Эстәлеккә күсергә

Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айһылыу Йәғәфәрова битенән йүнәлтелде)
Айһылыу Йәғәфәрова
Тыуған көнө:

3 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Әхмәт ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Дебют:

«Муйынса» шиғыр йыйынтығы (1973)

Премиялары:

Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы

Наградалары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1986

Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы (3 сентябрь 1948 йыл) — педагог, башҡорт балалар яҙыусыһы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Ким Әхмәтйәнов (1996) һәм Рәмзилә Хисаметдинова (2008) исемендәге премиялар лауреаты.

Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова 1948 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуған. Шунда башланғыс, Ташбулатта урта, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлағас, 1967 йылда райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозында яңы асылған балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҫтәләгән китап авторы. Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы, «Муйынса» тип аталып, 1973 йылда донъя күрҙе.

2017 йылда Әбйәлил районы хакимиәте тарафынан яҙыусының «А.С.Пушкин. Әкиәттәр»: руссанан башҡортсаға тәржемә (Өфө, Китап, 2007. – 260 бит) хеҙмәте Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкә��ендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)