Эстәлеккә күсергә

Леонтьев Алексей Алексеевич (тел белгесе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Леонтьев Алексей Алексеевич (тел белгесе)
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2] или 1936[3]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 12 август 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2] или 2004[3]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө психолог
Эшмәкәрлек төрө психология һәм тел ғилеме
Эш урыны Институт языкознания РАН[d]
А.С. Пушкин исемендәге дәүләт рус теле институты[d]
Мәскәү дәүләт педагогия университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d] һәм психология фәндәре докторы[d]

Леонтьев Алексей Алексеевич (14 ғинуар 1936 йыл, Мәскәү — 12 август 2004 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй лингвисы, психолог, психология фәндәре докторы һәм филология фәндәре докторы, Рәсәй Мәғариф академияһы (1992) һәм Педагогика һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы[4].

Биографияһы

Алексей Алексеевич Леонтьев 1936 йылдың 14 ғинуарында Мәскәүҙә билдәле психолог Алексей Николаевич Леонтьев ғаиләһендә тыуа. А. А. Леонтьевтың улы — Леонтьев Дмитрий Алексеевич — шулай уҡ психология фәндәре докторы[5]. А. А. Леонтьев 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында роман-герман бүлеген «немец теле» һөнәре буйынса тамамлай. 1958 йылдан 1975 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының тел ғилеме институтында — тәүҙә кесе ғилми хеҙмәткәр, аҙаҡ ( 1966 йылдан) өлкән, һуңынан (1969 йылдан) Психололингвистика һәм коммуникациялар теорияһы төркөмө етәксеһе була. 1963 йылда филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Общелингвистические взгляды И. А. Бодуэна де Куртенэ» темаһына диссертация яҡлай. 1968 йылда . — филология фәндәре докторына «Теоретическая проблема психолингвистического моделирования речевой деятельности» темаһына диссертация, ә 1975 йылда — психология фәндәре буйынса «Психология речевого общения» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1975 йылдан — А. С Пушкин исемендәге рус теле институтының методика һәм психология кафедраһы мөдире, 1976 йылдан — профессор. 1986 йылдан  — В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының сит телдәр уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры (хәҙер Мәскәү дәүләт педагогия университеты), ә 1997 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының психология факультетының шәхес психологияһы кафедраһы профессоры

1992 йылда Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 1997 йылда — Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. 800-ҙән ашыу мәҡәлә һәм 30-ҙан ашыу китап авторы. РСФСР Педагогия йәмғиәтенең идара президиумы ағзаһы һәм РСФСР буйынса «Массовые коммуникации в обучении и воспитании» секцияһы етәксеһе була, сит ил телдәрен интенсив уҡытыу буйынса СССР Педагогика фәндәре академияһы ҡарамағында Ғилми-методик совет рәйесе, РСФСР «Белем» Йәмғиәтенең лекциялар пропагандаһының теорияһы һәм методикаһы буйынса Ғилми-методик совет рәйесе, төрлө методик журналдар редколлегияһы ағзаһы, РФ Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы мәғариф учреждениеларында тел сәйәсәте буйынса эксперт советы етәксеһе.

1970 йылдарҙан башлап педагогик психология һәм педагогика мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Күп йылдар Ш. А. Амонашвили, В. В. Давыдов һәм башҡа күренекле психологтар һәм педагогтар менән хеҙмәттәшлек итә. «Мәктәп» Ваҡытлыса фәнни-тикшеренеү коллективының тел белеме лабораторияһы һәм Мәскәү белем биреү системаларын үҫтереү институтында шул исемдәге лаборатория етәксеһе була (МИРОС). Мәктәп ҙәм юғары уҡыу йорттары белемен биреү мәсьәләләре буйынса күп фәнни һәм популяр мәҡәләләр авторы, улар шул иҫәптән «Учительская газета» гәзитендә, «Семья и школа» һәм «Знание — сила» журналдарында баҫылып сыға.

1997 йылдан — ғилми «Мәктәп 2000... » ассоциацияһы етәксеһе (хәҙер «Мәктәп 2100» белем биреү программаһын үҫтереүҙә булышлыҡ итеү төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы), 2001 йылдан 2004 йылға тиклем — был ойошманың президенты. Мәктәп 2100» Мәғариф программаһының төп авторы һәм автор коллективының етәксеһе.

2004 йылдың 12 авгусында Мәскәүҙә вафат була. Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнә[6]

Төп эштәре

30-ҙан ашыу китап һәм 800-ҙән ашыу мәҡәлә авторы.

  • Возникновение и первоначальное развитие языка. — М.: Изд-во Акад. наук СССР, 1963;
  • Слово в речевой деятельности: Некоторые проблемы общей теории речевой деятельности. — М.: Наука, 1965; переизд. — 2006;
  • Психолингвистика. — Л.: Наука. Ленинградское отд-ние, 1967;
  • Психолингвистические единицы и порождение речевого высказывания. — М.: Наука, 1969;
  • Язык, речь, речевая деятельность. — М.: Просвещение, 1969; переизд. — 2007;
  • Психолингвистические единицы и порождение речевого высказывания. — М.: Наука, 1969 ;переизд. — 2005, 2010;
  • Психологические механизмы и пути воспитания умений публичной речи. — М., 1972;
  • Папуасские языки. — М.: Наука, 1974;
  • Психология общения. — Тарту, 1974;
  • Психология речевого общения: диссертация. — М., 1975; переизд. — 2005;
  • Что такое язык. — М.: Педагогика, 1976;
  • Речь в кри­ми­на­ли­сти­ке и су­деб­ной пси­хо­ло­гии. М., 1977 (совм. с А.М.Шах­на­ро­ви­чем, В. И. Ба­то­вым);
  • Педагогическое общение. — 1979;
  • Язык ток-пи­син (не­оме­ла­не­зий­ский). М., 1981 (совм. с М. В. Дьяч­ко­вым, Е. И. Тор­суе­вой);
  • Путешествие по карте языков мира. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1990. — 144 с. — ISBN 5-09-001866-9..
  • Л. С. Выготский. — 1990;
  • Основы психолингвистики. — 1997; переизд. — Смысл; Лань, 2003;
  • Психология общения. - М., Смысл, 1997. - 365 с.
  • Деятельный ум (Дея­тель­ность, Знак, Лич­ность). — М., 2001;
  • Язык и ре­че­вая дея­тель­ность в об­щей и пе­да­го­ги­че­ской пси­хо­ло­гии. М.; Во­ро­неж, 2001.

Иҫкәрмәләр

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118727605 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  3. 3,0 3,1 Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  4. Официальный сайт Российской академии образования. Дата обращения: 16 февраль 2012. [yes Архивировано] 22 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 22 ғинуар архивланған.
  5. Человек продолжает происходить от обезьяны. Дата обращения: 19 февраль 2010. [no Архивировано] 2 апрель 2011 года.
  6. Могила А. А. Леонтьева на Кунцевском кладбище

Әҙәбиәт

  • Ахутина Т. В. Психология, лингвистика и междисциплинарные связи: сборник научных работ к 70-летию со дня рождения Алексея Алексеевича Леонтьева. — М.: Смысл, 2008.
  • Леонтьев Д. А., Леонтьева А. А., Тарасов Е. Ф. Алексей Алексеевич Леонтьев // Отечественные лингвисты XX века / Отв. ред. В. В. Потапов. — М.: Издательский Дом ЯСК, 2016. — С. 283—290. — ISBN 978-5-9908330-3-6

Һылтанмалар