Лахтин Владимир Николаевич
Лахтин Владимир Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1924 |
Тыуған урыны | Жуков[d], Малоярославецкий уезд[d], Калуга губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 июль 1989 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | архитектор |
Эш урыны | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы) |
Ғилми дәрәжә | архитектура докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Лахтин Владимир Николаевич (1 ғинуар 1924 йыл — 17 июль 1989 йыл, Воронеж) — СССР-ҙың архитектор-төҙөүсеһе, педагог. Архите��тура докторы (1973), профессор (1975). СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы (1953). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби һәм хеҙмәт миҙалдары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
Калуга губернаһы Угодский завод ауылында (хәҙерге Калуга өлкәһе Жуков ҡалаһы) тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Әстерхан пехота училищеһын (1942-1943) тамамлағандан һуң, Сталинградты обороналауҙа, Донбассты азат итеүҙә ҡатнаша, ҡаты яралана һәм дауаланғандан һуң, инвалидлыҡ арҡаһында демобилизациялана.
1950 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай. Силәбегә күсеп килгәндән һуң, «Челябоблпроект» учреждениеһында проекттарҙың баш архитекторы булып эшләй (1950-1953).
1953-1973 йылдарҙа Силәбе политехник институтында (СПИ, хәҙер Көньяҡ Урал дәүләт университеты), студенттарҙы уҡыта, атап әйткәндә, рәсем һәм композициянан.
1960 йылдарҙа Силәбе өлкәһе ҡалаларында торлаҡ йорттар төҙөлөшө мәсьәләһе буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1962-1968 йылдарҙа ҡалаһының баш архитекторы булып эшләй, бер үк ваҡытта Силәбе һәм уның яҡын тирәһе генераль планын проектлау һәм тормошҡа ашырыусы авторҙар коллективының етәксеһе лә була (1967).
1968 йылда кире ғилми һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенә ҡайта. 1971-1973 йылдарҙа ҡала төҙөлөшө кафедраһының мөдире була.
Урал ҡалаларының архитектура-планлаштырыу структураһы һәм уларҙы таратып формалаштырыу мәсьәләләре буйынса 1973 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Шулай уҡ хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советының өс саҡырылыш депутаты итеп һайлана (1963-1969), КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы, СССР Архитекторҙар союзының үҙәк идараһы ағзаһы.
Силәбелә 1973 авгусҡа тиклем эшләй, һуңынан Воронежға күсә, унда Воронеж инженер-төҙөлөш институтында уҡыта, архитектура проектлау кафедраһы мөдире була (1973-1989).
Баҫмалары
«Архитектура СССР», «Жилищное строительство», «На стройках России» матбуғат һәм фәнни журналдарындағы күп һанлы баҫмалар, шулай уҡ китаптар, уҡыу әсбаптары авторы.
- Челябинск: Десять путешествий по городу. — Ч., 1967. (соавт.: В. Я. Вохминцев, Л. Д. Константиновский, Р. Ф. Шнейвайс);
- Планировка и благоустройство города или поселка: Руководство к курсовому проекту. — Челябинск, 1973;
- Система расселения и архитектурно-планировочная структура городов Урала / В. Н. Лахтин. — М.: Стройиздат, 1977. — 128 с.
Әҙәбиәт
- Лукин И. Зодчий // Челябинский рабочий. 1973. — 4 мая.
- Учёные Южно-Уральского государственного университета / Сост. С. В. Тулинский. — Челябинск, 1998.
- По новому генплану // Бюллетень архитектуры. — 1999. — № 5.
- Лазарева И. В. Образцы профессионального мастерства — основа образования градостроителей // Вестник Южно-Уральского государственного университета. Серия: Строительство и архитектура. — 2005. — № 13. — С. 91-94.
Һылтанмалар
- Лахтин Владимир Николаевич // «Силәбе» энциклопедияһы.
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Малоярославец өйәҙендә тыуғандар
- 17 июлдә вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Воронежда вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Көньяҡ Урал дәүләт университеты уҡытыусылары
- Сталинград алышында ҡатнашыусылар
- Архитектура докторҙары
- Калуга өлкәһе Жуковта тыуғандар