Башҡортостан Республикаһы биләмә ҡоролошо
Башҡортостан Республикаһы биләмә ҡоролошо — республика биләмәһенең айырым өлөштәргә бүленеүе. Урындағы идара итеү ойошмалары, хакимиәттәр, ошо бүленешкә таянып ҡорола. Биләмә ҡоролошо Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте менән урынлаштырылған[1][2][3]. Үҙгәрештәр индергәндә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте иҫәпкә алына [4]. Биләмә берәмектәрен яңы теркәгәндә йәки исемен үҙгәрткәндә Башҡортостан Республикаһы законы Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫлана. Берәмектең исеме үҙгәртелмәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән Башҡортостан Республикаһы законы менән раҫлана.
Төп төшөнсәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хакимлек биләмәләре ҡ��ролошо
- Муниципаль берәмектәр ҡоролошо
- Район —
- Ҡатнаш район —
- Муниципаль район —
- Ҡала —
- Ҡала округы —
- Ҡала биләмәһе —
- Ҡала төрөндәге ҡасаба —
- Ауыл —
- Ауыл биләмәһе —
- Ауыл советы —
- Ауыл төрөндәге ҡасаба —
- Утар —
Хакимлек биләмәләре ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡоролош буйынса хакимлек биләмәләре берәмектәре һәм тораҡ пунктар төҙөү, үҙгәртеү, теркәү, иҫәп алып барыу һәм башҡа мәсәләләр тәртибе билдәләнә[2].
- Райондар — 54, шул иҫәптән ҡатнаш райондар — 12;
- Ҡалалар — 21. Республика ҡарамағында 20 ҡала һәм 1 ҡала (Межгорье) — Федераль ҡарамаҡтағы ябыҡ хакимлек биләмәһе;
- Өфө ҡалаһының эске райондары — 7;
- Ҡала төрөндәге ҡасаба — 2 (Приют һәм Шишмә);
- Ауылдар — 4534 (был иҫәпкә кеше йәшәмәгән, әммә исемлектән алынмаған ауылдар ҙа инә);
- Ауыл советтары — 828.
Муниципаль берәмектәр ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡоролош муниципаль берәмектәр сиктәрен, уларҙың дәрәжәһен, хакимиәт үҙәген, муниципаль берәмеккә ингән тораҡ пунктарҙы билдәләй[3].
- Муниципаль райондар — 54,
- Ҡала округтары — 9,
- Ҡала биләмәһе — 14,
- Ауыл биләмәһе — 818.
Биләмә ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан ҡалалары һәм ҡасабалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп мәҡәлә Башҡортостан ҡалалары
Башҡортостанда 21 ҡала һәм 2 ҡала төрөндәге ҡасаба бар. Улар 9 ҡала округы һм 14 ҡала биләмәһенә бүленә. Ҡала биләмәһе булған ҡалалар һәм Шишмә ҡасабаһы муниципаль райондар үҙәге булып тора. Приют ҡасабаһы Приют ҡасаба советы үҙәге.
Башҡортостан райондары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы райондары | |||
---|---|---|---|
1 | Әбйәлил районы | 28 | Ишембай районы |
2 | Әлшәй районы | 29 | Ҡалтасы районы |
3 | Архангел районы | 30 | Ҡариҙел районы |
4 | Асҡын районы | 31 | Ҡырмыҫҡалы районы |
5 | Ауырғазы районы | 32 | Ҡыйғы районы |
6 | Баймаҡ районы | 33 | Краснокама районы |
7 | Баҡалы районы | 34 | Күгәрсен районы |
8 | Балтас районы | 35 | Кушнаренко районы |
9 | Бәләбәй районы | 36 | Көйөргәҙе районы |
10 | Балаҡатай районы | 37 | Мәләүез районы |
11 | Белорет районы | 38 | Мәсетле районы |
12 | Бишбүләк районы | 39 | Мишкә районы |
13 | Бөрө районы | 40 | Миәкә районы |
14 | Благовар районы | 41 | Нуриман районы |
15 | Благовещен районы | 42 | Салауат районы |
16 | Бүздәк районы | 43 | Стәрлебаш районы |
17 | Борай районы | 44 | Стәрлетамаҡ районы |
18 | Бөрйән районы | 45 | Тәтешле районы |
19 | Ғафури районы | 46 | Туймазы районы |
20 | Дәүләкән районы | 47 | Өфө районы |
21 | Дыуан районы | 48 | Учалы районы |
22 | Дүртөйлө районы | 49 | Федоровка районы |
23 | Йәрмәкәй районы | 50 | Хәйбулла районы |
24 | Ейәнсура районы | 51 | Саҡмағош районы |
25 | Йылайыр районы | 52 | Шишмә районы |
26 | Иглин районы | 53 | Шаран районы |
27 | Илеш районы | 54 | Яңауыл районы |
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары буйынса мәғлүмәт 2012 йыл 5 ноябрь архивланған.
Башҡортостан ауыл биләмәләре (ауыл советтары)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ауыл Советы
Башҡортостан ауылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп мәҡәлә Башҡортостан ауылдары
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы биләмә ҡоролошо тарихын республиканың яңы дәрәжә һәм исемен алыу ваҡытынан, 1992 йылдан күҙаллау урынлы. Унан алдағы ваҡиғаларҙы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республика һәм Тарихи Башҡортостан сиктәрендә ҡарарға кәрәк.
Үҙгәрештәр исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992—1999 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1992 йыл 17 ноябрь — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Күмертау районы исеме Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә, район үҙәге Ермолаево ҡасабаһына 1990 йылда күсерелгән була.
- 1996 йыл 29 октябрь — Бишбүләк районы Калинин ауыл советына ҡараған Яңы Васильевка ауылының исеме Уҫаҡкисеү итеп үҙгәртелә. БР законы, № 47-з, 1996 йыл 29 октябрь.
- 1996 йыл 29 октябрь — Благовещен районы Бедеева Поляна ауыл советына Давыдов ауыл советы ҡушыла һәм яңы сиктәр билдәләнелә. БР законы, № 48-з, 1996 йыл 29 октябрь.
- 1996 йыл 29 октябрь — Дәүләкән районы Поляковка ауыл советынан Михайловка ауыл советы бүленеп сыға һәм сиктәр үҙгәртелә. Михайловка ауыл советы үҙәге итеп Вперёд ауылы билдәләнә, ауыл советы биләмәһенә Дуҫлыҡ, 1533, 1536, 1539 км тимер юл будкалары исемле утарҙар инә. БР законы, № 49-з, 1996 йыл 29 октябрь.
- 1997 йыл 21 февраль — Благовещен районы Турбаҫлы ауыл советына ҡараған Щепной ауылы Туғай ауыл советына индерелә, Яңауыл ҡасабаһы иҫәп яҙыуынан алына (был өлөш 21.06.2006 № 329-з БР Законы менән ғәмәлгә ингән). Иҫке Турбаҫлы һәм Арҡауыл ауылдарын берләштергән Турбаҫлы ауыл советы Өфө ҡалаһы ҡарамағына күсерелә. Благовещен районы, Благовещен районы Туғай ауыл советы, Өфө ҡалаһы сиктәре үҙгәртелә. БР законы, № 75-з, 1997 йыл 21 февраль.
- 1997 йыл 21 февраль — Мәләүез районы Мәләүез ауыл советына ҡараған Туғайлы ауылы Мәләүез ҡалаһы ҡарамағына күсерелә. Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез ауыл советы сиктәре үҙгәртелә. БР законы, № 76-з, 1997 йыл 21 февраль.
- 1997 йыл 21 февраль — Федоровка районы Балыҡлы ауыл советын бүлеп Ҡораласыҡ ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәрә. Ҡораласыҡ ауыл советына Ҡораласыҡ һәм Балыҡлыбаш ауылдары инә, ауыл советы үҙәге итеп Ҡораласыҡ билдәләнә. БР законы, № 77-з, 1997 йыл 21 февраль.
- 1997 йыл 21 февраль — Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауыл советын бүлеп Байгилде ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәртелә. Байгилде ауыл советына Байгилде, Йәлдәк, Ҡаҙы-Йәлдәк ауылдары инә, үҙәге итеп Байгилде билдәләнә. БР законы, № 77-з, 1997 йыл 21 февраль.
- 1997 йыл 24 июль — Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл советы төҙөлә. БР законы, № 108-з, 1997 йыл 24 июль.
- 1997 йыл 24 июль — Күгәрсен районы Ибрай ауыл советына ҡараған База Заготскот ҡасабаһы Ғәзиз ауылы тип үҙгәртелә. БР законы, № 109-з, 1997 йыл 24 июль.
- 1997 йыл 24 июль — Күгәрсен районы Сынъяп ауыл советы төҙөлә. БР законы, № 110-з, 1997 йыл 24 июль.
- 1997 йыл 24 июль — Баймаҡ ҡалаһы ҡарамағындағы Семеновка руднигы һәм Монасип ауылын бүлеп алып Семеновка ауыл советы төҙөлә, сиктәр үҙгәртелә. Семеновка руднигы Семеновка ауылы тип ауылы тип атала һәм ауыл советы үҙәге итеп билдәләнә. БР законы, № 111-з, 1997 йыл 24 июль.
- 1997 йыл 8 декабрь — Ғафури районы Красноусол ҡасаба советын бүлеп Заречье ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәртелә. Заречье ауыл советы Курорт һәм Умартасылыҡ совхозы ҡасабалары инә, үҙәге итеп Курорт ҡасабаһы билдәләнә. БР законы, № 128-з, 1997 йыл 8 декабрь.
- 1998 йыл 28 ғинуар — Учалы районы Сәфәр ауыл советын бүлеп Мансур ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәртелә. Мансур ауыл советына Мансур һәм Ильинка ауылдары инә, үҙәге итеп Мансур ауылы билдәләнә. БР законы, № 135-з, 1998 йыл 28 ғинуар.
- 1998 йыл 8 февраль — Бишбүләк районы Михайловка ауыл советына ҡараған Кожай-Максим ауылы Йәрмәкәй районы Бекетов ауыл советы ҡарамағына күсерелә, райондар һәм ауыл советтары сиктәре үҙгәртелә. БР законы, № 138-з, 1998 йыл 8 февраль.
- 1998 йыл 30 апрель — Өфө районы Булгаков ауыл советынан Ольховка ауыл советы бүленеп сыға. Ольховка ауыл советына 119 йылҡысылыҡ заводы Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы (артабан Ольховое ауылы исемендә)һәм Федоровка ауылы инә, үҙәге итеп 119 йылҡысылыҡ заводы Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы билдәләнә. БР законы, № 155-з, 1998 йыл 30 апрель.
- 1998 йыл 30 апрель — Нуриман районы Сандар ауыл советы бөтөрөлә, Сандар ауылы Ҡыҙыл шишмә ауыл советы биләмәһенә инә. Ауылдарын асыҡларға кәрәк. БР законы, № 156-з, 1998 йыл 30 апрель.
- 1998 йыл 29 май — Ҡариҙел районы Раздолье ауыл советы бөтөрөлә, биләмәһе Урғыш ауыл советына бирелә. Ауылдарын асыҡларға кәрәк. БР законы, № 162-з, 1998 йыл 29 май.
- 1998 йыл 29 май — Ҡариҙел районы Үрге Ҡаҙмаш ауыл советы бөтөрөлә, биләмәһе Кирҙә ауыл советына бирелә. Ауылдарын асыҡларға кәрәк. БР законы, № 163-з, 1998 йыл 29 май.
- 1998 йыл 21 октябрь — Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советын бүлеп Ҡолғана ауыл советы төҙөлә, сиктәр үҙгәртелә. Ҡолғана ауыл советы үҙәге итеп Ҡолғана ауылы билдәләнә, ауыл советына шулай уҡ Һарғая ауылы инә. БР законы, № 185-з, 1998 йыл 21 октябрь.
- 1998 йыл 9 декабрь — Сибай ҡалаһына ҡараған Төйәләҫ ҡасаба советы төҙөлә (артабан ауыл советы итеп үҙгәртелә). Төйәләҫ ауылы инә. БР законы, № 198-з, 1998 йыл 9 декабрь.
- 1998 йыл 9 декабрь — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы сиктәре үҙгәртелә. Туймазы ҡалаһына 1998,5 гектар ер бирелә. БР законы, № 199-з, 1998 йыл 9 декабрь.
- 1998 йыл 9 декабрь — Учалы ҡалаһы ҡарамаҡында Бөйҙә ауыл советы төҙөлә (артабан район ҡарамағына күсә). Бер генә ауыл — Бөйҙә ауылы инә. БР законы, № 200-з, 1998 йыл 9 декабрь.
- 1999 йыл 22 ғинуар — Балаҡатай районы Тарҙау ауыл советы үҙәге Тарҙау ауылынан Ләүәле ауылына күсерелә. БР законы, № 213-з, 1999 йыл 22 ғинуар.
- 1999 йыл 19 март — Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауыл совет бүленеп Наумкин ауыл советы төҙөлә. Наумкин ауыл советына Наумкин Һәм Әмзә ауылы инә, үҙәге итеп Наумкин ауылы билдәләнә. БР законы, № 224-з, 1999 йыл 19 март.
- 1999 йыл 30 декабрь — Ҡариҙел районы Ҡараиҙел ҡасаба советы бөтөрөлөп Магинск ауыл советы төҙөлә. Ҡараиҙел ҡасабаһы Сосновый Бор ауылы итеп үҙгәртелә. Магинск ауыл советына Магинск ҡасабаһы һәм Сосновый Бор ауылы инә, үҙәге итеп Магинск ҡасабаһы билдәләнә (артабан ауыл итеп үҙгәртелә). БР законы, № 42-з, 1999 йыл 30 декабрь.
