Эстәлеккә күсергә

Балалар һәм китап

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балалар һәм китап
Атамаһы Балалар һәм китап
Сәнғ��т формаһы шиғыр[d]
Жанр шиғриәт
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1920

«Балалар һәм китап» — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 4-се кластың «Туған тел» дәреслегенә индерелгән. 1920 йылда ижад ителә[1][2].

Мәжит Ғафури — балаларға

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури — милли башҡорт балалар әҙәбиәтенә башланғыс һалған шағирҙарҙың береһе. XX быуаттың 1920-се йылдарында шағир йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирә. РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1919 йылдың 26 декабрендәге «РСФСР-ҙа наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында»ғы декреты халыҡҡа белем биреү программаһына нигеҙ һала.

«Балалар һәм китап» беренсе тапҡыр Өфөлә 1920 йылда «Азат мәктәп» китабында баҫыла. 1940 йылда Мәжит Ғафуриҙың «Басняләр һәм шиғырҙар» китабына, артабан мәктәптәр өсөн сығарылған әҙәбиәт дәреслектәренә йыш индерелә[3].

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Балалар һәм китап(шиғыр). Мәжит Ғафури

Ижадының тәүге аҙымдарынан мәғрифәттең халыҡ тормошон яҡшыртасағына ышанған Мәжит Ғафури белем алыуҙың мөһимлеге һәм әһәмиәтлелеген раҫлауға өлөш индергән эстәлекле шиғыр-өндәмәләр яҙҙы.

Уларҙа мәғрифәтсе шағир М. Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» шиғыры менән ауаздашлыҡ һиҙелә. Әгәр Аҡмулла мәғрифәтле булыуҙа ярлы халыҡтың тормошон еңеләйтеү юлдарын күрһә, Ғафури белемлелектә уртаҡ ижади хеҙмәт нигеҙҙәрен, ә хеҙмәттә — йәшәү сығанағын күрә. Уның уйынса, белемлелек балаларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһының дөрөҫ формалашыуына, тормошҡа ҡарата аңлы мөнәсәбәт тыуҙырыуға булышлыҡ итә.

М. Ғафури йәш быуынды аң-белемле, тәрән ҡыҙыҡһыныусан, илгә кәрәкле, хеҙмәт һөйөүсән граждандар итеп тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә. Уның төрлө йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙары, мәҫәлдәре, хикәйәләре ул замандағы ижтимағи мөхитте, социаль күренештәрҙе, тирә-яҡ тәбиғәтте танып белеү өсөн бай сығанаҡ булып тора[4].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури шиғырҙары әлеге ваҡытта ла үҙенең актуаллеген юғалтмай, уларҙың тәьҫир көсө юғары кимәлдә һаҡлана. 2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[5].

  • Уҡыу китабы - 1 синыф өсөн дәреслек./Өфө"Китап", 1996 йыл
  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
  • История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917-1955 гг.) — Уфа:Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
  • Мажит Гафури – первый народный поэт Башкортостана. Деятельность музеев в увековечивании имен знаменитых личностей (к 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием, г. Уфа, 21-22 марта 2018). ‒ Уфа: Самрау-Медиа, 2018. ‒ 248 с. ISBN 978-5-9500198-8-3 Г.Х. Абдрафиҡова, М. ҒАФУРИҘЫҢ БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕНӘ ИНДЕРГӘН ӨЛӨШӨ, 7-10 бб.
  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
  2. Уҡыу китабы - 1 синыф өсөн дәреслек./Өфө"Китап", 1996 йыл
  3. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
  4. Мажит Гафури – первый народный поэт Башкортостана. Деятельность музеев в увековечивании имен знаменитых личностей (к 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием, г. Уфа, 21-22 марта 2018). ‒ Уфа: Самрау-Медиа, 2018. ‒ 248 с. ISBN 978-5-9500198-8-3 Г.Х. Абдрафиҡова, М. ҒАФУРИҘЫҢ БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕНӘ ИНДЕРГӘН ӨЛӨШӨ, 7-10 бб.
  5. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури