Витим ҡурсаулығы
Витим ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 585838 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 20 май 1982 йыл |
Урынлашыуы | |
57°12′10″ с. ш. 116°48′28″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Иркутск өлкәһе |
vitimskiy.ru | |
Витим ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Вити́мский») 1982 йылдың 20 майында ойошторола. Ҡурсаулыҡ территорияһы Саян-Байкал тау районында Витим йылғаһы буйлап Бодайбо ҡалаһынан 240 км өҫтә урынлашҡан. Майҙаны — 585 838 гектар[1]. Ҡурсаулыҡтың йылға селтәре Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай. Бында күлдәр күп: айырыуса Орон күле фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡтың уртаса зона сиктәрендә урынлашыуы, океандарҙан һәм таулы ерҙәрҙән ҙур алыҫлығы климаттың төп үҙенсәлеген — климат шарттарының киҫкен континентальлеген һәм бейеклек бүлкәтлеген — билдәләй. Абсолют температура минимумы −60 °C етә. Ҡыш октябрь башында башлана һәм яҡынса 7 ай дауам итә. Дөйөм алғанда, йылы осорҙоң оҙайлығы (0 °C-тан юғары) йылына яҡынса 145 көн тәшкил итә.
Фауна һәм флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урм��н ҡурсаулыҡ майҙанының яҡынса 12 процентын биләй. Үҫемлектәрҙең 1085 һәм лишайниктарҙың 9 төрө асыҡланған.
Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән көпшәле үҫемлектәргә алһыу алтын тамыр, наяда, һуғанбашлы калипсо, Байкал бородинияһы ҡарай.
Ҡурсаулыҡта 220-нән ашыу ҡош, балыҡтарҙың — 23, амфибия — 3, һөйрәлеүселәрҙең — 1, һөтимәрҙәрҙең 35 төрө теркәлгән. Ҡуш тояҡлыларҙан болан, кабарга, мышы киң таралған. Шулай уҡ әлгәнйәк күп.
Топографик карталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта бите O-50-XXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- Карта бите O-50-XXVII. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Описание территории на официальном сайте заповедника (недоступная ссылка — история).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта Витимского заповедника 2012 йыл 6 апрель архивланған. Служба по охране природы и озера Байкал Иркутской области
- Витимский заповедник (недоступная ссылка — история). Управление Федеральной службы по надзору в сфере природопользования (Росприроднадзора) по Иркутской области