Бәтке
Ауыл | |
Бятки башҡ. Бәтке | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район |
[[Туймазы районы|Туймазы]] |
Ауыл Ссоветы |
[[Кәкребаш ауыл Советы (Туймазы районы)|Кәкребаш]] |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452771 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бәтке (рус. Бятки) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[2]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825005.
Исеме
Ауылдың исеме Бәтке йылғаһының исеменән алынған[3].
Тарихы
1752 йылдың 22 июнендә һәм 1753 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүҙәре нигеҙендә Бәтке йылғаһы буйындағы шул уҡ исемле ауылға аҫаба-башҡорттар типтәрҙәрҙе һәм хеҙмәтле татарҙарҙы индергәндәр. Яһаҡлы татарҙар Муса һәм Таңатар Дусаевтар, Ҡазан өйәҙе йөҙ башы Тойҡа Ғабдуллин, Ыҡ йылғаһы ҡушылдығы Стәрле йылғаһы буйындағы Стәрлетамаҡ ауылынан яһаҡлы татар Мөхәмәтсәлим Ишмәтов улдары һәм ҡустылары менән, Ҡатай ауылынан Әҙеһәм Ибрашев мулла «Бәтке ауылында йорттар төҙөргә һәм ерҙе файҙаланырға» рөхсәт ала, бының өсөн башҡорттар уларҙың һәр береһенән 2-шәр һум аҡса ала. Ә уларҙың йыллыҡ түләүе ихатанан 10 тингә тиң була. 1753 йылда аҫабалар уларға йылына 5 һум түләү шарты менән Ҡара айыу Урман исемле «урманды» бирә.
1870 йылда 217 башҡорт һәм 25 хеҙмәтле татар; 1920 йылда 501 типтәр йәшәй тип күрһәтелгән. Был һуңғы ике халыҡ иҫәбен алыуҙа халыҡтың этник составы тураһындағы мәғлүмәттәр актуаль хәлде боҙа. Беренсе осраҡта типтәрҙәр башҡорттар составына инә, икенсеһендә — киреһенсә: башҡорттар типтәрҙәр араһында. Башҡорттар араһында аҫабаларҙан тыш керҙәштәр ҙә була. Гүзәир Кулчанов (1772—1823) улдары Хөсәйен, Кулыиарип (Ҡулығәрип (?)) һәм ейәне Шәрәфетдин менән һәм Исламғол Үтәғолов, 1772 йылғы, балалары Әбделлатиф, Әбделмәзит, Әбделяппар менән шуларҙың тәүгеһенә ҡарай. 1917 йылда аҫаба-башҡорттар типтәрҙәр араһында булып сыҡҡан.
Пугачев ихтилалында 8 яһаҡлы татар ҡатнаша.
1843 йылда 13 башҡорт кеше башына 8 бот иген сәсә[4].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 122 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 146 | 70 | 76 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государствен��ой статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (70 %), башҡорттар (26 %) йәшәй[5].
Билдәле шәхестәре
- Ғәлиева Зинура Нурлығаян ҡыҙы (17.08.1932—4.07.2014), нефтсе. 1962—1993 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1994).
Географик урыны
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 23 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 23 км/
Урамдары
Урам исеме[7]:
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Бәтке ауылы
Һылтанмалар
- Башҡортостан энциклопедияһы — Бәтке 2020 йыл 27 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2020)
- Бятки на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Бәтке ауылы