Википедия:Мәҡәлә өсөн ҡулайһыҙ темалар исемлеге
Уҡыу көйләүҙәре
Бында мәҡәлә яҙыу өсөн ҡулайһыҙ темалар исемлеге килтерелә, яҙылған осраҡта улар «Юйылыуға» тигән биткә эләгәсәк.
- Автобиография йәки һеҙ эшләгән ойошма, бында хатта энциклопедик әһәмиәткә эйә ойошмалар ҙа, музыкаль коллективтар ҙа инә. Мәнфәғәттәр бәрелешеүе ихтимал.
- Һеҙ йәшәгән урам (ул ниндәйҙер халыҡ-ара танылыуға эйә булған осраҡтарҙан тыш).
- Булған мәҡәләне ҡабат яҙыу (уны мөхәррирләргә генә була). Эҙләүҙән файҙаланығыҙ.
- Һеҙҙең клуб, йәмғиәт, студенттар берлеге һ. б. (улар билдәле булып, бойондороҡһоҙ сығанаҡтарҙа сағылдырылған булмаһа).
- Йәшерен йәмғиәттәр (ысынлап йәшерен) һәм, ғөмүмән, тәүләп баҫылған теләһә ниндәй йәшерен мәғлүмәт. Ҡарағыҙ: Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы.
- Бер һөйләмдән артыҡ бер ни яҙып булмаған темалар.
- Бик һирәктәрҙе генә ҡыҙыҡһындырырҙай үҙенсәлекле әйберҙәр.
- Рухи күтәренкелектә яҙылған йәки авторҙың шәхси ҡарашын сағылдырған яҙмалар.
- Булған мәҡәләлә яҙылғандарға альтернатив ҡарашты сағылдырған икенсе мәҡәлә яҙыу.
- Ҡапылда башығыҙға килгән фекерҙәр.
- Башҡа мәҡәлә тураһында мәҡәлә.
- Кемдеңдер йә нәмәнеңдер ғәләмәт шәп, бик текә, иң яҡшы йәки шаҡ ҡатырғыс икәнен хәбәр итеү өсөн яҙылған мәҡәлә.
- Һеҙҙең резюме.
- Һис бер әһәмиәте булмаған хәл-ваҡиға.