Орфеева Ләлә Ғабдулла ҡыҙы
Орфеева Ләлә Ғабдулла ҡыҙы | |
Тыуған | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы |
Йырлау тауышы |
драматик сопрано |
Коллективтар |
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Воронеж опера һәм балет театры |
Наградалар |
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989) |
Орфеева Ләлә Ғабдулла ҡыҙы (1955 йыл) — йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орфеева Ләлә Ғабдулла ҡыҙы Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.
«Яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса юғары белемгә эйә: 1977 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, доцент Н. И. Уткина класы) тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы булып эшләй.
1978 йылдан алып Воронеж опера һәм балет театры солисы булып эшләй.
1985 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына кире ҡайта.
Ләлә Ғабдулла ҡыҙы репертуарына ариялар, романстар, сит ил, рус, башҡорт композиторҙары йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙары, боронғо романстар инә.
Операларҙағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Леонора (Дж. Верди, «Трубадур»)
- Эболи, Королева Елизавета (Дж. Верди, «Дон Карлос»)
- Аида (Дж. Верди, «Аида»)
- Маргарита Марта (Ш. Гуно, «Фауст»)
- Микаэла, Мерседес (Ж. Бизе, «Кармен»)
- Турандот (Дж. Пуччини, «Турандот»)
- Чио-Чио-сан (Дж. Пуччини, «Чио-Чио-сан»)
- Роза (Л. Делиб, «Лакме»)
- Сантуцца (П. Масканьи, «Сельская честь»)
- Недда (Р. Леонкавалло, «Паяцы»)
- Бесс (Дж. Гершвин, «Порги һәм Бесс»)
- Наташа (А. Даргомыжский, «Русалка»)
- Ярославна (А. Бородин, «Князь Игорь»)
- Лиза (п. чайковскийҙың «пиковая дама»)
- Мария (П. Чайковский, «Мазепа»)
- Татьяна Ларина (П. Чайковский, «Евгений Онегин»)
- Ганна (Н. Римский-Корсаков, «Майская ночь»)
- Сабурова (Н. Римский-Корсаков, «Царская невеста»)
- Ханако (Ю. Мейтус, «Рихард Зорге»)
- Аксинья (Т. Хренников, «В бурю»)
- Двойра (А. Журбин, «Биндюжник и король»)
- Гөлйөҙөм (Х. Әхмәтов, «Замандаш»)
- Әсә (Х. Әхмәтов «Нәркәс»)
- Әсә (З. Исмәғилев, «Ҡаһым-түрә»)
- Сәхипъямал, Ҡарасәс (З. Исмәғилев, «Урал илселәре»)
- Шәүрә (З. Исмәғилев, «Шәүрә»)
- Ҡатын-ҡыҙ (С. Низаметдинов, «Ҡара һыуҙар»)
- Зөбәржәт (С. Низаметдинов, «Наки»)
Концерт репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дж. Верди. «Requiem»
- А. Дворжак. «Stabat Mater»
- Р. Шуман. «Любовь и жизнь женщины»
- Л. Исмәғилев. «Таҡташ-симфония»
- С. Низаметдинов. «Ҡаралама»
- З. Исмәғилев. «Беҙ еңдек»
- З. Исмәғилев. «Үлемһеҙлек»
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.bashopera.ru/person.45.html 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.