- 1999 йыл 30 декабрь — Мәләүез районы Мәләүез ауыл советы үҙәге Ҡаран ауылынан Сарлаҡ ауылына күсерелә. БР законы, № 43-з, 1999 йыл 30 декабрь.
2000—2009 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2000 йыл 4 февраль — Илеш районы Үрге Йәркәй ауыл советын бүлеп Йөннө ауыл советы төҙөлә һәм сиктәр үҙгәртелә. Түбәнге Йөннө һәм Үрге Йөннө ауылдары ҡушылып Йөннө ауылы булдырыла. Йөннө ауыл советына Ирмәш, Ҡайынлыҡ, Түбәнге Йәркәй, Йөннө ауылдары инә, үҙәге Үрге Йәркәй ауылында урынлаша. БР законы, № 47-з, 2000 йыл 4 февраль.
- 2000 йыл 9 ноябрь — Йәрмәкәй районы Ҡыҙылъяр ауыл советы үҙәге Ҡыҙылъяр ауылынан Сөйәрмәт ауылына күсерелә. БР законы, № 96-з, 2000 йыл 9 ноябрь
- 2000 йыл 9 ноябрь — Шишмә районы Дурасов ауыл советын бүлеп Яңы Уҫман ауыл советы төҙөлә, сиктәр үҙгәртелә. Яңы Уҫман ауыл советына Дмитриевка, Үрге Хәжәт, Екатеринославка, Яңы Уҫман, Пасяковка, Иҫке Уҫман, Урта Хәжәт ауылдары инә, үҙәге итеп Дмитриевка ауылы билдәләнә. БР законы, № 97-з, 2000 йыл 9 ноябрь.
- 2000 йыл 14 декабрь — Иглин районынында Аҡбирҙе ауыл советы төҙөлә. Турбаҫлы ауыл советынан Аҡбирҙе, Блохин, Ҡарамалы ауылдары һәм Иван-Казанка ауыл советынан Белорет, Резвов, Орондо, Шипов ауылдары Аҡбирҙе ауыл советына инә, үҙәге итеп Аҡбирҙе ауылы билдәләнә. БР законы, № 121-з, 2000 йыл 14 декабрь
- 2002 йыл 6 май — Яңауыл районынан Нефтекама ҡалаһына 4739,49 гектар ер биләмәһе бирелә һәм сиктәр үҙгәртелә. БР законы, № 319-з, 2002 йыл 6 май
- 2002 йыл 6 май — Стәрлетамаҡ районы Отрада ауыл советына ҡараған Белорусовка ауылы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡарамағына күсерелә, сиктәр үҙгәртелә, БР законы, № 321-з, 2002 йыл 6 май.
- 2004 йыл 17 декабрь — Башҡортостан Республикаһы биләмәләр хакимлеге ҡоролошонда үҙгәрештәр, муниципаль ойошмаларҙың яңынан ойошторолоуы һәм сиктәре үҙгәрелеше тураһында. БР законы, № 125-з, 2004 йыл 17 декабрь.
- 2004 йыл 17 декабрь — Баш��ортостан Республикаһы мунициапаль ойошмаларының сиктәре, дәрәжәһе һәм хакимиәт үҙәктәре тураһында. БР законы, № 126-з, 2004 йыл 17 декабрь.
- 2005 йыл 20 апрель — Башҡортостан Республикаһы хакимлек биләмәләре ҡоролошо. БР законы, № 178-з, 2005 йыл 20 апрель.
- 2005 йыл 29 ноябрь — 2006 йылдың 1 ғинуарынан ҡала эсе муниципаль ойошмалар бөтөрөлә, бөтәһе 57 муниципаль берәмек. Шул иҫәптән Өфө ҡалаһының 7 эске район муниципаль берәмеге. БР законы, № 237-з, 2005 йыл 29 ноябрь
- 2007 йыл 30 май — Башҡортостан Республикаһы биләмәләр хакимлеге ҡоролошонда үҙгәрештәр һәм айырым муниципаль ойошмаларҙың яңынан ойошторолоуы тураһында. БР законы, № 424-з, 2007 йыл 30 май.
- 2007 йыл 18 июль — Ишембай районы Скворчиха ауыл советында Йәшелтау ауылы булдырыла. БР законы, № 459-з, 2007 йыл 18 июль.
- 2007 йыл 18 июль — Дәүләкән районы Расвет ауыл советынан Шестаев ауыл советына Политотдел ауылы күсерелә, сиктәр үҙгәртелә. БР законы, № 462-з, 2007 йыл 18 июль.
- 2008 йыл 9 февраль — Ауылдарҙың исеме үҙәгәртелә: Баймаҡ районы Аҡморон ауыл советында Комсомол бүлексәһе ауылы Сәйғәфәр ауылы, Йылайыр ауыл советында Комсомол бүлексәһе ауылы Комсомол ауылы, Күлтабан бүлексәһе ауылы Күлтабан ауылы, Октябрь бүлексәһе ауылы Октябрь ауылы, Покровка бүлексәһе ауылы Покровка ауылы, Сосновка бүлексәһе ауылы Сосновка ауылы, Урал бүлексәһе ауылы Урал ауылы, Бәләбәй районында Анновка ауыл советында Екатериновка ауылы Красноречка ауылы, Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауыл советында Бәгәнәш бүлексәһе ауылы Бәгәнәш ауылы, Красноармейский бүлексәһе ауылы Красноармейская ауылы, Северный бүлексәһе ауылы Матвеевка ауылы, Южный бүлексәһе ауылы Кузминовка ауылы, Октябрьский ауыл советында Северный бүлексәһе ауылы Северная ауылы, Туймазы районы Собханғол ауыл советында Собханғол ауылы Иҫке Собханғол ауылы, Бишҡурай ауыл советында Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы, Өфө районы Урыҫ-Юрмаш ауыл советында Волков ауылы Южная ауылы итеп үҙгәртелә. Постановление Правительства Российской Федерации от 9 февраля 2008 г. N 60 г. «О присвоении наименований географическим объектам и переименовании географических объектов в Республике Башкортостан, Республике Бурятия и Ивановской области».
- 2008 йыл 19 ноябрь — Башҡортостан Республикаһы биләмәләр хакимлеге ҡоролошонда айырым ауыл советтарын берләштереү һәм ауылдарҙы тапшырыу сәбәпле үҙгәрештәр тураһында. БР законы, № 49-з, 2008 йыл 19 ноябрь.
- 2008 йыл 19 ноябрь — Башҡортостан Республикаһы айырым ауыл биләмәләрен берләштереү һәм сиктәрен үҙгәртеү тураһында. БР законы, № 50-з, 2008 йыл 19 ноябрь/
2010—2019 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2010 йыл 29 сентябрь — Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауыл советында Кировка һәм Пушкин ауылдары булдырыла. БР законы, № 306-з, 2010 йыл 29 сентябрь. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары № 905, 3 ноябрь 2011 йыл.
- 2011 йыл 20 июнь — Белорет районы Сермән ауыл Советында Иҙел ауылы булдырыла. БР законы, № 406-з, 2011 йыл 20 июнь. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары № 469, 10 май 2012 йыл.
- 2012 йыл 30 ғинуар — Шаран районы Дүртөйлө ауыл Советында Һөйөндөк ауылы бөтөрөлдө, иҫәп яҙыуынан алында. БР законы, № 497-з, 2012 йыл 30 ғинуар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы биләмә ҡоролошо тураһында мәғлүмәт даими баҫтырылған махсус белешмә китабында дөйөмләштерелә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы индерелгән үҙгәрештәрҙе айырым ҡарарҙар аша белергә була.
- БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года — Уфа: Государственное издательство, 1941. — 387 с.(недоступная ссылка)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 1999 года. -Уфа: «Башбланкиздат», 1999. — 416с., 55 картосхем. Был белешмә китабы Рәсәй ҡануниәте талаптарын[4] иҫәпкә алынмай баҫтырылды. Китапта бик күп тораҡ пунктарының исеме башҡорт теленә ярашлы, әммә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланмайса, үҙгәртелгәйне.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.: илл.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, Өсөнсө бүлек.
- ↑ 2,0 2,1 "Башҡортостан Республикаһы хакимлек биләмәләре ҡоролошо" Башҡортостан Республикаһы законы, № 178-з, 2005 йыл 20 апрель.
- ↑ 3,0 3,1 "Башҡортостан Республикаһы муниципаль ойошмалары сиктәре, дәрәжәһе һәм хакимиәт үҙәктәре тураһында" Башҡортостан Республикаһы законы, № 125-з, 2004 йыл 17 декабрь.
- ↑ 4,0 4,1 Географик объекттарҙың атамаһы тураһында, Рәсәй Федерацияһы федераль законы, N 152-ФЗ, 1997 йыл 18 декабрь