Эстәлеккә күсергә

Мөрсәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мөрсәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°16′12″ с. ш. 56°11′03″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 820 009

ОКТМО коды

80 635 420 141

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мөрсәк (Рәсәй)
Мөрсәк
Мөрсәк
Мөрсәк (Башҡортостан Республикаһы)
Мөрсәк

Мөрсәк (рус. Мурсяково) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 77 кеше[1]. Почта индексы — 453023, ОКАТО коды — 80235820009.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) барышында өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (97 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 284
1920 йыл 26 август 299
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 273
1959 йыл 15 ғинуар 115
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 84
2002 йыл 9 октябрь 99
2010 йыл 14 октябрь 77 44 33 57,1 42,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Ленин(урамы) (рус.  Ленина (улица))
  • Күл(урамы) (рус.  Озерная (улица))

Мөрсәк ауылына, Алайғыр ауылы кеүек үк, XVIII быуаттың 70-се йылдарында нигеҙ һалынған. Унда ни бары 8 йортта йәшәг��н 63 кеше күрһәтелә. 1850 йылда 16 йортта 123 кеше иҫәпләнгән. 1920 йылда 65 йорт һәм 299 кеше булған.

1816 йылғы VII ревизия тәүге төпләнеүсе 67 йәшлек улы Аллағол Мөрсәковты теркәгән. 83 кешегә 140 ат, 160 һыйыр, 30 һарыҡ, 35 кәзә булған. Умартасыларҙың 70 умартаһы булған. Шулай уҡ бер кешегә 6,4 бот икмәк (152 бот ужым һәм 352 бот яҙғы бойҙай) сәселгән[3].