Һарыҡташ районы
Уҡыу көйләүҙәре
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә |
20 Муниципаль берекмә |
Административ үҙәк |
Һарыҡташ ҡасабаһы |
Барлыҡҡа килеүе | |
район башлығы |
Жанбаев Бахчан Нурейманович |
район советы рәйесе |
Сивоконь Юрий Дмитриевич |
Халҡы (2010) |
43 848[1] кеше |
Милли состав |
урыҫтар — 67%, |
Майҙаны |
3600 км² |
Ваҡыт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 35333 |
Автомобиль номерҙары коды |
56 |
Рәсми сайты | |
Һарыҡташ районы — Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһендәге муниципаль район. Үҙәге — Һарыҡташ ҡасабаһы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район Ырымбур, Һаҡмар, Төйлөгән, Ҡыуандыҡ, Беляевка райондары һәм Башҡортостан менән сиктәш. Майҙаны — 3,6 мең км².
Административ ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александровка ауыл советы
- Бурунсы ауыл советы
- Васильевка ауыл советы
- Воздвиженка ауыл советы
- Гавриловский ауыл советы
- Желтинский ауыл советы
- Каировский ауыл советы
- Карағужа ауыл советы
- Надеждинский ауыл советы
- Түбәнге Асҡар ауыл советы
- Николаев ауыл советы
- Яңы Сауҡалыҡ ауыл советы
- Новочеркасск ауыл советы
- Петровский ауыл советы
- Һарыҡташ ҡасабаһы
- Спасский ауыл советы
- Иҫке Сауҡалыҡ ауыл советы
- Федоровский ауыл советы
- Черкасский ауыл советы
- Черноотрожский ауыл советы
Фотографиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Район үҙәгендә сиркәү
-
Һаҡмар Һарыҡташ районында
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ: Категория:Һарыҡташ районында тыуғандар
- Аҡманов Ирек Ғайса улы (19.08.1933), башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры. Ырыҫҡол ауылынан.
- Вакуленко Иван Логинович (18.01.1878—4.04.1955), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Спасский ауылынан.
- Черномырдин Виктор Степанович (9.04.1938—3.11.2010), Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең беренсе рәйесе (25.12.1993—23.03.1998). Черноотрожский ауыл советының Черный Отрог ауылнан.
- Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы (3.12.1932), башҡорт яҙыусыһы, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы. Сәнкем-Биктимер ауылынан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һарыҡташ районы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Рәсми сайт 2013 йыл 8 май архивланған. (рус.)
- Дәүләт власы ойошмлары сайтында район 2014 йыл 25 июль архивланған. (рус.)
- Ырымбур өлкәһе сайтында район (рус.)