Имамзадә
Уҡыу көйләүҙәре
Имамзадә (фарс. امامزاده; рус. Имамзаде) — «имам нәҫеле») — шиғый имамы нәҫеле. «Имамзаде» һүҙе шулай уҡ шиғыйҙарҙың имамзадә ерләнгән иҫкә алыу ҡорамын аңлата.
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имамзадәләр шиғыйлыҡта хөрмәт ителә. «Имамзадә» титулын , ҡатын-ҡыҙҙарҙан һәм үҙҙәре имам булып киткәндәрҙән тыш, имамдарҙың улдары һәм ейәндәре йөрөтә ала[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғибәҙәтханаларға зыярат ҡылыу өсөн шиғый ғибәҙәт ҡылыусылары үҙем йөрөй. Имамзадәләрҙең күп һанлы ғибәҙәтханалары Иранда, Ираҡта, Афғанстанда һәм Әзербайжанда урынлашҡан.
Биҙәлеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорамдар ғәҙәттә нәзәкәтле архитектураға һәм матур интерьерға эйә. Йыш ҡына бик күп көҙгөләрҙән төшкән яҡтылыҡ уйынын, сәнғәти башҡарылған һырланған ағас биҙәктәрен күрергә мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Imāmzāda / Lambton, A.K.S. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ��рҙам итә алаһығыҙ. |