М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ (2000 йылдан)) | |
Исеме |
Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́ (БГПУ им. М. Акмуллы) |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
Bashkir State Pedagogical University named after M. Akmulla |
Элекке исеме |
Башҡорт дәүләт педагогия институты (1967—2000) |
Асылған йылы | |
Ректор |
Салауат Сәғитов |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Октябрь революцияһы урамы, 3а |
Сайт |
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (рус. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́, БГПУ им. М. Акмуллы) — Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, был йүнәлештәге фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ 1967 йылдың 18 ғинуарында асыла[1], 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. Эшләү дәүерендә университет 40 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Илдең 20 иң яҡшы юғары педагогия уҡыу йорто исемлегенә инә[2].
Университетта «Аудитория» гәзите[3] һәм «Педагогический журнал Башкортостана» журналы нәшер ителә.
Педагогия институты булараҡ асылған был юғары уҡыу йорто республиканың башлыса ауыл мәктәптәрен юғары белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеү маҡсатын тормошҡа ашыра. Вуз эшләүенең тәүге йылдарынан уҡ йылдам үҫә: яңы факультеттар асыла, кафедралар ойошторола, һәм һөҙөмтәлә ул Рәсәй Федерацияһында алдынғы һәм ҙур педагогия вуздарының береһенә әйләнә, 1976 йылда I категориялы юғары уҡыу йорто булып таныла.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәнғәт-графика факультеты (художественно-графический факультет)
- Психология факультеты (факультет психологии)
- Физико-математика факультеты (физико-математический факультет)
- Тарих һәм хоҡуҡ белеме институты (институт исторического и правового образования)
- Филологик белем һәм мәҙәни-ара бәйләнештәр институты (институт филологического образования и межкультурных коммуникаций)
- Тәбиғәт-география факультеты (естественно-географический факультет)
- Физик культура факультеты (факультет физической культуры)
- Башҡорт филологияһы факультеты (факультет башкирской филологии)
- Социаль-гуманитар факультет (социально-гуманитарный факультет)
- Һөнәре белем һәм мәғлүмәт технологиялары институты (институт профессионального образования и информационных технологий)
- Педагогия институты (институт педагогики)
- Квалификация күтәреү һәм һөнәри белемде арттырыу институты (институт повышения квалификации и профессиональной переподготовки)
- М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы (колледж БГПУ им. М. Акмуллы)
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2017 йылдың майында университеттың «Страдл» халыҡ коллективы спорт-аэробика шоуы «Рәсәй студент яҙы» фестивалендә беренсе урынды яуланы. Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында үткән концертта был төркөм «Үҙенсәлекле жанр»/«Пластика» йүнәлешендә иң яҡшыһы булды[4].
- 2017 йылдың апрелендә «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансам��ле артистары Ҡытайҙы яуланы: Тяньзинь ҡалаһында барған Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһап, башҡорт һылыуҙары тамашасыны хайран итте[5].
- 2017 йылдың мартында Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнашты[6] һәм Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Ансамбль «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡарып, 320 мең тәңкәлек сертификат алды[7].
- 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә педагогия университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[8].
- Университет 2017-2020 йылдарҙа ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант отто[9].
Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы
- Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы
- Әлибаев Зәки Арыҫлан улы
- Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы
- Ғәлина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы
- Дәүләтҡолова Гөльфиә Шәфҡәт ҡыҙы
- Ҡолансин Айтуған Йомабай улы
- Нәбиуллина Гөлнур Мирза ҡыҙы
- Солтаҡаева Раушания Абдулхай ҡыҙы
- Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы
- Таһирова Сәлимә Айбулат ҡыҙы
- Толомбаев Вадим Зәйнулла улы
- Хәбибуллина Зөләйха Әхмәт ҡыҙы
- Хөбөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы
- Шагапова Гөлкәй Рәхимйән ҡыҙы
- Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (3.09.1955) — тарих-инглиз факультетын тамамлаған, сәсәниә, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)[10]
- Нечвалода Елена Евгеньевна (4 август 1968 йыл) — художество-графика факультетын тамамлаған, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1998)[11] 1997 йылдан алып Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Фәнни Үҙәгенең Этнография бүлегендә эшләй. 1998 йылда этнология, антропология темалары буйынса тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: традицион орнамент, биҙәү сәнғәте[12].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ День 18 января в истории Уфы. Официальный сайт г.Уфы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2022)
- ↑ Башкирский государственный педагогический университет имени Мифтахетдина Акмуллы. Высшие учебные заведения. Наука и образование — 450 лет в составе России 2008 йыл 10 октябрь архивланған.
- ↑ http://www.bspu.ru/template/guest/admin.php?page=82 2009 йыл 28 ноябрь архивланған. Газета Аудитория
- ↑ Республиканың ижади коллективы Кремлдә «Рәсәй студент яҙы»нда беренсе урынды яуланы. , 2017, 23 май (Тикшерелеү көнө: 23 май 2017)
- ↑ Республиканың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Ҡытайҙы яуланы. , 2017, 2 май (Тикшерелеү көнө: 2 май 2017)
- ↑ Башҡорт дәүләт педагогия университеты ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнаша. , 2017, 21 март (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)
- ↑ Республиканың «Кружева» ансамбле Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. , 2017, 24 март (Тикшерелеү көнө: 24 март 2017)
- ↑ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто. , 2017, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
- ↑ Башҡорт дәүләт педагогия университеты ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант отто. , 2017, 17 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2017)
- ↑ ГАЙНУЛЛИНА Асия Султановна — Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы
- ↑ Нечвалода Елена Евгеньевна
- ↑ Нечвалода Елена Евгеньевна
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2022)