Краснов Михаил Леонидович
Краснов Михаил Леонидович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 8 (20) сентябрь 1898 |
Тыуған урыны | Спасск[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1987 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офтальмолог |
Эшмәкәрлек төрө | офтальмология[d] |
Эш урыны | Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Михаил Леонидович Краснов (8 [20] сентябрь 1898 — 13 декабрь 1987) — совет офтальмологы, медицина фәндәре докторы, профессор. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978) СССР Дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы Михаил Красновтың атаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пенза губернаһының Спасск ҡалаһында (хәҙерге Пенза өлкәһе) тыуған.
1926 йылда 2-се Мәскәү медицина университетының медицина факультетын тамамлай. Күҙ ауырыуҙары клиникаһында ординатурала ҡалдырыла, М. И. Авербах етәкселеге аҫтында эшләй.
1931 йылда табиптарҙың белемен камиллаштырыу үҙәк институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһы ассистенты булып эшкә саҡырыла. Медицина оҫталығын камиллаштырыуҙың тәүге биш йылында М. Л. Краснов бер нисә ғилми хеҙмәт башҡара.
1936 йылда медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһе бирелә. Фәнни һәм ғәмәли йәһәттән ҡыҙыҡлы «О влиянии на глаз некоторых специальных сталей и сплавов» хеҙмәте уның докторлыҡ диссертацияһы була, уны ул 1939 йылда яҡлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Краснов Мәскәүҙә Баш хәрби госпиталдә хеҙмәт итә. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет медицинаһы тәжрибәһе» китабында баҫылған «Проникающие ранения глаз» хеҙмәтендә тупланған тәжрибәһен дөйөмләштерә.
Госпиталдәге хеҙмәте менән бер рәттән табиптарҙың белемен камиллаштырыу үҙәк институтында эшләй һәм 2-се Мәскәү медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире, ә 1944 йылдан — Мәскәү Кремленең дауалау-санитар бүлеге консультанты.
1945 йылдан алып 40 йыл дауамында табиптарҙың белемен камиллаштырыу үҙәк институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире. 1956 йылда Мәскәү офтальмологтар ғилми йәмғиәте рәйесе була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 15 сентябрендәге указы менән халыҡ һаулығын һаҡлауҙы үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле фәнни-педагогик эшмәкәрлеге һәм тыуыуына һикһән йыл тулыу айҡанлы Краснов Михаил Леонидовичҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1987 йылда вафат була. Введенском кладбище ерләнгән (29 участка)[1]..
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Леонидович күҙҙәрҙең ҡан тамырҙары патологияһы проблемаһын уңышлы өйрәнә. Гипертония ауырыуы осрағында күҙ төбөн өйрәнеү ысулын эшләй. М. Л. Краснов авторҙаш һәм титул мөхәррире булған «Күҙ хирургияһы б��йынса белешмә» (1976) практик табиптар тарафынан юғары баһалана.
М. Л. Красновтың фәнни мираҫына 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография инә. Күп кенә хеҙмәттәре тыныс ваҡытта һәм һуғыш ваҡытында күҙ йәрәхәттәре проблемаһына арналған, шулай уҡ төрлө химиотерапвтик сараларҙың күҙгә йоғонтоһон өйрәнә, офтальмология практикаһына антибиотиктар һәм сульфаниламидтар индереү инициаторы була. Уның «Анестезиология в офтальмологии» (1959), «Офтальмология амбулаторного врача» (1969), «Диагностические ошибки в офтальмологии» (1978) монографиялары беҙҙең көндәргә тиклем әһәмиәтен юғалтмаған.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краснов М. Л. Руководство по глазной хирургии. — М.: Медицина, 1976. — 359 с.
- Краснов М. Л., Генрихович М. М. Офтальмология амбулаторного врача. — М., 1969. — 358 с.
- Краснов М. Л. Элементы анатомии в клинической практике офтальмолога. — М., 1952. — 105 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (1978)
- Ике Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- СССР Дәүләт премияһы (1976)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Надгробный памятник (Введенское кладбище, участок № 29) 2013 йыл 21 июнь архивланған. — Сайт «Герои Страны»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Краснов Михаил Леонидович . «Герои страны» сайты.
- 20 сентябрҙә тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 13 декабрҙә вафат булғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Рәсәй дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Введенский зыяратында ерләнгәндәр
- СССР күҙ табиптары
- XX быуат медиктары
- Алфавит буйынса медиктар
- Медицина фәндәре докторҙары