Эстәлеккә күсергә

Анджапаридзе Отар Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
15:47, 3 октябрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 3 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Анджапаридзе Отар Георгиевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Батуми, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 май 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Отар Георгиевич Анджапаридзе (12 февраль 1920, Батуми — 27 май 1996, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй вирусологы, СССР һәм Рәсәй вирусологияһында билдәле кеше, уға нигеҙ һалыусы һәм, бер нисә тиҫтә йыл Мәскәүҙә СССР РМФА Һаулыҡ һаҡлау вирус препараттары институтының алыштырғыһыҙ директоры була, институтҡа 1979 йылда уның исеме бирелә.

Анджапаридзе Отар Георгиевич 1920 йылдың 12 февралендә Батуми ҡалаһында дворян Георгий Несторович Анджапаридзе ғаиләһендә тыуған. 1937 йылда урыҫ урта мәктәбен Батуми ҡалаһында тамамлай. 1938 йылда Мәскәүгә килә һәм 1-се медицина институтына уҡырға инә. Хирург булырға йыйына, әммә бер күҙенең күреү һәләте насар булғанлыҡтан медкомиссия үтә алмай. Һөҙөмтәлә билдәле вирусолог була.

Мәскәүҙә уҡыу осоронда әсәһе яғынан туғандарында 1-се Тверская-Ямская урамында (шул йылдарҙа Горький урамы) йәшәй. Медицина белемен инде 1943 йылда Тбилисиҙа тамамлай. 1946 йылға тиклем Батумиҙа эпидемияға ҡаршы эштә була. 1946 йылдан алып — СССР Медицина фәндәре академияһының Д.И. Ивановский исемендәге вирусология институтында ғилми хеҙмәткәр. 1950 йылда — Дәүләт контроле институтында производство контроле бүлеге мөдире (медицина биологик препараттарының Л.А.Тарасевич исемендәге дәүләт контроль институты).

1946 йылда Орлова Татьяна Сергеевнаға өйләнеп, Мәскәүгә күсенә һәм Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1957 йылда вирус препараттарының ғилми-тикшеренеү институтына эшкә килә, артабан уның алыштырғыһыҙ директоры була.

1963— 1965 йылдар — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының вируслы һәм бактериялы препараттар етештереү буйынса баш идаралығы начальнигы. 1965 йылдан Мәскәү вирус препараттары ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй.

1971 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Отар Георгиевичтың балалары булмай, әммә ул бай ижади һәм фәнни мираҫ ҡалдыра, ул бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Мәскәүҙә Троекурово зыяратында ерләнгән.

Танылыуы һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Отар Георгиевич Анджапаридзе — Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы, профессор, медицина фәндәре докторы, ватан вирусологияһы үҫешенә ҙур өлөш индерә. 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы, уның етәкселегендә 30-ҙан ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлана.

Күп йылдар дауамында вируслы инфекция буйынса Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперты, РМФА медицина профилактикаһы бүлексәһенең академик-секретары итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлегендә уңыштары өсөн Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены (11.02.1980)[1] ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы орденына лайыҡ була.

  • Отар Георгиевич Анджапаридзе — Имеретин Епархияһы, Киций Спас сиркәүе руханийы Самсон Анджапаридзеның, уның өлкән улы - Нестор линияһы буйынса вариҫы. 1855 йылда Несторҙы суҡындырғанда алмашҡа килеүсеһе булып дворян Шенгелая яҙыла.
  • Отар Георгиевич Анджапаридзеның ҡатыны — Татьяна Сергеевна 1951 йылда Мәскәү сит телдәре институтын тамамлаған. Ул башта сит ил телдәрендәге әҙәбиәт нәшриәтендә референт сифатында эшләй, ә 1954 йылда, үҙен докторлыҡ диссертацияһын яҡлау өҫтөндә тулыһынса иренә ярҙам итеүгә арнай, диссертация 10 йыл үткәс — 1964 йылда яҡлана.
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 февраля 1980 года № 1540—Х «О награждении действительного члена Академии медицинских наук СССР Анджапаридзе О. Г. орденом Октябрьской Революции» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 8 (2030) от 13 февраля 1980 года. — Ст.136.