Эстәлеккә күсергә

Агамемнон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агамемнон үлгәс эшләнгән маска. Алтын, XVI б.э.т.1876 й. Генрих Шлиман таба. Афина милли археология музейы

Агамемнон (һ. б.-греч. Ἀγαμέμνων) — боронғо грек мифологияһында[1] Микены батшаһы[2], Микен батшаһы Атрей[3] һәм Аэропаның улдары[4], Менелайҙың ағаһы, Клитемнестраның ире, боронғо грек милли эпосы — Гомер «Илиада»һының төп геройҙарының береһе, уның Ахилл менән булған ғауғаһы эпоста үҙәк хәл булып тора[2].

Атаһы Атрей үҙенең ҡустыһы Тиестың улы Эгисф тарафынан үлтерелгәс, Агамемнон ағаһы менән бергә Спартаға ҡасып, Тиндәрейға барып һыйына[5]. Бында туғандар Спартаның батшаһы Тиндарейҙың ҡыҙҙарына өйләнәләр: Агамемнон Клитемнестраға, Менелай — Еленаға. Тиндарейҙың үлеменән һуң тәхет Менелайға күсә. Ағаһының ярҙамы менән Агамемнон Тиесты тәхеттән бәреп төшөрә лә Микенала батша булып ултыра. Аҙаҡ ул үҙ биләмәләрен киңәйтеп Грецияның иң дәһшәтле хакимына әйләнә.

Балалары — Орест, Хрисофемида, Электра һәм Ифигения[6]).

Хетт сығанаҡтарында Акагамунас (хетт. Akagamunaš) исемле хаким тураһында телгә алына. Ул Аххиява (хетт. Ahhiyawa, «ахейҙар ере») менән XIV быуатта б. э. тиклем идара иткән[7][8][9]. Шул хаким Агамемнондың тарихи прототипы булалыр ҙа инде.

Агамемнондың атаһы Атрей ҡатыны Аэропаның игеҙ туғаны Тиест менән уға хыянат иткәнен белеп ҡала. Атрей игеҙенең баларын үлтерә һәм уға уларҙы ашата. Тиестың ҡыҙы Пелопия үҙенең атаһынан Эгисфты тыуҙыра. Эгисф атаһы менән Атрейҙы үлтерә һәм атаһы менән микен тәхетенә менеп ултыра[10].

Троян һуғышында ғәскәр башында тора[2]. Һуғыш алдынан Агамемнон оракулда Дельфта була[11][12]. Яңылыш Артемиданың[13] боланын үлтерә һәм үҙенең ҡыҙы Ифигенияны килтерергә мәжбүр була үҙ ҡорбанын , әммә ул һуңғы миҙгелдә ине саһына Артемий.

Трояға 100 карап килтерә[11]. Лект утрауында 12 аллаға алтарь төҙөй[14]. Барлығы 16 яугир үлтерә[15].

Илионды ҡамауҙың унынсы йылында Ахиллес иҫ киткес һылыу Брисеиданы тотҡонлоҡҡа ала. Ул ҡыҙ арҡаһында Ахиллес һәм Агамемнон араһында ғауға ҡуба. Агамемнон үҙенең тотҡонон Астиноманы атаһы Хрисҡа кире ҡайтарырға мәжбүр була, шуға Брисеиданы үҙенә алырға була. Ярһыған Ахиллес артабан яуҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Фетида, Агамемнондан улының ғәрлеге өсөн үс алырға була. Зевстан еңеү трояндар яғында булһын тип һорай. Гректарҙың михнәттәре лә, Ахиллесҡа Агамемнон ебәргән илселәрҙең вәғәҙәләре лә — бер нимә лә Ахиллестың ярһыуын баҫа алмай. Гектор етәкселендәге трояндар гректарҙың лагеренә бәреп ингәс кенә, Ахиллес Патроклға мирмидоняндарҙы гректарға ярҙамға алып барырға рөхсәт итә. Патрокл һәләк булғас, Ахиллес Гекторҙы үлтереп үс ала.

Ҡайтыуы һәм үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Агамемнондың ҡайтыуы
Агамемнондың үлеме

Тыуған яғына Приам батшаның тотҡонлоҡҡа алынған ҡыҙы Кассандра менән ҡайтҡанға ҡатыны уны һәләк итә. Кассандраны ла шундай уҡ үлем көтә. Илиондан Агамемнон менән бергә ҡайтҡандарҙы Эгисф мәжлес ваҡытында үлтерә[11], уларҙың ҡәберҙәре Агамемнондыҡы һымаҡ Микенда[12][12].

Аидала Агамемнонды Одиссей ҡаршы ала[11]. Үлгәндән һуң Агамемнон бөркөткә әйләнә[16].

Агамемнон хөрмәтенә 1919 йылда табылған астероид (911) уның исеме менән атала.

  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.32-33; Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.1. С.53-54; Псевдо-Аполлодор.
  2. 2,0 2,1 2,2 Бочаров Николай Алексеевич.
  3. Пиндар.
  4. Гесиод. Перечень женщин, фр.194 М.
  5. Еврипид. Ифигения в Авлиде 1155
  6. Гесиод. Перечень женщин, фр.23а М.
  7. Gerd Steiner The Case of Wiluša and Ahhiyawa // Bibliotheca Orientalis. — 2007. — Т. LXIV. — № 5-6.
  8. Erich Ebeling, Bruno Meissner, Dietz Otto Edzard. Reallexikon Der Assyriologie Und Vorderasiatischen Archaologie. — Walter De Gruyter Inc, 1999. — Т. 1 (A – Bepaste). — С. 57. — ISBN 311004451X.
  9. Гиндин Л.А., Цымбурский В.Л. Введение // Гомер и история Восточного Средиземноморья. — М., 1996. — С. 129.
  10. «Agamemnon».
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Гомер.
  12. 12,0 12,1 12,2 Павсаний.
  13. Софокл. Электра 566—569; Гигин. Мифы 261
  14. Страбон.
  15. Гигин. Мифы 114
  16. Платон.