Алматы үҙәк мәсете
Иҫтәлекле урын | |
Алматы үҙәк мәсете
| |
Сайт | Рәсми сайт |
Алматы үҙәк мәсете Викимилектә |
Алматы үҙәк мәсете (ҡаҙ. Almaty ortalyq meshiti) — Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында урынлашҡан ислам ғибәҙәтханаһы, йәмиғ мәсете. Алматы Верный исеме менән аталған осорҙағы (1867-1921) Татар мәсете нигеҙендә төҙөлгән. Дини архитектура һәйкәле[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Етеһыу өлкәһе Верный (Алматының 1867-1921 йылдарҙағы исеме) өлкә ҡалаһы Алма-Ата станицаһы, Алма-Ата выселкаһы, Татар биҫтәһе, Яңы ҡала (Верный) кварталдарында торған. 1890 йылда Татар биҫтәһендә тороусы татарҙар ҡалала беренсе мәсетте — Татар мәсетен төҙөгән.
1930-йылдарҙа милли аҙсылыҡтар өсөн клуб булып хеҙмәт иткән, һуғыштан һуң универсам төҙөгәндә һүтелгән Татар мәсете[2] урынлашҡан урында 1993 йылда ҡаланың үҙәк мәсетенә нигеҙ һалынған. Төҙөлөш эштәре 1999 йылда ғына өлгөргән. Проекттың авторҙары: архитекторҙар С. К. Баймагамбетов, Ж. Н. Шарапиев, Т. Арыҫланов; конструктор Т. Р. Толебаев.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишеғалды территорияһы 0,95 га тәшкил итә. Бер үк ваҡытта яҡынса 7 000 кеше намаҙ уҡый ала.Мәсет йорто — көмбәҙле, манаралы, көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылған туры посмаҡлыктан ғибәрәт. Диуарлары тыштан аҡ мәрмәр менән тышланған. Бинаның төп көмбәҙенең бейеклеге 36 метр, диаметры 20 метр. Манараның бейеклеге 47 метр.
Башта мәсет ябай күк көмбәҙле булған. 2006 йылда төп гөмбәҙҙе үҫемлек орнаменты булған керамик плитә менән, 2010—2011 йылдарға алтын пластиналар менән ҡаплағандар.
2003 йылда Ҡаҙағстан почтаһы үҙәк мәсет һүрәте менән 50 бәясе теңге булған марка сығарған.
2006 йылдың 22 декабрендә Ҡаҙағстан милли банкы үҙәк мәсет һүрәте менән 500 теңге кыйммәтле көмөштән яһалған әйберҙәр аҡса сығарған [3].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Көмбәҙ керамик плитә менән биҙәлгән (2008)
-
Ҡаҙағстандың 500 тәңкәһе. Реверс
-
Ҡаҙағстан почтаһы маркаһы, 2003 йыл
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Малиновская Е. Г. Мечеть, центральная. Китапта: Свод памятников истории и культуры города Алматы. Алматы: ТОО «Казахская энциклопедия», 2006 г., с. 288-289.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Достопримечательности г. Алматы. Центральная мечеть 2019 йыл 16 декабрь архивланған. (инг.) (рус.)(казакъ)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Алматы мәслихәтенең 2002 елның 23 гыйнварында узган XV сессиясе карары
- ↑ Татарская мечеть (1890) (рус.)
- ↑ Мечети и соборы Казахстана. Центральная мечеть (г. Алматы). nationalbank.kz (рус.)