Булатов Анатолий Павлович
Булатов Анатолий Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 14 сентябрь 1939 |
Тыуған урыны | Ләмәҙ ауылы, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 23 декабрь 2017 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡурған өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | биолог |
Уҡыу йорто | Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Булатов Анатолий Павлович (14 сентябрь 1939 йыл — 23 декабрь 2017 йыл) — ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2013 йылдарҙа Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының кафедра мөдире, 2013 йылдан — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2007—2017 йылдарҙа «Кормление сельскохозяйственных животных и кормопроизводство» журналының баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Павлович Булатов 1939 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының[2] Дыуан районы Ләмәҙ ауыл Советының Ләмәҙ ауылында[3] тыуған.
Дыуан районының Ярославка мәктәбендә урта белем ала.
1963 йылда Ҡурған ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡурған өлкәһе Белозерский районы Менщиковский (хәҙер Түбәнге Тобол) ауыл Советының «Маяк» колхозында баш зоотехник булып башлай. 1965 йылда Ҡурған ауыл хужалығы институтына аспирант итеп ҡабул ителә. 1969 йылда «К использованию сенажа и силоса из проявленной люцерны в рационе дойных коров» темаһына кандидатлыҡ диссерта��ияһы яҡлай[4].
1971 йылдан алып 1980 йылға тиклем Төмән ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы малдарын ашатыу һәм үрсетеү кафедраһы мөдире булып эшләй. 1972 йылда «доцент» ғилми исеме бирелә.
1981—1988 йылдарҙа Булатов физиология, биохимия һәм ауыл хужалығы малдары туҡланыуы Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының һыйыр ите етештереүҙең физиологик-биохимик нигеҙҙәре Ҡурған бүлеге мөдире. 1986 йылдың октябрь айында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1987 йылдың майында уға «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә.
1988—2013 йылдарҙа Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу кафедраһы мөдире һәм физиология, биохимия һәм ауыл хужалығы малдары туҡланыуы буйынса проблемалы лабораторияның фәнни етәксеһе. 1989 йылда «профессор» ғилми исеме бирелә.
Ҡурған өлкәһенең Кетовский районы Лесниково ауылы Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы ҡасабаһында йәшәй.
Булатов Анатолий Павлович 2017 йылдың 23 декабрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була[5].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булатов ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм мал аҙығы технологиялары өлкәһендә белгес була. Ул аҙыҡтың энергетик, протеинлы, минераль һәм витаминға туҡлыҡлылығын өйрәнә. Урал аръяғы шарттарында төрлө мал аҙығы культураларынан сенаж етештереүҙең технологияларын эшләй. Урал аръяғы аҙыҡ ресурстарынан рациондарҙың туҡлыҡлылыҡ ҡиммәттәре билдәләнә һәм мал аҙығы рецептары әҙерләнә.
Төмән, Омск, Ҡурған ауыл хужалығы институттарында бер нисә тапҡыр дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Себер фәнни-тикшеренеү малсылыҡ институты ҡарамағындағы Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Себер бүлексәһендә «фән докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүсе диссертацияларҙы яҡлау буйынса махсуслаштырылған совет ағзаһы һәм Омск аграр университетының диссертация советы ағзаһы.
Булатов етәкселегендә 31 аспирант кандидатлыҡ һәм һигеҙе — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]250-нән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәттәр батырып сығара, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының уҡыу-методик берекмәһе грифы менән 7 уҡыу әсбабы, 12 китап, 16 уҡытыу-методик хеҙмәттәр, 13 тәҡдимдәр.
- Булатов А.П. Аминокислотный состав кормов в Тюменской области. — Омск: ОмСХИ, 1976. — 37 с. — 1000 экз.[6]
- Булатов А.П. Кормосмеси на основе силоса для молочного скота. — Омск: ОмСХИ, 1980. — 39 с. — 500 экз.[7]
- Булатов А.П. Приготовление и комплексная оценка сенажа. Учеб. пособие. Специальность 1506. — Омск: ОмСХИ, 1975. — 64 с. — 1000 экз.[8]
- Булатов А.П. Основы консервирования и использования растительных кормов. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1992. — 223 с. — ISBN 5-7688-0553-2.
- Булатов А.П., Лушников Н.А. Основы консервирования и использования растительных кормов. — Челябинск: Юж. Урал. кн. изд-во, 1992. — 223 с. — 2500 экз. — ISBN 5-7688-0553-2.[9]
- Булатов А.П., Курдоглян А.А. Раздой коров: теория и практика. — Курган: Зауралье, 2006. — 232 с. — ISBN 5-87247-408-3.
- Булатов А.П., Ярмоц Л.П. Кормовая база современного животноводства. — Курган: Зауралье, 2002. — 240 с. — ISBN 5-87247-259-5.
- Булатов А.П., Лушников Н.А., Усков Г.Е., Азаубаева Г.С. Рациональное использование протеина кормов: теория и практика. — Курган: Зауралье, 2006. — 208 с. — ISBN 5-87247-431-8.
- Булатов А.П., Лушников Н.А., Кармацких Ю.А. Кормовые ресурсы Зауралья и их рациональное использование в животноводстве. — Курган: КГСХА, 2010. — 266 с. — 200 экз. — ISBN 5-87247-431-8.
- Бабаринов И.В., Булатов А.П. Основы производства и переработки говядины. — Курган: КГСХА, 2003. — 151 с. — ISBN 5-87247-334-6.
- Курдоглян А.А., Булатов А.П. Повышение продуктивности коров: теория и практика. — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 206 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-91596-047-2.
- Миколайчик И.Н., Булатов А.П. Кормление молодняка свиней: теория и практика. — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 235 с. — ISBN 978-5-98271-098-7.
- Овсянников Б.П., Булатов А.П., Белетков М.П. Приготовление и использование сенажа. — Челябинск: Юж. Урал. кн. изд-во, 1973. — 83 с. — 4000 экз.[10]
- Овсянников Б.П., Булатов А.П., Ярушин А.Ф. Технология заготовки сенажа в Курганской области. — Курган, 1970. — 32 с. — 1500 экз.[11]
- Технологические основы производства, переработки и хранения продукции животноводства / учебное пособие для студентов вузов / Ред. А.П. Булатов. — Курган: Зауралье, 1999. — 374 5-87247-151-3 с. — ISBN 5-87247-151-3.
- Практикум по кормлению сельскохозяйственных животных. Ч. 1. Оценка питательных кормов. Корма / ред. А. П. Булатов. — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 196 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-91596-015-1.
- Практикум по кормлению сельскохозяйственных животных. Ч. 2. Нормированное кормление сельскохозяйственных животных и птицы / ред. А. П. Булатов. — Куртамыш: Куртамышская типография, 2008. — 334 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-91596-019-9.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,
- «Быуат меценаты» миҙалы,
- Ҡурған өлкәһе губернаторының Фән, техника һәм инновация эшмәкәрлеге өлкәһендә премияһы, 2007 йыл[12]
- Бөтә Союз фәнни-техник йәмғиәттәр Советы һәм Ҡурған өлкәһе губернаторының иң яҡшы ғилми, ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ эштәре өсөн дипломдары,
- Ҡурған өлкәһе халыҡ депутаттары Советының һәм Ҡурған өлкәһе хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары,
- Бөтә Рәсәй «Аграр уҡыу китабы» конкурсы еңеүсеһе,
- Лесниково ауылының почетлы кешеһе[13]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны Галина Николаевна — бухгалтер, ҡыҙҙары Ольга һәм Юлия — хеҙмәткәрҙәр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы
- ↑ Лица Зауралья. БУЛАТОВ Анатолий Павлович. 2018 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Ушел из жизни Анатолий Павлович Булатов.(недоступная ссылка)
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
- ↑ Распоряжение Губернатора Курганской области от 26.01.2007 N 32-р «О ПРИСУЖДЕНИИ ПРЕМИЙ ГУБЕРНАТОРА КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ в СФЕРЕ НАУКИ, ТЕХНИКИ и ИННОВАЦИОННОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ»
- ↑ ПОЧЕТНЫЕ ЖИТЕЛИ с. Лесниково(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булатов Анатолий Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2018)
- 14 сентябрҙә тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Дыуан районында тыуғандар
- 23 декабрҙә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Ҡурған өлкәһендә вафат булғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй биологтары
- Биология фәндәре докторҙары
- Ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар