554.
  4. Заки Валиди Тоган. Воспоминания. — М., 1996.
  5. Гарипов Т. М., Кузеев Р. Г. Башкиро-мадьярская проблема. // Археология и этнография Башкирии. T.I. — Уфа, 1962. — С. 342—343
  6. С. Хамидуллин. Цикл телепередач «Историческая среда» и 17-титомник С. Хамидуллина «Башкирские роды»
  7. Муратов Б. А. Скифо-сарматский этнический компонент в истории и этногенезе башкир//Тезисы ХХХVIII Урало-Поволжской археологической студенческой конференции (31 января — 3 феврал�� 2006). — Астрахань: «Астраханский университет», 2006.
  8. Галлямов C. Великий Хау Бен (Исторические корни башкордско-английского языка и мифологии). — Уфа: Госкомнауки РБ, 1997.
  9. Башкорды от Гильгамеша до Заратуштры. — Уфа: РИО РУМНЦ РБ, 1998.
  10. Бердин А. Т. Молоток для кривых зеркал. Уфа: Изд-во «Аэрокосмос и ноосфера», 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә