Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы
Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы | |
әзерб. Azərbaycan Respublikasının Konstitusiyası | |
Нигеҙләү датаһы | 12 ноябрь 1995 |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Юрисдикция таралышы | Әзербайжан |
Алдағы | Конституция Азербайджанской ССР (1978)[d] |
Нәшер ителеү ваҡыты | 27 ноябрь 1995 |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL | constcourt.gov.az/laws/26 |
Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы (әзерб. Azərbaycan Respublikasının Konstitusiyası) — Әзербайжан Республикаһының төп законы. 1995 йылдың 12 ноябрендә ҡабул ителә, дөйөм халыҡ референдумы аша үтә. Бөтә Әзербайжан территорияһында юғары юридик көскә, тура эш итеүгә һәм өҫтөнлөккә эйә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжандың (Әзербайжан ССР-ы) тәүге Конституцияһы 1921 йылдың 19 майында Советтарҙың I Бөтә Әзербайжан съезында ҡабул ителә[1]. 1921 йылғы Конституция ҡала һәм ауыл пролетариаты диктатураһын нығыта[2]. РСФСР Конституцияһы өлгөһө буйынса төҙөлгән әлеге конституция дәүләт власы органдарында эшсе синыфтың етәкселек ролен нығыта. Әзербайжан Конституцияһының яңы редакцияһы 1925 йылдың 14 мартында Советтарҙың IV Бөтә Әзербайжан съезында ҡабул ителә.
1937 йылдың 10 марты��да йыйылған Советтарҙың IX Бөтә Әзербайжан съезы Әзербайжан ССР-ының яңы Конституцияһы проектын тикшерә һәм 14 мартта республиканың яңы конституцияһын раҫлай[3]. Яңы конституция республиканың милли, иҡтисади, сәйәси һәм тарихи үҙенсәлектәрен сағылдыра.
1978 йылдың 21 апрелендә Әзербайжан ССР-ы Юғары Советының VII сираттан тыш туғыҙынсы саҡырылыш сессияһында Әзербайжан ССР-ының һуңғы Конституцияһын ҡабул итә.
Үҙаллылыҡ алғандан һуң яңы Конституцияны әҙерләү кәрәк була. Бөтә халыҡ референдумы аша 1995 йылдың 12 ноябрендә бойондороҡһоҙ Әзербайжан Республикаһының тәүге Конституцияһы ҡабул ителә.
2002 йылдың 24 авгусында бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән (референдумда) Әзербайжанда Конституцияһына тәүге үҙгәрештәр индерелә[4].
2009 йылдың 18 мартында референдумда Коституцияның 29 статьяһына төҙәтмәләре ҡабул ителә[5].
2016 йылдың 26 сентябрендә бөтә халыҡтың тауыш биреү юлы менән 2009 йылғы Конституцияһының 29 статьяһына төҙәтмәләр индерелә. Һөҙөмтәлә Әзербайжанда илдең Вице-президенты вазифаһы булдырыла, президентлыҡ срогы 5 йылдан 7 йылға тиклем оҙайтыла, шулай уҡ Президентҡа Милли Мәжлесте (Милли Йыйылыш) һәм башҡаларҙы таратыу хоҡуғы бирелә[6]
Конституция маҡсаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан халҡы, уның күп быуатлыҡ дәүләтселек традицияларын дауам итеп, «Әзербайжан Республикаһының Дәүләт Бойондороҡһоҙлоғо тураһында»ғы Конституцион Актта сағылдырылған принциптарҙан сығып, бөтәһәнең һәм һәр кемдең именлеген тәьмин итеүҙе теләп, ғәҙеллек, азатлыҡ һәм именлекте раҫлап, үткән, бөгөнгө һәм киләсәк быуындар алдында үҙ яуаплылығын аңлап, үҙ суверенлы хоҡуғын файҙаланып, тантаналы рәүештә түбәндәге ниәттәре тураһында белдерә:
- Әзербайжан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон, суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн яҡларға;
- Конституция сиктәрендә демократик ҡоролошто гарантияларға;
- Граждандар йәмғиәтен раҫлауға өлгәшергә;
- Халыҡ ихтыярын сағылдырыусы булараҡ закондар өҫтөнлөгөн тәьмин иткән хоҡуҡи, донъяуи дәүләт төҙөргә;
- Ғәҙел иҡтисади һәм социаль тәртипкә ярашлы бөтәһенә лә лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеү;
- Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һаҡлап, башҡа халыҡтар менән дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек шарттарында йәшәргә һәм ошо маҡсаттарҙа ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлек булдырырға.
- Бөтә халыҡтың тауыш биреүе — референдум аша юғарыла һанап үтелгән маҡсаттар хаҡына әлеге Конституция ҡабул ителә[3].
Конституцияның йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе киҫәк: Дөйөм положение
- I бүлек. Халыҡ власы
- II бүлек. Дәүләт нигеҙҙәре
- Икенсе киҫәк: Төп хоҡуҡтары, азатлыҡтары һәм бурыстары
- III бүлек. Кеше һәм граждандың төп хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары
- IV бүлек. Граждандарҙың төп бурыстары
- Өсөнсө киҫәк: Дәүләт власы
- V бүлек. Закон сығарыу власы
- VI бүлек. Башҡарма власы
- VII бүлек. Суд власы
- VIII бүлек. Нахичеван Автономиялы Республикаһы
- Дүртенсе киҫәк: Урындағы үҙидара
- IX бүлек. Муниципалитеттар
- Бишенсе киҫәк: Хоҡуҡ һәм закон
- X бүлек. Ҡануниәт системаһы
- XI бүлек. Әзербайжан Республикаһы Конституцияһында үҙгәрештәр
- XII бүлек. Әзербайжан Республикаһы Конституцияһында өҫтәмәләр.
- Күсеш хәлдәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы Көнө
- Әзербажанда һайлауҙар һәм референдумдар
Референдумдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конституцияға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр өс референдум һөҙөмтәһендә индерелә: 2002 йылдың 24 авгусында, 2009 йылдың 18 мартында һәм 2016 йылдың 26 сентябрендә[7].
2002 йылғы референдум
1995 йылда ҡабул ителгән Конституцион төҙәтмәләр буйынса беренсе референдум 2002 йылда уҙғарыла. Әзербайжан Республикаһы Президентының 2002 йылдың 22 июнендәге 722-се һанлы Указына ярашлы Әзербайжан Республикаһының референдум тураһында яңы проекты булдырыла. Үҙәк һайлау комиссияһы билдәләгән көндә — 2002 йылдың 24 авгусында — бөтә халыҡ тауыш биреүҙе тәьмин итте.
2009 йылғы референдум
Әзербайжан Республикаһының Кнституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса икенсе референдум 2009 йылда уҙғарыла. Әзербайжан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы Әзербайжан Республикаһының Мәжлесенең 2088 йылдың 26 декабрендәге ҡарарына ярашлы референдумға әҙерлек башлай.Ҡануниәт талаптарына ярашлы Хөкүмәт тейешле саралар ҡабул итә. Референдум системалы ойошторолған календарь планы буйынса үткәрелә, уны Үҙәк Һайлау комиссияһы раҫлай. Әлеге эштәргә ярашлы республиканың төрлө һайлау органдары йәлеп ителә, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмалар. Референдумға ҡыҫылмау буйынса урындағы власть башҡарма органдары һәм округ һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашлығында региональ матбуғат сессиялары үткәрелде. Референдумды тәғәйе��ләгәндән һуң Үҙәк һайлау комиссияһында референдум буйынса 9 агитация төркөмө теркәлә. Ғәҙел тауыш биреү өсөн бөтә булған саралар күрелә, һайлау участкалары тейешле кабиналар һаны һәм тауыш биреү урналары менән тәьмин ителә. Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 70,83 % ҡатнаша[8].
2016 йылғы референдум
2016 йылдың 18 июлендә Әзербайжан Республикаһының Президенты Әзербайжан Республикаһы референдумы тураһындағы Закон проектына ҡул ҡуйҙы[9]. Закон проектында Әзербайжан Республикаһы Конституцияһының 42 статьяһына 29 төҙәтмә индереү тәҡдим ителде.
Шул уҡ көндө референдум тураһындағы «Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса» Закон проекты комментарийҙар өсөн Әзербайжан Республикаһының Конституцион судына ебәрелә[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Азербайджане отмечается День Конституции (рус.), «Новости-Азербайджан» (12/ 11/ 2009). 9 ноябрь 2010 тикшерелгән. 2014 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Хрестоматия по истории отечественного государства и права: форма государственного единства в отечественной истории XX века. — Юрайт, Высшее образование, 2009. — С. 93—94. — ISBN 978-5-9916-0092-7, 978-5-9692-0523-9.
- ↑ 3,0 3,1 История Азербайджана (рус.), Академия наук Азербайджанской ССР (1963). 9 ноябрь 2010 тикшерелгән.
- ↑ No 722, 22 июня 2002 — Законодательство Азербайджанской Республики
- ↑ Все дополнения и изменения к 29 статьям Конституции Азербайджана были поддержаны избирателями — предварительные результаты ЦИК
- ↑ Акт референдума Азербайджанской Республики «О внесении дополнений и изменений в Конституцию Азербайджанской Республики»
- ↑ «Azərbaycan Respublikasının Konstitusiyasında dəyişikliklər edilməsi haqqında» Azərbaycan Respublikasının Referendum Aktı
- ↑ Azərbaycan Konstitusiyası
- ↑ Azərbaycan Respublikasının prezidentinin rəsmi internet səhifəsi
- ↑ http://www.president.az/articles/20628