Сара Бернар
Сара Бернар | |
Sarah Bernhardt | |
Исеме: |
Генриетт Розин Бернар |
---|---|
Тыуған ваҡыты: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
актриса, сценарист |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1862—1922 |
Театр: |
«Одеон», «Комеди Франсэз», «Театр Сары Бернар» |
Рольдәре: |
«Дама с камелиями» — Маргарита Готье, «Андромаха» (Расин) — Андромаха, «Антоний һәм Клеопатра» — Клеопатра |
IMDb: |
Сара Бернар (тыуғандағы исеме Генриетт Розин Бернар, 22 октябрь 1844 йыл — 26 март 1923 йыл) — йәһүд сығышлы француз актёры, XX быуатта уны «бөтә тарихтағы иң билдәле актёр» тип атап йөрөткәндәр. Уңышҡа 1870 йылдарҙа Европа сәхнәләрендә өлгәшә. Аҙаҡ триумф менән Америкаға гастролдәргә йөрөй. Күберәген етди драматик ролдәр башҡара, шуның өсөн дә уға «Илаһи Сара» тигән ҡушамат бирәләр.
Биографияһы
Сара Бернар 1844 йылдың 22 октябрендә Парижда тыуған. Сараның әсәһен Юдифь тип йөрөткәндәр. Йәһүд, сығышы менән Германиянан йәки Нидерландтан. Ул Сараны ун алты йәшендә таба. Атаһы билдәһеҙ. Атаһы француз флоты офицеры Поль Мароль булған, тиеүселәр бар (был турала документтар шаһитлыҡ ҡыла). Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, йәш адвокат Эдуард Бернар тигән фараз да йәшәй. Францияға килгәнсе, Юдифь модист булып эшләп ала. Әммә Парижға килгәс, куртизанка булыуҙы хуп күрә. Уның сибәрлеге һәм зауыҡлы кейенеүе кинәнеп йәшәрлек бай һөйәрҙәр табыуға булышлыҡ итә. Әммә йәш бала рәхәтләнеп йәшәүгә ҡамасау иткәнгә, Сара Англияға ҡайтарыла һәм бағыусыға тәрбиәгә бирелә.
Бәхетһеҙ осраҡ булмаһа, Сара бәлиғәт йәшенәсә шунда ҡалыр ине. Бағыусыһы, уны ғәрип ире менән ҡалдырып, ҡайҙалыр сығып китә. Кескәй Сара, креслоһынан төшөп, янып торған мейес янына бара, итәгенә ут тоҡана. Уны күршеләр ҡотҡарып ҡала. Был ваҡытта Юдифь сираттағы бағыусыһы менән Европа буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Уны ҡыҙы янына саҡыралар, ул Англияға килә һәм Сараны Парижға алып китә. Тик тиҙҙән уны икенсе ҡараусыға ҡалдырып, тағы ла гастролдәренә сығып китә.
Моңһоу, ҡараңғы ергә алып килә уны яңы тәрбиәсеһе. Ул ябыға, үҙ-үҙенә бикләнә. Әммә яҙмыш уны барыбер әсәһе менән ҡауыштыра. Әсәһенең Юдифь кеүек үк куртизанка апаһы Розина менән осраҡлы ғына осраша, һәм ныҡ тәьҫирләнеп, Сара иҫтән яҙа; тәрбиәсеһе ҡулынан ҡолап төшә һәм аяҡ-ҡулын һындыра. Ниһайәт, әсәһе уны тәрбиәгә ала, һәм етемһерәгән ҡыҙыҡай әсә наҙын күрә башлай.
13 йәшендә Сара Драма сәнғәтенең Юғары милли консерваторияһына уҡырға инә һәм уны 1862 йылда тамамлай.
Фильмография
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1900 | ф | Гамлет дуэлы | Le duel d'Hamlet | Гамлет |
1912 | ф | Королева Елизавета | Les Amours de la reine Élisabeth | Королева Елизавета I |
1912 | ф | Дама с камелиями | La Dame aux camélias | Маргарита Готье |
1913 | ф | Адриана Лекуврёр | Adrienne Lecouvreur | Адриана Лекуврёр |
1915 | ф | Жанна Доре | Jeanne Doré | Жанна Доре |
1917 | ф | Французские матери | Mères françaises | |
1923 | ф | La voyante | La voyante |
Театрҙағы һайланма ролдәре |
Яҙмалар
- Phèdre (Федра) (1902)
- Le Lac (Озеро) (1902)
- La Fiancée du timbalier (Невеста литавриста) (1902)
- Lucie (Люсия) (1902)
- Le Lac (Озеро) (1903)
- La Samaritaine (Самаритянка) (1903)
- Les Vieux (Старые люди) (1903)
- Un Évangile (Одно Евангелие) (1903)
- Phèdre (Федра) (1903)
- La Mort d’Izéil (Смерть Изеиля) (1903)
- La Rêverie de Théroigne de Méricourt (Сонь, Теруани де Мерикур) (1903)
- Un peu de musique (Маленькая музика) (1903)
- L’Aiglon (Орлёнок) (1910)
- Phèdre (Федра) (1910)
- Les Buffons (Буффоны) (1908)
- La Samaritaine (Самаритянка) (1910)
- L'Étoile dans la nuit (Звезда в ночи) (1918)
- Prière pour nos ennemis (Молитва за наших врагов) (1918)
Иллюстрациялар
-
Сара Бернар сәхнә артында.
-
Бернар карьераһын башлағанда уйнаған Theodora ролендә.
-
Нәзәкәтле ҡалпаҡ кейгән фотоһы.
-
Бернар тылсымсы һынында.
-
Жанны д'Арк ролендә.
-
Бернар Клеопатра һынында.
-
Gismonda ролендә.
-
Бернар формаль булмаған портрет өсөн төшкән.
-
Бернар, һуңғы йылдары.
-
Бернар Конда ҡәлғәһе янында, Франция.
Ижади эштәр
- Ма double vie. Mémoires de Sarah Bernhardt, P., 1907;
- В русском переводе — Сара Бернар. Моя двойная жизнь. Мемуары. — СПб: Северо-Запад, 1995. — 543 с. — ISBN 5-8352-0470-1.
- L’art au théâtre, P., 1923
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Seller G., Sarah Bernhardt, P., [s. a.];
- Кугель А.Р. Театральные портреты. — Л.: Искусство, 1967. — 382 с.
- Brandon, Ruth. Being Divine: A Biography of Sarah Bernhardt. London: Mandarin, 1992.
- Gold, Arthur and Robert Fitzdale. The Divine Sarah: A Life of Sarah Bernhardt. New York: Alfred A. Knopf, 1991.
- Léturgie, Jean and Xavier Fauche: Sarah Bernhardt, Lucky Luke (49). Dupuis, 1982.
- Lorcey, Jacques. Sarah Bernhardt, l’art et la vie, Paris : Éditions Séguier, 2005. 160 pages. Avec une préface d’Alain Feydeau. ISBN 2-84049-417-5.
- Menefee, David W. Sarah Bernhardt in the Theater of Films and Sound Recordings. North Carolina: McFarland, 2003.
- Menefee, David W. The First Female Stars: Women of the Silent Era. Connecticut: Praeger, 2004.
- Ockmann, Carol and Kenneth E. Silver. Sarah Bernhardt: The Art of High Drama New York: Yale University Press, 2005
- Skinner, Cornelia Otis. Madame Sarah. Paragon House, 1966.
- Snel, Harmen. «The ancestry of Sarah Bernhardt; a myth unravelled», Amsterdam, Joods Historisch Museum, 2007, ISBN 978-90-802029-3-1
- Gottlieb, Robert «Sarah: The Life of Sarah Bernhardt» New Haven, Yale University Press, 2010
Һылтанмалар
Сара Бернар Викимилектә | |
Сара Бернар Викияңылыҡтарҙа |
- Сара Бернар (инг.) Internet Movie Database сайтында
- Влас Михайлович Дорошевич. «Гаснущие звёзды. Сара»
- Le Paris des gens célèbres: Sarah Bernhardt(недоступная ссылка)
- Бернар Сара — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- Бернар, Сара — Кругосвет энциклопедияһынан
- The Sarah Bernhardt Pages
- The «La Samaritaine» controversy and other performances in London
- Performances in Theatre Archive University of Bristol
- Sarah Bernhardt cylinder recordings, from the Cylinder Preservation and Digitization Project at the University of California, Santa Barbara Library.
- Sarah Bernhardt Collection 2012 йыл 18 февраль архивланған. at the Harry Ransom Center at the University of Texas at Austin.
- Bernhardt’s sculpture
- Bibliography
- Sarah Bernhardt photo gallery series 1 New York Public Library (NYPL)
- Sarah Bernhardt 2012 йыл 7 октябрь архивланған. photo gallery series 2 NYPL