Ләмәҙтамаҡ
Ауыл | |
Ләмәҙтамаҡ рус. Лемез-Тамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Мағаз (фараз ителә) |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452564 |
Һанлы таныт��алар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ләмәҙтамаҡ — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825001.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ҡотош ауылына асфальт юлы, Һабанаҡ ауылына тура иҫке ҡырсынташ юл һәм Мәсәғүт-Әчит юлы аша асфальт юл бар. Әй йылғаһында боҙ тотһа, Әбдрәхим ауылына ҡышҡы юл һалына. Фрунзе, … асфальт түшәлгән, Ғәзизов … урамдары ҡырсынташлы.
Ауылға газ үткән.
Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан. Элек Нуриманов исемендәге колхоз / ауыл хужалығы етештереү кооперативы идараһы Ләмәҙтамак ауылында урынлашҡайны.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Координаталары 58°16` көнсығыш оҙонлоҡта һәм 55°50` төньяҡ киңлектә.
- Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөгә 267 км.
- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 15 км
- Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы үҙәге.
- 1932—1935 йылдарҙа Мәсетле районы үҙәге.
- Яҡындағы тимер юл станциялары: Сулея, Силәбе өлкәһе — 110 км, Красноуфим, Свердловск өлкәһе 91 км.
- Мәсәғүт—Әчит автомобиль юлы үтә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Ҡошсо ырыуына ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл. Мулла Хисаметдин Кинзин нәҫелдәре һөйләүенсә, ауыл мәсете 18 быуат уртаһында күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң, ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Хәтирәләр буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылы урынында булған Ҡошсо ырыуының төп ауылы ихтилал ваҡытында яндырылғандан һуң күсеп килгәндәр. Икенсе вариант буйын��а Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекер бар. Ике ауылда ла Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағы Аҡай аймағы бар. Ҡошсоларҙың ике Ләмәҙтамаҡ һәм Мәләкәҫ ауылдары исемдәре йылға (гидроним) менән бәйле, башҡа ауылдар кеше исеменә таяна. Был ике ауыл ваҡыт буйынса һуңыраҡ нигеҙләгән.
Тәү башлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы.
Ауыл беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынан 1795 йылғы рәүиз яҙмаһында теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете 1779 йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар[2]. Ауылдың икенсе мәсете Өфө виләйәте идараһының 1910 йылғы 29 май указына ярашлы төҙөлгән[3]. XIX быуат һуңында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс, 2 ашлыҡ елгәргес, баҙар майҙаны, 3 бакалея кибете, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам (паром) булған[4]. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың Иван Лепихин яҙмаларына таянып яһаған фаразы буйынса ауылдың боронғо исеме Мағаз булыуы мөмкин.
Биләмә беремектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Олоҫ, ауыл Советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1796 | Ҡошсо улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1798 | Оло Ҡошсо улусы 8-се башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1873 | Оло Ҡошсо улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1917 | Оло Ҡошсо улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1919 | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Башреспублика | РСФСР | |
1922 | Дыуан-Мәсетле улусы | Мәсәғүт кантоны | Башреспублика | РСФСР |
1930 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Дыуан-Мәсетле районы | БАССР | РСФСР, СССР |
1932 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | БАССР | РСФСР , СССР |
1960 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Балаҡатай районы | БАССР | РСФСР , СССР |
1962 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | БАССР | РСФСР , СССР |
1992 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны тураһында теүәл һәм рәсми мәғлүмәт 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар[5].
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[11]:
- Ғәзизов (урамы) (рус. Газизова (улица))
- Карл Маркс (урамы) (рус. Карла Маркса (улица))
- Баҡса (урамы) (рус. Садовая (улица))
- Салауат Юлаев (урамы) (рус. Салавата Юлаева (улица))
- Фрунзе (урамы) (рус. Фрунзе (улица))
Рәсми булмаған урам исемдәре[12].
- Мәтәй —
- Төп Мәтәй —
- Ҡуян ауыл — Фрунзе урамының башынан Баҡса урамы боролошона тиклем.
- Үрге ос — Ғәзизов урамы
- Уртасыҡ —
- Түбән ос
- Туғыҙлы
Ҡыҙыҡлы хәл: Түбән ос Үрге осҡа ҡарағанда бейегерәк урынлашҡан. Урам остарының атамаһы йылғалар ағымына бәйле булыуы менән аңлатыла.
Тирә — яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды[13].
- Әй — йылға, Ҡариҙелдең ҡушылдығы, ауыл йәнәшәһенән аға.
- Ләмәҙ — йылға, Әйҙең ҡушылдығы, ауылды ике өлөшкә бүлеп аға.
- Мәтәй төбәк — Төп Мәтәй урамы арты, Әй йылғаһы яры буйлап Үрге таштыҡҡа тиклемге һыубаҫар туғай. Ауылдың һабантуй үткәреү урыны.
- Үрге таштыҡ — Әй йылғаһы ағымы төньяҡтан көнбайышҡа табан боролған ере. Ауылдан бер километр самаһы өҫтәрәк.
- Кисеү -
- Сөйөртмә
- Урыҫүлгән — Кәртәле төбәктең бер мөйөшө һәм Әй йылғаһының ағымы көнсығыштан төньяҡҡа табан киҫә боролған урын. Был урында Әй йылғаһында урыҫ милләтле кеше батып үлгән тигән хәтирә ҡалған.
- Кәртәле төбәк — Түбәнге оста Әй буйындағы төбәк. Өс яғы йылға менән, бер яғы текә тау менән тәбиғи кәртәләнгән һыубаҫар туғай.
- Серек Ләмәҙ — Кәртәле төбәгендәге күл, уйһыу урын. Боронғо заманда Ләмәҙ йылғаһының үҙәне. Әй йылғаһы яҙ көнө ныҡ ташҡан ваҡытта күл хасил була.
- Йоҡаҡ ташҡаҙған — Йоҡа таш алына торған соҡор. Түбәнге оста Вафин Вәрис ағай йорто артынан тауға күтәрелгән ерҙә урынлашҡан. Элекке заманда һарай, келәт, мунса баштарын ошонан алынған йоҡа таш менән япҡандар, ихата-йорт юлына түшәгәндәр.
- Алтынай — Түбәнге остан Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юлдағы беренсе йырын буйы. Боронғо заманда ул тирәлә алтын бөртөктәре табылған тигән хәтирәләр ҡалған.
- Бабайҙыҡ (бабайлыҡ) — Түбәнге остан Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юл буйында уң яҡта урынлашҡан яңғыҙ ҡәбер. Изге урын тип иҫәпләнә. Мосафир кеше үлеп ҡалған һәм шул урында ерләнгән.
- Бүрелеҡул — элеке сусҡа фермаһы ҡаршыһындағы ҡул буйы, Ҡырсындыға туры юл бар ине.
- Балта — Бүрелеҡул юлы менән тау башына менеп еткән урын.
- Энәгүл — күл
- Сүсәкәй — тау,
- Маяҡтау — тау,
- Ташҡаҙған
- Айыубаҫҡан
- Аҡтүбә
- Ҡырсынды
- Ҡырсынды күл
- Борошҡул — Ҡырсынды артынан башлана һәм, Буртаковка яҡҡа китеп, унан һуң Һабанаҡ яҡҡа боролған ҡул буйы.
- Алма баҡсаһы (төбәк)
- Гис (ГЭС) төбәк
- Мәсет юлы
- Ҡыя юл — юл, Мәсәғүт—Әчит автомобиль юлынан Октябрьск ауылына киткән юл, Төлкөбай башына тиклем.
- Беренсе Төлкөбай — тау.
- Төлкөбай тыҡрығы
- Төлкөбай шишмәһе — Төлкөбай тыҡрығында көслө генә ағып сығып, Ләмәҙ йылғаһына ҡушылған тәмле һыулы шишмә.
- Икенсе Төлкөбай
- Әгәрәү (Егорова гора)
- Усып тирмәне
- Усып арты
- Кажунай
- Әрҙәнәғол (ҡул)
- Мөхөп юлы
- Гәрәй тауы
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуғандар
- Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (3 ғинуар 1951 йыл) — башҡорт журналисы һәм шағиры. СССР-ҙың журналистар (1986) һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000).
- Аҙнабикә, тыуған һәм үлген ваҡыты билдәһеҙ — риүәйәт буйынса Салауат Юлаевтың әсәһе.
- Баһаутдинов Радик Алик улы(недоступная ссылка) (30 март 1979 йыл) — ғалим-тарихсы, тарих фәндәре кандидаты (2007).
- Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы, (12 февраль 1912 йыл — 2007 йыл, Өфө ҡалаһы) — финансы-иҡтисадсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
- Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы-статистик, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы ҡәңәшсеһе (2005), Статистика отличниге (2010). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
- Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (21 август 1936 йыл — 16 декабрь 2002 йыл) — уҡытыусы, саңғы һәм еңел атлетика спорты буйынса тренер. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).
- Ғиниәтова Фәйрүзә Роберт ҡыҙы, — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (????)
- Ғәзизов Раян Нариман улы (14 апрель 1960 йыл — 5 май 1981 йыл) — Афған һуғышында һәләк булған яугир (25.10.1979), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
- Зарипов Айрат Янсур улы, 12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-философ, философия фәндәре докторы (2005), профессор (2005)
- Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (13.08.1949), хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
- Ҡаев Фәрит Ғалихан улы, 25 апрель 1955 йылда тыуған — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992).
- Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы, 30 октябрь 1929 йылда тыуған — педагог, РФСФР-ҙың атҡаҙанған мәктәп үҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниге (1966)
- Ҡорбанов Рауфат Ғафый улы, 16 февраль 1936 йылда тыуған — инженер-механик, дәүләт хеҙмәткәре.
- Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, 11 сентябрь 1930 йыла тыуған — 14 сентябрь 2008 йылда үлгән — педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1965).
- Ҡылысбаев Фердинанд Әкрәм улы (Әҙһәм) (2.08.1926 — 26.07.2001), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). Бөйөк Ватан Һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
- Рәхмәтуллин Ҡарам Рәхмәтулла улы, февраль 1913 йылда тыуған-??? үлгән — юрист, дәүләт хеҙмәткәре.
- Сәрүәров Людвиг Нәбиулла улы,3 ғинуар 1949 йылда тыуған — төҙөүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004).
- Хисмәтов (Хисмәтуллин) Сисәнбай Хисмәтулла улы, 1854 (1845) йылда тыуған-үлгән йылы ике төрлө күрһәтәләр (1917 һәм 193?) — уҡымышлы табип.
- Шафикова Венера Фәхретдин ҡыҙы, 7 ғинуар 1948 йылда тыуған — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре.
- Яндурина Гөлназ Радик ҡыҙы(недоступная ссылка), 10 июнь 1961 йылда тыуған — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).
- Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгәндәр
- Дильмухаметов Сәрүәр Ислам улы, 24 август 1938 йылда тыуған — агроном, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хуҗалығы хәҙмәткәре (1995), Дильмухаметова Рәйсә Фаиз ҡыҙы һәм Дилмухаметов Сәрүәр Ислам улы, Рәсәй Федерацияһы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» («Любовь и верность») миҙалы менән бүләкләнгәндәр.
- Ҡылысбаева Сания Хафиз ҡыҙы, 1 декабрь 1925 йыла Малаяҙ аулында тыуған-1 сентябрь 2001 йыла үлгән — педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниге (1977).
