Секем
Секем | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) |
Продукция |
ауыл хужалығы |
Хеҙмәткәрҙәр һаны | |
Булендек компаниялар |
7 коммерция һәм бер нисә коммерцияһыҙ (2014)[2] |
Сайт | |
Секем (ингл. SEKEM), «Секем» инициативаһы (ингл. Sekem initiative) — күп профилле мысыр холдингы, социаль эшҡыуарлыҡ принциптарын тормошҡа ашыра, нигеҙҙә илдең ауыл хужалығында эш итә[1][2][4].
2014 йылға ҡарата 7 коммерция һәм бер нисә коммерцияға ҡарамаған ойошманы берләштерә, уларҙа 2 000-дән ашыу кеше эшләй[1][2][3].
Компанияны Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) ойошторған, хужаһы һәм етәксеһе лә ул[1][4].
Компания социаль эшҡыуарлыҡтың классик кейстарының береһенә әүерелә һәм был өлкәләге «ҡатнаш коммерция ойошмаһы» тип классификациялана[1][2][3][4][5]. «Секем» «Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды» ярҙамын ала[3][6].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп профилле «Секем» холдингы финанс уңышына өлгәшкән бер нисә компаниянан тора, улар йәмғиәттең социаль һәм мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә, шулай уҡ Мысыр йәмғиәтенең үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тырыша[4].
«Секем» холдингы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[4]:
- Иҡтисад.
- Төп компания һәм ауыл хужалығы компаниялары/предприятиелары.
- Төп компания инвестициялай һәм бурысҡа аҡса бирә, ойоштороу эштәрен алып бара, маркетинг стратегияһын, кеше ресурстары һәм «Секем» фәлсәфәһенә тап килгән ҡиммәттәр менән эште тормошҡа ашыра. Бүлендек компаниялар органик аҙыҡ-түлек, мамыҡ, туҡыма һәм шифалы үләндәр етештерә[2].
- Мәҙәниәт.
- Мысыр культуралы ер эшкәртеү биодинамик ассоциацияһы (ингл. The Egyptian Biodynamic Association (EBDA)), «Секем» үҫеш фонды (ингл. The SEKEM Development Foundation´s (SDF)), Мысыр мәҙәни үҫеш йәмғиәте (ингл. Egiptian Siciety for Cultural Development (SCD))[1], дәүләттеке булмаған, коммерцияға ҡарамаған «Хелиополис» университеты (ингл. Heliopolis University).
- Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашыра.
- Социаль.
- «Секем» (ингл. The Cooperative of SEKEM Employees (CSE)) хеҙмәткәрҙәре кооперативы.
- Үҙ ағзаларының социаль ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Секем"дың ойоштороусыһы Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) 20 йыл буйы ғаиләһе менән Австрияла йәшәй, шунан ватаны Мысырға ҡайтырға була[1]. Ул илендә иҡтисадтың артта ҡалғанлығын, социаль проблемалар күплеген күрә[1].
1977 йылда Ибраһим Әбүләйеш «ерҙе һәм кешеләрҙе сәләмәтләндереү» маҡсатында социаль венчур предприятиеһы ойошторорға ҡарар итә[1][2][7].
Компанияның исеменә әйләнгән «Секем» тигән һүҙ йәшәү һәләтен — ҡояштан алынған көс-ҡеүәтте — аңлатҡан иероглифтың транслитерацияһы булып тора[3][8].
Тәүге ауыл хужалығы предприятиеһы «Секем» Ҡаһирәнән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай сүлдәге 70 акр ерҙә ойошторола[8].
Эшҡыуар үҫемлектәрҙе һәм тәмләткестәрҙе, шулай уҡ шифалы һәм хуш еҫле үләндәрҙе биодинамик үҫтереү менән шөғөлләнә башлай[1][2]. Органик культивация тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә, боҙолоуына юл ҡуймай, ��ҫемлектәр төрлөлөгөн арттыра һәм эшкәртеп булмай торған ҡалдыҡтарҙы булдырмай, тигән шарттарға нигеҙләнә[3]. Шулай итеп, ошо ысулдарҙы файҙаланып алынған продукттарҙы һатырға, эшкәртергә йә культивация барышында ҡабат тотонорға була, һөҙөмтәлә тотороҡло һәм үҙ аллы хужалыҡ хасил була[3].
Пестицидтар ҡулланыуҙан баш тартыу һәм биодинамик культивацияға өҫтөнлөк биреү арҡаһында «Секем» тупраҡ уңдырышлылығын күтәрә, был Мысырҙағы ауыр иҡтисади хәлде яҡшыртыуға өлөш индерә[1][4].
Башта «Секем» компанияһы етештергән аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар нигеҙҙә экспортлана[3].
Тиҙҙән «Секем» илдә һәм донъяла химик ашламалар файҙаланмайынса тәбиғи продукттар етештереүсе, шулай уҡ билдәле фитофармацевтик предприятие булараҡ танылыу яулай[1]. Компания сауҙаһының 55%-тан ашыуы эске баҙарға тап килә[3].
2005 йылға «Секем» Мысырҙағы 2000-дән ашыу фермерҙан һәм күп һанлы партнёр ойошмаларҙан торған селтәр хасил итә һәм тәжрибәһен, белемдәрен башҡа илдәр, шул иҫәптән Һиндостан, Фәләстин, Сенегал, Төркиә һәм Көньяҡ Африка, менән уртаҡлаша башлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Ангелина Горбунова. Пять мифов о социальном предпринимательстве . Частный Корреспондент (14 декабрь 2014). Дата обращения: 29 апрель 2015. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Инга Пагава. Фонд Шваба: лучшие практики . Новый Бизнес (12 февраль 2008). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ "The Sekem Initiative" 2006 йыл 20 май архивланған., IESE Business School case study.
- ↑ Ibrahim Abouleish (ингл.). Schwab Foundation. Дата обращения: 29 апрель 2015. 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ В некоторых 2016 йыл 4 март архивланған. источниках: «согреть землю и людей».
- ↑ 8,0 8,1 Ibrahim Abouleish (нем.). chemie.de. Дата обращения: 22 апрель 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайт: SEKEM.