Эстәлеккә күсергә

Ҡандала үләне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Ҡандала үләне
Ҡандала үләне
Ҡандала үләне
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡуҙаҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡуҙаҡлылар
Суб-ғаилә: Күбәләк сәскәләр
Ырыу: Ҡандала үләне
Төр: Ҡандала үләне
Латинса исеме
Melilotus officinalis (L.) Lam.
ITIS 26150
NCBI 47083

Ҡандала үләне, тәкә мөгөҙө (рус. До́нник лека́рственный, До́нная трава́, Бурку́н, Буркуне́ц, До́нник же́нский, Ди́кая гре́ча, лат. Melilótus officinális) — ике йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек; ҡуҙаҡлылар ғаиләһе, күбәләк сәскәлеләр ярым-ғаиләһендәге үлән; . өсәре-өсәре бер һуҡтаға урынлашҡан ваҡ ҡына киртләс япраҡлы, һабаҡ буйлап сыҡҡан аҡ, һары төҫтәге ваҡ сәскәле хуш еҫле үлән; бал ҡорттары татын, һеркәһен яратып йыя; шәкәрлелеге 150—200 кг/га[1].

Ҡандала үләне
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация

Бейеклеге 3 м-ға етә. Икенсе йылдың май-август айҙарында сәскә ата, июль-сентябрҙә орлоғо өлгөрә. Япраҡтары өс тармаҡлы, сәскәләре ваҡ һары һәм аҡ төҫтә. Емеше — 1, һирәгерәк — 2, йәки 4 орлоҡло асылмый торған ҡуҙаҡ.

Таралыуы

Ҡандалы үләнен туғайҙарҙа, юл буйында, йорт тирәһендә осратырға мөмкин. Көтөлек, бесәнлек, силос, сенаж сидераль культуралар сифатында игелә; уңышы һәм мал аҙығы булараҡ люцерна һәм туҡранбаштан ҡалышмый. Ҡандала үләне баллы үҫемлек, бал ҡорттары һалыҡынса ваҡытта ла киләләр. Унда булған кумарин матдәһе тәмәке, шарап, сыр яһағанда файҙаланыла.

Европа, Кесе, Урта, Үҙәк Азия, Кавказда таралған. Британия утрауҙарына, Яңы Зеландияға, Төньяҡ Америкаға күсереп ултыртылған. Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә осрай. Башҡортостандың Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында күпләп осрай.

Иҫкәрмәләр

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г. Д. Зайнуллина, 2001)

Әҙәбиәт

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. Иллюстрированный определитель растений Средней России — М.: Т-во научных изданий КМК, Ин-т технологических исследований, 2003. — Т. 2. — С. 455. — ISBN 5-87317-128-9(рус.)
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1