Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы
Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 февраль 1866 |
Тыуған урыны | Бакаево[d], Боғорослан өйәҙе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 апрель 1924 (58 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Государственная дума Российской империи II созыва |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы (15 февраль 1866 йыл — 20 апрель 1924 йыл) — дин әһеле. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы.
Биографияһы
[��ҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы Хәсәнов 1866 йылдың 15 февралендә Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Северный районы) Баҡай ауылында тыуған.
Бәләбәй өйәҙе Ҡорос ауылында мәҙрәсә тамамлай. Артабан мулла Ямалетдин бин Собханҡул әл-Ҡаҙанлы мәҙрәсәһенә уҡырға инеү өсөн Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһына күсенә. Ямалетдин вафатынан һуң уҡыуын Зайнулла Рәсүлевта дауам итә. Ошо мәҙрәсә эргәһендәге урыҫ класын да тамамлай, был тура ла ул тейешле таныҡлыҡ алып сыға. Указлы мулла була. 1903 йылға тиклем Троицк ҡалаһында мосолман тәғлимәтенән уҡыта.
1903 йылдан — Өфөлә 3-сө мәркәз мәсетенең имам-хатибы һәм ошо мәсет эргәһендәге мәҙрәсә мөҙәррисе. Өфө мосолман Хәйриә йәмғиәте ағзаһы. 1906 йылдың майынан Өфөлә «әл-Ғәләми әл-Ислами» («Мосолман донъяһы»)[1]дини гәзитен нәшер итеүҙә ҡатнаша. Думаға һайлауҙар осоронда М. Хәсәновтың сәйәси ҡараштары Конституцион-демократик партия һәм «Мосолман союзы» платформаһына яҡын була.
6 февраля 1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһы һайлаусылар йыйылышы һайлаусыларының дөйөм составынан 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына ағза итеп һайлана. Мосолман фракцияһы составына инә. Дума трибунаһынан Министрҙар Советы декларацияһы тураһындағы мәсьәлә буйынса сығыш яһай. Депутат булараҡ, «Дин үә магыйшат» журналы өсөн мосолман депутаттарының һәм тотош фракцияның эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләр яҙа.
Думаны таратҡандан һуң Өфөгә ҡайта һәм имам-хатиб булып эшләүен дауам итә. 1908 йылда — Ырымбур мосолман дини йыйылышының Өфө ҡалаһындағы органы «Мәғлүмәтт» («Известия») либерал журналы мөхәррире. Хәсәнов журнал аша гәзит уҡыусыларҙы мосолман съездарының идеялары менән таныштырып торғанға күрә, власть кәңәше буйынса редакция составынан сығарыла. Аҙағыраҡ ул мосолман дин әһелдәренең йомшағыраҡ өлөшөнә инә.
3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты составына һайлана, 1918 йылдың апрелендә уның составынан сыға[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1907. С. 372.
- Усманова Д. М. ХАСАНОВ Мухаммедсабир Мухаммеджанович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. 2018 йыл 13 март архивланған. C. 657 2018 йыл 13 март архивланған..
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мусульманские депутаты Государственной думы России 1906—1917 годов: Сборник документов и материалов. Уфа, 1998. С. 308—309;
- Усманова Д. М. Мусульманские представители в Российском парламенте. 1906—1917. Казань, 2005.
- Российский государственный исторический архив. Фонд 1278, Опись 1 (2-й созыв). Дело 465; Дело 555. Лист 5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2019)
- 15 февралдә тыуғандар
- 1866 йылда тыуғандар
- Һамар губернаһында тыуғандар
- 20 апрелдә вафат булғандар
- 1924 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- Рәсәй империяһының икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзалары
- Өфө губернаһынан Рәсәй империяһы Дәүләт думаһы депутаттары
- Северный районында (Ырымбур өлкәһе) тыуғандар