- Ямалетдинова Роза Фәхретдин ҡыҙы, 16 мая 1948 йылда Яраҫтау ауылында тыуған — табип, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличниге (2007). Атаһының сығышы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт сығанаҡтары.
- Хәтер китабында Мәсетле районы яугирҙәре, беренсе бит 2016 йыл 4 март архивланған., һуңғы бит 2016 йыл 4 март архивланған..
- Һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге, 1947 йылда Мәсетле районы буйынса төҙөлгән, беренсе бит 2020 йыл 30 октябрь архивланған..
- Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе сайтындағы исемлек, Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары яугирҙәре, Һуғыштан ҡайтмағандар исемлеге.
- Шулай уҡ, яу яланында, хәрби госпиталдәрҙә төҙөлгән исемлектәрҙәге мәғлүмәткә һылтанма һәләк булған яугир исеме янына ҡуйыла.
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдуллин Ғайфулла Абдулла улы | __.__.1898 | 04.04.1944 | яу яланында үлгән, Мәсетле РВК-нан 16.08.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [1] 2016 йыл 4 март архивланған. хәбәрһеҙ юғалған тигән документ, Хәтер китабында [2] 2020 йыл 30 октябрь архивланған.. |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдулин Әхәт Абдулла улы | __.__.1911 | __.09.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 01.07.1941 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [3] 2020 йыл 30 октябрь архивланған., Хәтер китабында [4] 2016 йыл 4 март архивланған. |
Ғатауллин Әлтәф Ғатаулла улы | __.__.1902 | __.07.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 07.01.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [5] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [6] 2020 йыл 30 октябрь архивланған.. |
Хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индерелеп тә тере ҡайтҡан
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Хаталы иҫәп йылы | Хаталы иҫәпкә ҡыҫҡаса мәғлүмәт | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдрафиҡов Рәхимйән Абрафиҡ улы | __.__.1925 | __.__.1945 | хәбәрһеҙ юғалған, ябай уҡсы, 212 уҡсылар дивизияһы, 1945 йылда юғалған, Хәтер китабында [7] 2020 йыл 30 октябрь архивланған. |
Ләмәҙҙәр ҡушаматы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡушаматы — кәзә. Шуға күрә ләмәҙҙәрҙе кәзәләр тиҙәр. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ кешенең шәхси үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы береүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Каштан, Комрат, Әдүлф, Бәзек, Тартай, Өпөш, Будулай, Өстин, Япон, Шағыр, Ҡуян, Сәүкә, Тумбурлин (Дятел, Тумыртҡа), Әтәс, Ленин бабай, Ҡолдор, Йомай, Үрҙәк, Әртис, Тутбаш, …
Ауыл лаҡаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ухтыйыңды миңә лә һал әле. — Колхозсылар ҡыш көнө урман йығырға баралар. Ашарға ултырғанда араҡы ла эсәләр. Араҡы ҡойоусы бер ағай үҙенә һәр ваҡыт күберәк һала һәм: «Ух, ты», — тип, яңылыш булды, тигәнгә ишаралай. Сираттағы араҡы ҡойған ваҡытында икенсе ағай көрәгәсегә: «Ухтыйыңды миңә лә һал әл», — тип өндәшә. Шул ваҡыттан бирле ҡотоштар һәм ләмәҙҙәр нимәнелер бүлешкәндә шулай тип әйтәләр. «Мутлашма, тоғро бүлеш» мәғәнәһендә ҡулланыла.
- Көлмәгеҙ әле, былай ҙа юл тар. — Биш кеше машинала ҡалаға ҡунаҡҡа китеп баралар. Кәйеф күтәренке, шаян хәбәрҙәр һөйләп, көлөшөп алалар. Рулдә булған кешене албырғатмайыҡ тигәнде әйтергә теләп, береһе: «Көлмәгеҙ әле, былай ҙа юл тар» — ти. Хәҙер был ғаиләгә ҡараған ләмәҙҙәр лаҡапты «Иғтибарлы булығыҙ» мәғәнәһендә ҡулланалар.
