Эстәлеккә күсергә

Косово географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Косово географияһы
Дәүләт  Косово
Топографик карта атлас Косово[d]
 Косово географияһы Викимилектә
Косово Республикаһының физик картаһы

Косово РеспубликаһыЕвропаның көньяҡ-көнсығышында Балҡан ярымутрауында урынлашҡан өлөшләтә танылған дәүләт.

Майҙаны — 10 887 км², халҡы — яҡынса 2,2 миллион кеше.

Дөйөм ҡылыҡһырлама

Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 550 метр тирәһе. Косово башлыса тауҙар менән ҡапланған, иң бейек нөктәһе — Албания менән сик буйында урынлашҡан Джяравица тауы (бейеклеге — 2656 метр). Шар-Планина тауҙары көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Македония Республикаһы сиге уйлап урынлашҡан. Башлыса Сербияла ятҡан Капаоник тауҙары Косовоның төньяҡ өлөшөн биләй. Республиканың баш ҡалаһы Пришитинанан көнбайышҡа табан ятҡан Дреница убалы өлкәһе ике тигеҙлекте айырып тора — көнбайыштан Аҡ Дрин йылғаһы буйлап һуҙылған Метохия тигеҙлеге һәм көнсығыштан Ситница йылғаһы буйлап һуҙылған Косово яланы тигеҙлеге.

Косово биләмәләрендә бер нисә ҙур йылғалар бар: Аҡ Дрин, Ситница, Көньяҡ Морава һәм Ибар. Уларҙан иң оҙоны — Аҡ Дрин (оҙонлоғо 175 км), ул Албанияның Кукес ҡалаһы эргәһендә Ҡара Дрин йылғаһы менән ҡушыла һәм Дрин йылғаһын барлыҡҡа килтерә. Аҡ Дрин йылғаһы бассей��ының майҙаны 4964 км² тәшкил итә.

Иң ҙур һыу ятҡылығы — Газивода һыуһаҡлағысы, уның күләме — 380 млн м³. Икенсе урында 113 млн м³ күләме менән Радонич һыуһаҡлағысы тора. Республикала Батлава (40 млн м³) һәм Бадовац (26 млн м³) күлдәре бар.

Шарлауыҡтары:

  • Радовац ауылы янында Аҡ Дрин йылғаһындағы шарлауыҡ (бейеклеге 25 метр).
  • Метохияла урынлашҡан Мируша шарлауыҡтары.
Климаты

Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ, әммә ул Адриатик диңгеҙҙән алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Климаты дымлы континенталь[1]. Был төбәк өсөн йылы йәй һәм һалҡын, ҡарлы ҡыш хас. Максималь йәйге температура — +30 °C, минималь ҡышҡы температура — −10 °C[2].

Халҡы

Халҡы — яҡынса 2,2 миллион кеше. Иң ҙур ҡала — республиканың баш ҡалаһы Приштина (яҡынса 200 мең кеше), икенсе урында — Призрен (180 000). Халыҡ тығыҙлығы — яҡынса 200 кеше/км2. Этник составы: башлыса албандар (88 %), сербтар (7 %), шулай уҡ төрөктәр, босняктар һәм сиғандар йәшәй[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Strahler и Strahler. «Физическая география»
  2. Geography 2013 йыл 21 июнь архивланған.
  3. Population. Kosovo State of the Environment Report 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.