Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Болан-ҡуңыҙ |
Ата һәм инә ҡуңыҙ |
Фәнни классификация |
---|
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Lucanus cervus (Linnaeus, 1758)
|
Синонимдар |
---|
- Scarabaeus cervus Linnaeus, 1758
- Lucanus capreolus Füessly, 1775
- ucanus dorcas Müller, 1776
- Lucanus capra Olivier, 1789
- Lucanus hircus Herbst, 1790
- Lucanus inermis Marsham, 1802
- Lucanus grandis Haworth, 1807
- Lucanus microcephalus Mulsant, 1842
- Lucanus lusitanicus Hope et Westwood, 1845
- Lucanus maxillaris Motschulsky, 1845
- Lucanus vicinus Hope et Westwood, 1845
- Lucanus cornutus Dale, 1893
- Lucanus judaicus Planet, 1902
- Lucanus validus Möllenk, 1912
|
Ареал |
---|
Европала йәшәү ареалы: хәҙерге ҡыҙыл төҫ менән күрһетелгән, юҡҡа сыҡҡан урыны штрихланған
|
|
Болан-ҡуңыҙ (лат. Lucanus cervus, рус. Жук-олень) — Lucanus ырыуы тараҡ мыйыҡлылар ғаиләһендәге ҡаты ҡанатлы эре ҡуңыҙ. Европала тереклек итеүсе иң эре ҡуңыҙ булып иҫәпләнә; ата ҡуңыҙҙың уртаса ҙурлығы 70—74 мм, шулай уҡ 86—91 мм ҙурлыҡтағылары ла осорай.
Ата ҡуңыҙҙың өҫкө ҡаҙналары һәм ҡанаттары аҡһыл-ҡоңғорт, инә ҡуңыҙҙыҡы ҡара төҫтә. Инә ҡуңыҙ ағас ҡыуышына, серек ағас төптәренә йәки ағас төбө янындагы тупраҡка эре (2,2 мм-ға ҡәҙәр), оҙонса йомортҡа һала, личинкалары серек үҙагас менән туйына. Личинкалары С һамаҡ, ҡоңғорт башлы, аяҡтары яҡшы үҫкән, кәүҙәһенең арҡа яғы шыма һәм уның осонда характерлы ике һөйәле бар. Личинкалар 5 йыл самаһы үҫә, ҙур личинканың оҙонлоғо 13,5 см-ға етә. Болан ҡуңыҙ урман зонаһының көньяғында һәм урманлы далада, нигеҙҙә имән урманднарында осорай. Июль һәм август айларында ҡуңыҙҙар ҡаты безелдәп имән ағасы баштары тирәһендә осалар, йыш ҡына ағас һуты ағып торған урын өсөн, шулай уҡ инә ҡуңыҙҙар өсөн үҙара һуғышалар.
Башҡортостанда Архангел, Ғафури, Өфө райондарында имән һәм ҡатнаш урмандарҙа йәшәй.
-
Lucanus cervus ♂
-
Lucanus cervus ♀