- Үҙем ашайым, үҙемә оҡшай. Тәмле. — Бер килен, ҡәйнәһе ҡалаға ҡунаҡҡа киткәс, беренсе тапҡыр мейестә үҙ аллы икмәк бешерә. Икмәге килешмәй. Килен кеше зарын эштә әхирәттәренә һөйләй: «Ҡәйнәмһеҙ икмәк бешергәйнем, балалар ашамайҙар. Үҙем ашайым, үҙемә оҡшай. Тәмле». Шунан һуң ауыл ҡатындары, аш-һыуы килешеп бөтмәһә, әлеге лаҡапты әйтеп, үҙҙәрен йыуаталар. «Аш-һыу килешеп етмәне» тигәнде аңлата.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ауыл үҙәге. Был урыны «Мәтәй» тип атала (рәсми булмаған атама).
-
Ауыл үҙәге. 20 быуаттың 60-сы йәки 70-се йылдар башында төшөрөлгән рәсем. Алғы уң яҡта мәсет йорто, ул ваҡытта клуб итеп ҡулланылған.
-
Ауылдың боронғо урыны.
-
Сүсәкәй (тау) башынан төшөрөлгән.
-
Үрге таштыҡ. Һыу инеү урын. Әй йылғаһы.
-
Ауыл күренеше.
Ҡыҙыҡ ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытында ауыл эшҡыуарҙары Лена һәм Айрат Мөхәррәмовтар үҙҙәренең юл буйы кафеһындә Мексика көйөрмәндәрен бушлай ашатып, автобустарын ремонтлап оҙаталар[14].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Генеалогия һәм архивтар сайтында мәҡәлә (урыҫса)
- Картала ҡарағыҙ
- Синыфташтар сайтында ауылдаштар төркөмө
- Вконтакте сайтында Ләмәҙтамаҡтар төркөмө
- Вконтакте сайтында оло фотоальбом
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузеев Р. Ғ. Очерки исторической этнографии Башкир. ч. 1. — Уфа,1957.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000.
- Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.2. — Большеустьикинское, 1997.
- Р. Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ ГКУ РБ ЦИА РБ, Фонд № И-295, Опись № 2, Дело № 4, ЛЛ № 189об-190.
- ↑ ГКУ РБ ЦИА РБ, Фонд № И-295, Опись № 2, Дело № 4, ЛЛ № 194об-195.
- ↑ Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.VI. Златоустовский уезд. — Самара, 1899. — 901 с.:карт. — с.29 прил. — 35 страница в приложениях
- ↑ Р. Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана. Ч I. Уфимская губерния. 1877. // Өфө — Китап, 2002. — Т. 1. — Б. 432. — ISBN 5-295-03133-0, 5-295-03188-8
- ↑ Населенные места Российской империи в 500 и более жителей с указанием всего наличного в них населения и числа жителей преобладающих вероисповеданий по данным первой всеобщей переписи населения 1897 г. (урыҫ): под ред. Н. А. Тройницкого — СПб.: 1905. — 270 с.
- ↑ Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. // Өфө — Китап, 2002. — Т. 3. — Б. 400. — ISBN 5-295-03133-0, 5-295-03091-1
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ләмәҙтамаҡ ауылы
- ↑ Нурыев Тимерхан Нурый улынан яҙып алынды
- ↑ Мәғлүмәт биреүсе кешеләр: Шабаков Фиҙәлит Фәхретдин улы (1952 йылғы)
- ↑ Мексиканская ночь на мечетлинской земле 2018 йыл 12 июль архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
- Pages with disabled graphs
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса тораҡ пункттары
- 1735 йылда нигеҙләнгән тораҡ пункттар
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һ��лтанмаһы булған мәҡәләләр
- Мәсетле районы ауылдары
- Әй буйындағы тораҡ пункттар
- Тарихи Башҡортостан ерҙәре топонимикаһы