Лазарев Антон Павлович
Антон Лазарев | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
һөжүмсе | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
176 см | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
80 кг | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Һул | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2006—ә.в.
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Лазарев Антон Павлович (29 май 1990 йыл, Силәбе) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Силәбенең «Трактор» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Амур» хоккей клубы уйынсыһы. 2011 йылғы Ҡышҡы Универсиада чемпионы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мытищила (2006—2011)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Силәбелә хоккей менән шөғөлләнә башлай. Шунда уҡ профессиональ карьераһын башлай — «Трактор-2» өсөн беренсе лигала өс уйында ҡатнаша. 2006 йылда Мәскәү өлкәһендәге Мытищи ҡалаһынан булған «Химик» хоккей клубына күсә. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының 2006/2007 йылдар даими миҙгелендә Антон туғыҙ осрашыуҙа бер гол керетә. «Химик» плей-оффтың сирекфиналында «Аҡ Барс» хоккей клубына отола. Шул миҙгелдә ул күбеһенсә йәштәр составында уйнай ине. Беренсе лиганың 28 осрашыуында 15 (10+5) мәрәй йыя, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай ҡала. 2007/2008 йылдар миҙгелендә Суперлигала Антон 22 уйында өс гол керетә һәм өс һөҙөмтәле пас бирә. Плей-оффта иһә ул ике уйында ғына ҡатнаша. Ә «Химик-2» өсөн беренсе лигала 21 уйында 23 (7+16) мәрәй йыя.
2008 йылда Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, ә Мытищиның командаһы исемен «Атлант» тигәнгә алмаштыра. 23 сентябрҙә СКА хоккей клубына ҡаршы уйында ул яңы лигала тәүге шайбаһын индерә. Даими миҙгелдә «Атлант» бишенсе урынды ала, ә Гагарин кубогының плей-офф уйындарында тәүҙә Антон өсөн туған «Трактор» хоккей клубын үтә, артабан сирекфиналда Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубына отола. 2009/10 йылдар миҙгеленең 34 уйынында ул өс мәрәй генә йыя. Шул йылда Йәштәр хоккей лигаһы булдырыла. Шунда «Мытищинские Атланты» өсөн 23 осрашыуҙа 22 мәрәй йыя. Мытищинан ике командала үҙҙәренең лигаларында плей-оффҡа эләкмәй.
Киләһе йылда «Атлант» өсөн Антон уйнамай, ә команда Гагарин кубогының финалы һәм Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарына етә. Был ваҡытта Лазарев Юғары хоккей лигаһында «Рязань» өсөн ун ике уйында ике мәрәй йыя. Ә «Мытищинские Атланты» составында ул 26 уйында 29 (13+16) мәрәй йыя. Ә плей-оффта конференция сирекфиналында буласаҡ чемпионға «Красная Армия» хоккей клубына отола. Шулай уҡ Антон «Ҡыҙыл йондоҙҙар» ЙХЛ йыйылма командаһы составында Төньяҡ Америкалаға турнела капитандың ассистенты булараҡ ҡатнаша[1][2]. Шунда ул 5 уйында 8 (2+6) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Тағы ла Антон Лазарев ЙХЛ Саҡырыу кубогы — лиганың иң яҡшы уйынсылары араһында уйында ҡатнаша һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. Өфө-Аренала булған сарала Көнсығыш конференцияһы командаһы еңә.
Новокузнецк һәм Екатеринбург
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011/2012 йылдар миҙгеле алдынан ике йылға «Атлант» менән Антон контракт төҙөй[3]. Әммә 2 сентябрҙә ул Новокузнецкиҙан «Металлург» хоккей клубына күсә[4]. 5 ноябрҙә ул «Торпедо» командаһына ҡаршы уйында яңы командаһы өсөн тәүге шайбаһын керетә һәм КХЛ-да тәү тапҡыр хет-трик (бер уйында өс гол) яһай[5]. Даими миҙгелдә ул бөтәһе 42 уйында 7 (5+2) мәрәй йыя. ЮХЛ-да «Ермак» өсөн дүрт осрашыу уҙғара һәм бер гол керетә. ЙХЛ-да «Кузнецкие Медведи» менән плей-оффта конференциялар ярымфиналына етә.
2012/13 йылдар миҙгелендә Антон КХЛ-да ғына уйнай. Даими чемпионаттың 52 уйынында 25 (11+14) мәрәй йыя, ә «Металлург» плей-оффҡа эләкмәгән командалар өсөн булған Өмөт кубогында тәүге раундта «Амур» хоккей клубына еңелә. Антон турнирҙа 4 уйында 4 һөҙөмтәле пас бирә. Миҙгел тамамланғас, 8 майҙа Лазарев Екатеринбургтан «Автомобилист» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[6]. Даими чемпионатта ул 53 осрашыуҙа 10 гол керетә һәм 26 һөҙөмтәле пас бирә — был уның статистикаһы буйынса иң яҡшы миҙгеле була. «Автомобилист» плей-оффта 4 уйында «Барыҫ» командаһына отола. Киләһе миҙгелдә Антон 48 осрашыуҙа 29 (14+15) мәрәй йыя. Екатеринбург клубы Гагарин кубогы өсөн көрәштең тәүге раундында «Аҡ Барс» клубына еңелә.
«Салауат Юлаев» (2015—2017)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 24 апрелендә «Автомобилист» Лазаревҡа квалификацион тәҡдим яһай[7]. 6 майҙа Антон клуб менән ике йылға контракт төҙөй[8]. Ә икенсе көнөнә ул Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубына күсә. Уның күсеүенә Өфө клубының генераль менеджеры Леонид Вайсфельд булыуы ярҙам иткәндер, сөнки Антон уның менән бергә төрлө клубтарҙа бергә эшләй. 20 сентябрҙә Антон яңы клубы өсөн тәүге шайбаһын керетә. Әммә ул ваҡытта «Салауат Юлаев» үҙ уйынын таба алмай, күп еңелә. Шуның өсөн тренерҙарҙы ла алмаштыралар. Лазарев даими чемпионаттың 54 уйынында 15 мәрәйгә өлгәшә. Плей-оффта бер осрашыуҙы ла ҡалдырмай һәм ике гол керетә. Ә «Салауат Юлаев» конференция финалына етә һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә.
Киләһе йыл уңышһыҙыраҡ килеп сыҡты. Антон даими чемпионаттың 57 уйынында 10 мәрәй генә йыя, ә «Салауат Юлаев» плей-оффҡа конференциянан тик алтынсы урындан ғына эләгә. Шунда «Аҡ Барс» хоккей клубына отола. Миҙгел бөткәс, команданы Эркка Вестерлунд етәкләй, ә Антон Лазарев 28 мартта клуб менән 2019 йылға тиклем контрактын оҙайта[9].
Башҡа клубтар (2017—ә.в.)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Лазарев «Салауат Юлаев» өсөн 26 октябрҙә һуңғы тапҡыр уйнай, ә 13 ноябрҙә уны клуб етәкселеге «Витязь» хоккей клубына алмаштыра[10]. Ә 15 ноябрҙә яңы командаһы өсөн тәүге уйынын үткәрә. Антон Лазарев даими миҙгелдең 22 осрашыуында 6 (3+3) мәрәй йыя. Тик «Витязь» Гагарин кубогының плей-офф уйындарына эләгә алмай. 2018/2019 йылдар миҙгелендә Антон Мәскәү өлкәһе командаһы өсөн 7 осрашыу ғына уҙғарып өлгөрә. 2018 йылдың 13 ноябрендә «Витязь» Лазаревты Хабаровскиҙан «Амур» хоккей клубына Богдан Потехинға алмаштыра[11]. Яңы командаһы өсөн ул 24 уйында ҡатнаша һәм 8 (4+4) мәр��й йыя, тик команда Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа эләгә алмай ҡала. 2019 йылдың 18 апрелендә Антон «Амур» менән бер йылға килешеү төҙөй[12].
Рәсәй йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәү тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһына Антон 2006 йылда Чехиялағы халыҡ-ара турнирға саҡырыла. Шунда ул 3 уйында бер гол керетә, ә Рәсәй икенсе урынды ала. Шул миҙгелдә Төмәндә үткән тағы бер турнирҙа Рәсәй беренсе урынды яулай, ә Антон өс осрашыуҙа 1 гол керетә. Испанияла 2007 йылдың февралендә үткән Европа юниорҙар олимпия фестивалендә ҡатнашырға Рәсәйҙең 16 йәштән йәшерәк булған уйынсыларҙан торған йыйылма командаға саҡырыла. Шунда Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды ала, ә финалда Финляндияна отоп, турнирҙың чемпионы итеп таныла. Лазарев 3 уйында 2 (1+1) мәрәй йыя.
2007/08 йылдар миҙгелен Антон юниорҙар йыйылма командаһы составында Иван Глинка меморириалында бронза миҙалын еңеү менән башлай. Ноябрҙә Канадала үткән Донъя Саҡырыу кубогында Рәсәй йыйылма командаһы дүртенсе урынды ала, ә Антон дүрт уйында ике гол керетә. Ул йәштәр донъя чемпионатына әҙерлектә лә ҡатнаша, әммә турнирҙа ҡатнашырға уны баш тренер исемлеккә керетмәй, сөнки ул башҡаларҙан ике йылға йәшерәк була. Әммә ул юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнашырға бәхетенә эйә була. 2008 йылдың апрелендә Ҡазанда үткән донъя форумының төркөм этабында Рәсәй беренсе була, ярымфиналда АҠШ командаһын ота. Тик финалды Канада юниорҙарына 8:0 иҫәбе менән отола. Антон алты осрашыуҙа 7 (3+4) мәрәй йыя.
Киләһе миҙгелдә Антон йәштәр йыйылма командаһы составында өс бик мөһим булмаған турнирҙа ҡатнаша. Шунда 10 уйында 7 (2+5) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Киләһе тапҡыр Антон Рәсәй йыйылма командаһына 2011 йылда Төркиәләге ҡышҡы Универсиадала хоккей турнирына саҡырыла. Шунда Антон командаһы менән бергә бер дәғүәсе командаға ла мөмкинлек ҡалдырмай, бөтә алты уйында еңә һәм алтын миҙалдарҙы яулай.
2014/15 йылдар даими миҙгеленең аҙағында «Автомобилист» плей-оффҡа эләгер өсөн көрәш алып бара ине. Шул ваҡытта Еврохоккейтурҙа Чехия менән уйындарға саҡырыла. Команданың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд Лазаревты саҡырмаҫҡа һорай, әммә йыйылма команданың менеджеры Сафронов йыйылма команда КХЛ клубтарынан мөһимерәк булыуын белдерә. Антон шундағы ике уйында бер гол керетә. Был миҙгел тамамланғас, Антон йыйылма командаға йәрәхәте булғанға саҡырылмай[13].
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 17 июль 2019
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | +/− | У | Г | П | М | Штр | +/− | ||
2005/06 | Трактор-2 | Беренсе лига | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2006/07 | Химик-2 | Беренсе лига | 28 | 5 | 10 | 15 | 36 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2006/07 | Химик | Суперлига | 9 | 1 | 0 | 1 | 0 | -2 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | -1 | ||
2007/08 | Химик | Суперлига | 22 | 3 | 3 | 6 | 2 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 1 | ||
2007/08 | Химик-2 | Беренсе лига | 21 | 7 | 16 | 23 | 32 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2008/09 | Атлант | КХЛ | 26 | 3 | 2 | 5 | 2 | 2 | 7 | 0 | 2 | 2 | 27 | 4 | ||
2008/09 | Атлант-2 | Беренсе лига | 21 | 10 | 10 | 20 | 30 | — | 2 | 1 | 0 | 1 | 2 | — | ||
2009/10 | Атлант | КХЛ | 34 | 1 | 2 | 3 | 4 | -5 | — | — | — | — | — | — | ||
2009/10 | Мытищинские Атланты | ЙХЛ | 23 | 13 | 9 | 22 | 10 | -4 | — | — | — | — | — | — | ||
2010/11 | Рязань | ЮХЛ | 12 | 1 | 1 | 2 | 6 | -7 | — | — | — | — | — | — | ||
2010/11 | Мытищинские Атланты | ЙХЛ | 26 | 13 | 16 | 29 | 30 | 12 | 6 | 2 | 4 | 6 | 4 | 4 | ||
2011/12 | Металлург Нк | КХЛ | 42 | 5 | 2 | 7 | 14 | 0 | — | — | — | — | — | — | ||
2011/12 | Ермак | ЮХЛ | 1 | 1 | 0 | 1 | 0 | 1 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | -1 | ||
2011/12 | Кузнецкие Медведи | ЙХЛ | — | — | — | — | — | — | 7 | 3 | 5 | 8 | 0 | 7 | ||
2012/13a | Металлург Нк | КХЛ | 52 | 11 | 14 | 25 | 39 | 1 | 4 | 0 | 4 | 4 | 0 | 1 | ||
2013/14 | Автомобилист | КХЛ | 53 | 10 | 26 | 36 | 18 | 8 | 4 | 0 | 2 | 2 | 0 | 2 | ||
2014/15 | Автомобилист | КХЛ | 48 | 14 | 15 | 29 | 16 | -4 | 5 | 0 | 1 | 1 | 0 | 1 | ||
2015/16 | Салауат Юлаев | КХЛ | 54 | 6 | 9 | 15 | 6 | -2 | 19 | 2 | 0 | 2 | 2 | -4 | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 57 | 4 | 6 | 10 | 6 | -6 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | -1 | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 16 | 2 | 3 | 5 | 6 | -1 | Команданан китә | |||||||
2017/18 | Витязь | КХЛ | 22 | 3 | 3 | 6 | 4 | -2 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2018/19 | Витязь | КХЛ | 7 | 0 | 1 | 1 | 0 | 0 | Команданан китә | |||||||
2018/19 | Амур | КХЛ | 24 | 4 | 4 | 8 | 2 | -5 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||||||
2019/20 | Амур | КХЛ | ||||||||||||||
Бөтәһе Суперлигала | 31 | 4 | 3 | 7 | 2 | -2 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 435 | 63 | 87 | 150 | 117 | -14 | 38 | 2 | 5 | 7 | 4 | 2 |
- a «Плей-офф» тигәндә Өмөт кубогында уйынсының статистикаһы күрһәтелгән.
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Йыйылма команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/− | |
2007 | Рәсәй U16 | ЕЮОФ | 3 | 1 | 1 | 2 | 4 | 3 | ||
2007 | Рәсәй U18 | ИГМ | 4 | 0 | 2 | 2 | 6 | -1 | ||
2007 | Рәсәй U18 | ДСК | 4 | 4 | 2 | 0 | 2 | 2 | — | |
2008 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 6 | 3 | 4 | 7 | 6 | 2 | ||
2011 | Россия (студ.) | Универсиада | 6 | 3 | 5 | 8 | 6 | 11 |
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале чемпионы — 2007.
- Иван Глинка Мемориалының бронза миҙалсыһы — 2007.
- Юниорҙар донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2008.
- Универсиада чемпионы — 2011.
- КХЛ һәм Рәсәй чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/16.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Виктория исемле ҡатыны менән 2014 йылда өйләнешә. 2015 йылда уларҙың улдары тыуа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Объявлен расширенный состав сборной МХЛ для участия в заокеанском турне
- ↑ Капитаном сборной МХЛ в заокеанском турне будет Чурляев
- ↑ «Атлант» продлил контракты с молодыми нападающими
- ↑ Форвард «Атланта» перешел в «Кузню»
- ↑ Антон Лазарев: «С Курепановым и Слепышевым у нас получилась хорошая, скоростная тройка»
- ↑ Лазарев перешел из «Кузни» в «Автомобилист»
- ↑ «Автомобилист» сделал квалификационные предложения Коваржу, Лазареву и Логинову
- ↑ Мегалинский и Лазарев продлили контракты с «Автомобилистом»
- ↑ Антон Лазарев Өфөлә ҡала 2017 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ "Салават Юлаев" произвел обмен с "Витязем" 2017 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ «Амур» обменял Потехина в «Витязь» на Лазарева
- ↑ Уральская мощь атаки 2019 йыл 17 июль архивланған.
- ↑ Касутин, Иванников, Глинкин, Лазарев и Кутузов из-за травм не будут вызваны в сборную России
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антон Лазарев — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Уйынсы профиле (ингл.). Eurohockey.com. Архивировано 29 апрель 2013 года.
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Хоккейсы профиле . ЮХЛ рәсми сайты. Архивировано 29 апрель 2013 года.
- Профиль игрока . ЙХЛ рәсми сайты. Архивировано 29 апрель 2013 года.
- 29 майҙа тыуғандар
- 1990 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Силәбелә тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Рәсәй хоккейсылары
- КХЛ хоккейсылары
- Хоккей һөжүмселәре
- Атлант командаһының уйынсылары
- «Атланты» хоккейсылары
- «Витязь» хоккей клубы уйынсылары
- «Рязань» хоккейсылары
- Металлург Новокузнецк командаһының уйынсылары
- «Ермак» командаһының хоккейсылары
- «Кузнецкие Медведи» хоккейсылары
- «Автомобилист» командаһының уйынсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының уйынсылары
- Рәсәй хоккей һөжүмселәре
- Шайбалы хоккей буйынса Универсиада чемпиондары
- «Амур» хоккей клубының уйынсылары