Эстәлеккә күсергә

Македония Республикаһының Конституцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Македония Республикаһының Конституцияһы
макед. Устав на Република Северна Македонија
Дәүләт  Төньяҡ Македония

Македония Республикаһының Конституцияһы (макед. Устав на Република Македонија) — Македония Республикаһының дәүләт идаралығы нигеҙҙәрен һәм кешенең төп хоҡуҡтарын билдәләүсе төп законы. Ағымдағы редакцияһы 2001 йылда ҡабул ителә һәм үҙ эсенә кешенең 15 төп хоҡуғын ала, шулай уҡ аҙ һанлы милләттәр (шул иҫәптән, Охрид килешеүенә ярашлы, албандар) хоҡуҡтарын гарантиялай[1][2]. Бойондороҡһоҙ республиканың беренсе Конституцияһы 1991 йылдың 17 ноябрендә ҡабул ителә, артабан уға 32 төҙәтеү индерелә.

Тарихи конституциялар

Беренсе Конституция 1946 йылдың 31 декабрендә Югославия Федератив Халыҡ Республикаһының автономиялы республикаһы булған Македония Халыҡ Республикаһында ҡабул ителә. Нәҡ ошо Конституция македондарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғын нығыта.

1974 йылдың 25 февралендә ҡабул ителгән Конституцияла Македония Социалистик Республикаһы тураһында һүҙ бара. Был Конституция үҙидаралыҡҡа күсеүҙе аңлата.

1991 йылдың 8 ноябрендә референдумда Македония Республикаһының күпселек граждандары Македонияның дәүләт суверенитетын һәм бойондороҡһоҙ дәүләт ойоштороуҙы хуплай. 1991 йылдың 17 ноябрендә Македония Республикаһын юридик яҡтан нығытҡан конституция ҡабул ителә. Конституцияға ярашлы, республиканың социаль-иҡтисади һәм сәйәси ҡоролошо закон өҫтөнлөгө, кеше хоҡуҡтары һәм иректәре, властарҙың бүленеше, баҙар иҡтисады принциптарына һәм хәҙерге заман демократив йәмғиәтенең башҡа фундаменталь ҡиммәттәренә нигеҙләнә.

Структураһы

Конституция преамбуланан һәм өлөштәрҙән тора. Конституцияның өлөштәре бүлектәргә бүленә:

  • Төп положениелар
  • Кешенең һәм граждандың төп иректәре һәм хоҡуҡтары
  • Дәүләт власын ойоштороу
  • Македония Республикаһының Конституция Суды
  • Урындағы үҙидаралыҡ
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
  • Республиканың оборонаһы, хәрби һәм ғәҙәттән тыш хәл
  • Конституцияға төҙәтеүҙәр
  • Күсеү һәм йомғаҡлау положениелары.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар