Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы
Әҡсән Баймырҙа улы Мөхәмәтҡолов | |||
| |||
---|---|---|---|
1925 — 1931 | |||
Алдан килеүсе: | Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы | ||
Дауамсы: | Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы | ||
Тыуған: | 5 (17) октябрь 1895 Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Маҡар (Ишембай районы) | ||
Үлгән: | 14 ноябрь 1938 (43 йәш) Алма-Ата | ||
Партия: | РКП(б) | ||
Белеме: | Маҡар урта мәктәбе |
Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (17 октябрь 1895 йыл — 14 ноябрь 1938 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. 1925—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы[1] (1935—1938). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҡсән Баймырҙа улы Мөхәмәтҡолов 1895 йылдың 17 октябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) тыуған.
1912—1914 йылдарҙа 2 класлы училищела уҡый. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
1918—1921 йылдарҙа — Гәрәй-Кисәк, Маҡар улус башҡарма комитеттары рәйесе. Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының аҙыҡ-түлек Халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы була.
1920 йылда РКП(б) сафына инә.
1922—1925 йылдарҙа — Мәсәғүт кантоны башҡарма комитеты рәйесе. Артабан Башҡорт АССР-ы игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, аҙаҡ халыҡ комиссары була.
1925—1931 йылдарҙа БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе була.
1931—1933 йылдарҙа Бөтә Союз план академияһы тыңлаусыһы була.
1933—1938 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ында эшләй. СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы була. 1935 йылда Аҡтүбә ҡала башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.
1937 йылдың 15 ноябрендә НКВД ҡулға ала. 1938 йылдың 11 ноябрендә РСФСР Енәйәт кодексының 58 статьяһы (2,7,8, 11-се пункттар) буйынса атырға хөкөм ителә. Аҙаҡ үлем язаһын 11 йылға иркенән мәхрүм итеү менән алмаштыралар. Артабанғы яҙмышы оҙаҡ йылдар билдәһеҙ була. Ғизитдин Ирғәлин энциклопедик мәҡәләлә үлеме тураһында ��үбәндәге мәғлүмәтте килтерә: 14.11.1938, Алматы.
1957 йылдың 27 июнендә реабилитациялана[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ә. Б. Мөхәмәтҡоловтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты 1996 йылдың 18 ғинуарында «Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре Ә. Б. Мөхәмәтҡоловтың исемен мәңгеләштереү тураһында» 16-сы номерлы Ҡарар ҡабул итте[3].
- Маҡар ауылында Әҡсән Мөхәмәтҡолов музейы эшләй.
- Ишембай ҡалаһының Кузьминовка микрорайонындағы урам Ә. Б. Мөхәмәтҡолов исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Иргалин Г. Д. Мухаметкулов Аксан Баймурзич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Равиль Рамазанов. К юбилею Ахсана Мухаметкулова: его помнит ишимбайская земля.
- ↑ Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Ҡарары, 18.01.96, № 16(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2019)
- 17 октябрҙә тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Маҡарҙа тыуғандар
- 14 ноябрҙә вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Алматыла вафат булғандар
- Маҡар мәктәбен тамамлаусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Башҡортостан шәхестәре
- СССР-ҙың дәүләт эшмәкәрҙәре
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- СССР Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ағзалары
- Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйестәре
- КПСС ағзалары