Адриатик диңгеҙ
Адриатик диңгеҙ | |
---|---|
Урынлашыуы | Урта диңгеҙ |
Майҙаны | 144 000 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 1230 м |
Адриатик диңгеҙ Викимилектә |
Адриатик диңгеҙ (итал. mare Adriatico, слов. Jadransko morje, хорв. һәм босн. Jadransko more, алб. Deti Adriatik, лат. mare Hadriaticum) — Апеннин һәм Балҡан ярымутрауы араһында урынлашҡан Урта диңгеҙҙең бер өлөшө. Диңгеҙ һыуҙары Италия (1000 км-ҙан ашыу), Словения (47 км), Хорватия (1777 км), Босния һәм Герцеговина (20 км), Черногория (200 км), Албания (472 км) дәүләттәренең ярҙарын йыуа.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙгә атаманы, По һәм Адидже йылғаларының дельтаһы яр буйында урынлашҡан, боронғо Адрия порты биргән[1]. Башта боронғо гректар былай итеп ��иңгеҙҙең тик төньяҡ өлөшөн атағандар (грек. Adrias Kolpos), әммә һуңыраҡ был атама бөтә диңгеҙгә күскән. Боронғо Римда был диңгеҙ Mare Seperum йәғни Mare Hadriaticum тип аталған.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 144 мең км², тәрәнлге — төньяҡ өлөшөндә 20 метрҙан көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 1230 метрға тиклем. Көньяҡ өлөшөндә Отранто боғаҙы аша Ион диңгеҙе менән тоташа. Ҡоро ер эсенә 796 километрға үтеп инә, киңлеге 93 километрҙан 222 километрға тиклем барып етә/
Иң ҙур ҡултыҡтары: Венеция, Триест һәм Манфредония. Иң ҙур яр буйы утрауҙары — Крк (405 км²), Црес (405 км²), Брач (395 км²), Хвар (300 км²), Паг (285 км²) һәм Корчула (276 км²)[2].
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты урта диңгеҙ һыҙаттарына эйә, әммә унан бер ни тиклем айырыла. Төбәк елдәре (бор, мистраль, сирокко) һауа температураһына ҙур йоғонто яһай. Һыу температураһы төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай августта 24°C-тан 26 °C-ҡа тиклем, ә февралдә 7°C-тан 13 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Тоҙлолоғо 35—38 промилле.
Хужалыҡта әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡ тотоу (сардиналар, скумбрия һымаҡтар), марикультура (устрицалар, мидиялар) үҫешкән. Шельфтә нефть һәм тәбиғи газ сығарыла.
Төп порттары:
- Албанияла — Дуррес, Влёра.
- Босния һәм Герцеговинала — Неум.
- Италияла — Триест, Венеция, Бари, Анкона, Бриндизи.
- Словенияла — Копер.
- Хорватияла — Риека, Сплит, Дубровник.
- Черногорияла — Бар, Котор.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Адриатик диңгеҙ Викимилектә |
Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |