Мөхәмәт (Башҡортостан)
Ауыл | |
Мөхәмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мөхәмәт (рус. Мухаметово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 213 кеше[1]. Почта индексы — 453565, ОКАТО коды — 80211804004.
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яғы бейек тауҙар менән уратып алынған. Мәҫәлән, Урал-тау һәм Ҡырктытау һырттары. Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында Ҡырҡтытау һыртының итәгендә урынлашҡан. Мөхәмәт ауылында тамъян ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауылда бик матур ағас мәсет, клуб, магазин бар. Мәктәп ябылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған, уның улдары Ҡотлогилде, Ураҙгилде һәм Мырҙагилде Мөхәмәтовтар билдәле. 1795 йылда 15 йортта 87 кеше йәшәгән, 1866 йылда 58 йортта — 282 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Тәүге исеме Ярсыҡбаш булған.[2]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәк
- Мәктәп
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кесе Ҡыҙыл
- Тулаҡ
- Үткәл
- Саҡмағышты
- Урҙы
- Тумһа
- Йәднәй
- Арҡырыйылға
- Суҡмуйыл
- Әверсәле
- Балалар үлеге
- Ҡыҙылташ
- Сәңгелдәк
- Йәҙгәр
- Янай
- Һағындыҡ
- Ҡарағаййорт
- Бүреатҡан
Тауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яхъя
- Ләпәк (Мәктәп)
- Юлдытау
- Бүреҡырған
- Бөркөт
- Әүлиә
- Теләш
- Ташморон
- Бәләтүр
- Оҙонғор
- Әлим
- Япраҡҡош
- Тулаҡ
- Үткәлташ
- Ташъяр
- Балалар үлеге
- Бейексағыл
- Ҡарабикә
- Ләңкә ташы
Шишмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимерүҙәк
- Һыуыҡҡолаҡ
- Маһый ҡойоһо
Ҡаялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙылташ
- Йәҙгәр ташы
- Төлкөһуҡҡан
- Кәнсәросҡан
Яландар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мансур яланы
- Килендәр килгән
- Биксәнтәй
- Ер өҫтө
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улы — Салауат концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Өмөтбаев Вил Ғайса улы — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 213 | 117 | 96 | 54,9 | 45,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 38 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Новоабзаково): 23 км
Фотоһүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Үҙәк урам
-
Әүлиә тауынан күренеш
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шоңҡар 18 ғинуал 2018. Хәтирәле сәйәхәт