Эстәлеккә күсергә

Каралли Вера Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
20:26, 11 октябрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Каралли Вера Алексеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Өсөнсө рейх
 Австрия
 СССР
Тыуған көнө 8 август 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 ноябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2] (83 йәш)
Вафат булған урыны Баден[d], Түбәнге Австрия[d], Австрия
Һөнәр төрө актёр, хореограф, балет артисы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1921
 Каралли Вера Алексеевна Викимилектә

Ве́ра Алексе́евна Кара́лли (8 август 1889 йыл[3] — 16 ноябрь 1972 йыл) — рус балет артисы, тауышһыҙ кино актёры, балет педагогы.

Вера Каралли 1889 йылдың 8 авгусында Мәскәүҙә артистар ғаиләһендә тыуған: атаһы — провинциаль антрепренёр, А. М. Каралли-Торцовтың Ярославль театры режиссёры, әсәһе — драма актёры О. Н. Каралли (ҡыҙ фамилияһы Крушенкова). 1906 йылда Александр Горский етәкселегендәге театраль училищены тамамлай.

1909, 1919 һәм 1920 йылдарҙа сит илдәрҙә Сергей Дягилевтың «Рус балеты» составында гастролдә йөрөй[4]. Ҙур театр солисы була, шул иҫәптән «Фараон ҡыҙы» (рус. «Дочь фараона»), «Батша өсөн тормош» (рус. «Жизнь за царя»), «Аҡҡош күле» («Лебединое озеро»), «Саламбо» һәм башҡа балет постановкаларында ҡатнаша. Йыш ҡына Михаил Мордкин менән пар булып бейей. 1914 йылда кинола дебюты була — Пётр Чардыниндың «Хәтерләйһеңме?» («Ты помнишь ли?») фильмында Елена Пильская ролен башҡара. 1915 йылда 8 фильмда уйнап тәүге рус кинойондоҙҙарының береһе булып китә. Актёр башлыса Пётр Чардынин һәм Евгений Бауэр фильмдарында төшә.

1917 йылғы Октябрь инҡилабынан һуң эмиграцияға китә, Литвала йәшәй, Каунас ҡалаһында бейеү сәнғәтен өйрәтә, Румынияла эшләй, Франция һәм Австрияла фильмдарҙа төшә. Һөҙөмтәлә Венала төпләнә, бында балет оҫталығы буйынса дәрестәр бирә. 1972 йылдың 16 ноябрендә Австрияның Баден ҡалаһында вафат була. Бынан алда туған яғына ҡайтырға рөхсәт һорап яҙа, 1972 йылдың 1 ноябрендә СССР гражданы паспортын ала, әммә ике аҙна үткәс вафат була.

Партиялары:

  • «Лебединое озеро» — Одетта-Одиллия
  • «Баядерка» — Никия
  • «Дон Кихот» — Китри
  • «Раймонда» — Раймонда
  • «Дочь фараона» — Аспиччия
  • «Тщетная предосторожность» — Лиза
  • «Жизель» — Жизель

Умирающий лебедь

Распутиндың үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каралли Бөйөк кенәз Дмитрий Павловичтың һөйәркәһе була һәм хәбәр итеүҙәренсә 1916 йылдың декабрендә Григорий Распутинды үлтереүҙе йәшереүҙә ҡатнаша. Был төндә ул Феликс Йосопов һарайында булған ике ҡатын-ҡыҙҙың береһе була. Енәйәт ҡылыусылар был ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бер кемгә лә һөйләмәгән[5].

Йыл Рус телендә Оригинал телендә Роль
1921 Женская месть Die Rache einer Frau Вера Кароли
1919 Ночь 11 сентября La Nuit du 11 septembre ?
1918 Мечта и жизнь Наташа Бробова
1917 Набат ?
Умирающий лебедь бейеүсе Гизелла
Король Парижа ?
1916 Возмездие Маша Бельская; икенсе роле — леди Гермион
Гриф старого борца Криста, йөҙөмсе ҡыҙы
1915 Драконовский контракт Директорҙың ҡыҙы
Счастье вечной ночи Лиля Плескова
Любовь статского советника бейеүсе Лола
Обожжённые крылья ?
Тени греха ?
Наташа Ростова Наташа Ростова
Война и мир ?
После смерти Зоя Кадмина
1914 Хризантемы Вера Алексеевна Неволина
Сорванец Любочка
Ты помнишь ли? Елена Пильская

Художестволы биографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Геннадий Каган тарафынан яҙылған Вера Караллиҙың художестволы биографияһы нәшер ителә[6]. Достоверно известные факты жизни актрисы в этом издании сочетаются с отступлениями от исторической действительности, автор достаточно вольно обходится с хронологией и последовательностью событий.

  1. Visuotinė lietuvių enciklopedija (лит.)
  2. Bibliothèque nationale de France Vera Alekseevna Karalli // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Вера Каралли: labazov
  4. Andros on Ballet 2007 йыл 15 март архивланған. (инг.)
  5. Радзинский Э. The Rasputin File. — Doubleday, 2000. — Pp. 476—477.
  6. Каган, Геннадий. Вера Каралли — легенда русского балета. — СПб.: Амфора, 2009. — С. 432. — ISBN 978-5-367-01044-2.