Эстәлеккә күсергә

Бөрөжлө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
09:47, 8 июнь 2023 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 0 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Ауыл
Бөрөжлө
Брюзли
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы

Ауыл биләмәһе

Бөрөжлө

Координаталар

56°52′20″ с. ш. 55°51′09″ в. д.HGЯO

Халҡы

374 кеше (2010)

Почта индексы

618162

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 816 001

ОКТМО коды

57 604 416 101

ГКГН номеры

0347231

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бөрөжлө (Рәсәй)
Бөрөжлө
Бөрөжлө
Бөрөжлө (Пермь крайы)
Бөрөжлө

Бөрөжлө (Брюзли) — Рәсәй Федерацияһы Пермь крайы Барҙы районындағы ауыл. Бөрөжлө ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Чернушка-Уҫы федераль трассаһында, Бөрөжлө йылғаһы буйында, Чернушка ҡалаһынан 55 км төньяҡҡа, Уҫы ҡалаһынан 60 км көньяҡҡа һәм район үҙәге Барҙы ауылынан 17 км көнбайышҡа табан урынлашҡан.

Бөрөжлө ауылына Ғәйнә ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған[1].

1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 48 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[1].

1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 407 башҡорт һәм 16 урыҫ йәшәгән[2].

1963 йылда ауылда 435 кеше, ә XX быуат аҙағында — 435 кеше йәшәгән[1].

2005 йылда халыҡ һаны 433 кеше тәшкил иткән[3].

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса халыҡ иҫәбе 374 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән 174 ир-егет һәм 200 ҡатын-ҡыҙ[4].

Социаль объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күрше Батырбай һәм Сәжән ауылдарынан балалар белем алған тулы булмаған мәктәп, мәҙәниәт йорто бар.

Төп эшсе халыҡ яҡындағы нефть һәм газ сығарыу предприятиеһында һәм газ үткәргестәрҙең линия идараһы бүлегендә эшләй. Ауыл халҡының күбеһе төрлө ҡалаларға иң яҡшы тормош эҙләп сығып киткән.

  • Заречная урамы
  • Йәштәр урамы
  • Тыныслыҡ урамы
  • Ленин урамы
  • Вахитов урамы
  1. 1,0 1,1 1,2 История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 126, 157. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 666. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федерации. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)