Вальс
Вальс | |
Размер такта | 3/4[d] |
---|---|
Икенсе исеме | slow waltz һәм english waltz |
Вальс Викимилектә |
Вальс (франц. valse нем. Walzer[1] — «шыуыу, әйләнеү») — 3/4 йәки 6/8 музыкаль үлсәмдәрҙәге бал, социаль бейеүҙәрҙең дөйөм атамаһы, күбеһенсә ябыҡ торошта икәү — ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ башҡара. Вальста киң таралған фигура — һәр береһендә өс аҙым менән ике тактҡа тулы әйләнеш.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вальс йәки «Эх заман! О әҙәп!» Боронғо Рим аҡыл эйәһе Маркус Туллиус Цицерон әйтеүенсә, был әйтем вальстың тыуыу һәм үҫеш мәлен бик яҡшы һүрәтләй. Аристократтар һәм сиркәү етәкселәре уны әхлаҡһыҙ һәм оятһыҙ тип һанаған. Бигерәк тә һауалы британдар ҡаты ғәйепләгән. «Халыҡ алдында ханымды биленән ҡосаҡлау нисек була?» Шуға күрә XIX быуатта Европа балдарында вальс тыйыла, хатта Екатерина II уны танымай[2].
Вальс тәүге тапҡыр Венала XVIII быуаттың 80-се йылдарында популярлыҡ яулай, артабанғы йылдарҙа күп илдәргә тарала. Вальс, бигерәк тә ябыҡ тороштар менән, башҡа бик күп бейеүҙәр булдырыу өсөн өлгө булып тора. Һуңыраҡ вальстың күп төрҙәре барлыҡҡа килә. Элек уны балда бейеһәләр, хәҙер иһә тантаналы сараларҙа һәм ярыштарҙа бейейҙәр. Спорт-бал бейеүҙәренең Европа программаһы талғын һәм Вена вальстарын мотлаҡ үҙ эсенә ала.
Вальс сығышы менән Европа халыҡтарының байтаҡ бейеүҙәренә бурыслы. Уның тамырҙары үҙ ваҡыты өсөн популяр «матеник» бейеүендә һәм чех ауылында байрамдарҙа башҡарылған «фуриантэ» төрөндә, француздарҙың «вольт» бейеүендә һәм Австрияның "лендлер"ында урынлашҡан.
Вальстың башлап ебәреүсеһе булып француз урта быуат вальсы бейеүе тора, тигән фекер бар. Ул полька кеүек башлана, ләкин бер нисә такттан һуң кавалер, үҙенең дамаһын әйләндереүҙе дауам итеп, күтәреп алырға тейеш була. Вальсты француз һарайында бейейҙәр, аҙаҡ Людвик XIII бейеүҙе тыя.
Вальстың тыуған иле хаҡлы рәүештә XVIII быуатта Германия тип һанала. Ләкин ул XVIII быуатта Венала (Австрия) киң билдәлелек яулай.
XIX һәм XX быуат башында вальстың бер нисә төрө булған. Улар араһында 2/4, 6/8 һәм 5/4 үлсәмлеләре лә бар.
Вальс — 3/4 ритмында иң тәьҫирле хәрәкәттәр сәнғәтенең береһе.
Вальс быуаттан ашыу рус офицерҙары мәҙәниәтенең бер өлөшө булып тора. Вальс бейеү әле лә Суворов һәм Нахимов училищеларында уҡытыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вальс танго менән бер рәттән алыштар араһындағы ҡыҫҡа тынлыҡ осорондағы илһамлы бейеүҙәрҙең береһе була[3].
Вальс төрө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вальс — романтик, нәзәкәтле һәм бик күп төрлө бейеү. Бөгөнгө көндә вальстың күп төрҙәре бар, иң йыш осраған төрҙәре:
- Вена вальсы. Вальстың етеҙ формалары «Вена вальсы» тип атала. Бейеү етеҙ, нәзәкәтле, еңел башҡарыла.
- Талғын вальс. Boston Waltz йәки ингл. Waltz. Элегантлыҡ, юғары тәртип, баҫалҡылыҡ, яҡшы техника талап ителә. Темптың үҙгәреүе, тотороҡло паузаларҙың булыуы менән ҡылыҡһырлана.
- Танго-Вальс. Танго һәм вальс элементтарын берләштергән йыйылма жанр. Шулай уҡ Аргентина вальсы тип атала.
- Скандинавия вальсы;
- Мексика вальсы;
- Америка вальсы;
- Фигуралы Вальс. XX быуаттың 60-сы йылдарҙа СССР-ҙа бейеү спорт программаһына индерелгән. Ҡәтғи фигураларҙың-элементтарҙың башҡарылышы хас.
- Халыҡ-ара стандарт вальсы ябыҡ позицияларҙа ғына бейелә.
- Асыҡ позицияларҙа ла бейергә мөмкин, шулай XVIII быуат аҙағында Италияла бейейҙәр.
- Самаи (usul semai булараҡ та билдәле) — ғосман төрөк музыкаһының 6/8 метрҙан торған вокаль әҫәре. Был формаһын һәм ҙурлығын (төрөк телендә усул) йыш ҡына бөтөнләй икенсе төрлө Саз Семайси менән бутайҙар, уның оҙонлоғо 10/8 метр булған өс-дүрт өлөштән торған инструменталь форма йәки усул аҡһаҡ семайы Семаи — ғосман төрөк суфый музыкаһының иң мөһим формаларының береһе[4][5].
- Цамикос (грек. ττσάκκς, Цимикос) йәки Клефтикос (грек. κκτκκς) — Грецияның популяр традицион халыҡ бейеүе, музыкаға башҡарыла 3/4 метр[6].
Тәүге рус вальстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус вальсының тарихы һоҡланғыс дипломат һәм «Горе от ума» классик комедияһы авторы Александр Грибоедовтан башлана. Грибоедов 1824 йылда ижад иткән музыкаһы Вальс № 2 — уның иң билдәле әҫәрҙәренең береһе.
Тәүге «ысын» урыҫ вальсы Михаил Глинканың «Вальс-Фантазия» (фортепиано версияһы 1839 йыл). Нәҡ ул күпселек ватан «әҙәби» вальстары өлгөһөнә әүерелә.[3]
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вальс XIX быуаттың күп кенә әҙәби әҫәрҙәрендә телгә алына: Александр Пушкиндың «Евгений Онегин» романында, Михаил Лермонтовтың «Маскарад»ында, Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» роман-эпопеяһында[3].
Спорт бал бейеүҙәре Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейеү спорты ярыштары Европа бейеүҙәре (Вена вальсы һәм талғын вальс, танго, етеҙ һәм талғын фокстрот), Латин Америкаһы бейеүҙәре (джайв, румба, самба, ча-ча-ча, пасодобль) буйынса үткәрелә. Башҡортостанда бейеү спорты XX быуаттың 80‑се йылдар уртаһында мәҙәни-ял учреждениелары эргәһендәге үҙешмәкәр сәнғәт ижады өлкәһендә үҫеш ала. 1993 йылда Өфөлә Р. Ф. Кондусова етәкселегендә «Телемарк» исемле республикала беренсе бейеү спорт клубы асыла. 1994 йылдан спорт бейеүҙәре буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаттары үткәрелә. Өфөлә 2001 йылда үҫмер спортсылар‑2 араһында Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса, 1998 йылда Рәсәй беренселектәре, 1998—2000 йылдарҙа спорт бейеүҙәре буйынса үҫмер спортсылар‑1 араһында Урал федераль округының асыҡ беренселектәре , 2006—2009 йылдарҙа студенттар араһында Рәсәй Кубогы, 2003, 2008 йылда йәштәр араһында Европа бейеүҙәре буйынса Волга буйы федераль округының асыҡ беренселектәре, 2008 йылда балалар‑2 араһында 8 бейеү буйынса Рәсәй беренселеге, 2009 йылда ололар араһында Европа бейеүҙәре буйынса Волга буйы федераль округының чемпионаты, 2010 йылда үҫмер спортсылар‑1 араһында 10 бейеү буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла.1996 йылдан йыл һайын спорт бейеүҙәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы призына Асыҡ Башҡортостан Кубогы , 2002 йылдан «Өфө дәүләт нефть техник университеты кубогы», 2007 йылдан «Өфө ҡалаһының мэрының Асыҡ Кубогы», 2003 йылдан Салауат ҡалаһы «Газпром Нефтехим Салават» ААЙ кубогы Бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының бейеүсе парҙары араһында: А. А. Жеребцов һәм Ю. В. Елизарьева — Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты финалистары һәм 2000—2002 йылдарҙа Рәсәй чемпионаттарының ярым финалистары. 2003 йылда С. В. Кондусов һәм Д. К. Романенко — Европа бейеүҙәре буйынса Рәсәй чемпионатының ярым финалистары. 2003 йылда Жеребцов һәм Т. Е. Городилина — Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса Рәсәй Кубогының көмөш һәм «БДБ илдәре Кубогы» халыҡ-ара турнирының бронза призёрҙары. 2004 йылда К. И. Каспер һәм М. В. Новицкая — йәштәр араһында 10 бейеү буйынса донъя беренселеге еңеүселәре. 2005 йылда И. Н. Мулявка һәм Э. Э. Ханова — Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса Рәсәй асыҡ чемпионатының ярым финалистары. 2006 йылда Н. В. Елизарьев һәм К. Р.Әхмәҙуллина — икебәйге һәм улар 2007 йылда Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса Рәсәй чемпионаттарының ярым финалистары, Латин Америкаһы бейеүҙәре буйынса «Слава России» халыҡ-ара турниры финалистары.
Башҡортостан Республикаһында 22 бейеү спорт клубы, бейеү спорты буйынса 25‑се «Импульс» ДЮСШ (Өфө), Өфөнөң 11‑се СДЮСШОР‑ында һәм Благовещенск ҡалаһында ДЮСШ‑нда бейеү спорты бүлектәре бар, уларҙа 3 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһында бейеү спорты федерацияһы эшләй[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Ике па вальсы (урыҫ вальсы)
- Фигуралы вальс
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вальс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Вальс // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера
- ↑ Энциклопедия танца: Вальс
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Культура / Вальс в русской культуре
- ↑ The Whirling Dervishes. — ISBN 9780791411551.
- ↑ AllMusic Review by James Manheim . AllMusic. Дата обращения: 30 декабрь 2016.
- ↑ yamahamusicsoft . Дата обращения: 1 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2017 года.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы/ Бейеү спорты