Здобнова Зоя Петровна
Здобнова Зоя Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] РСФСР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 март 1926 (98 йәш) |
Тыуған урыны | Чистай, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | диалектолог |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Здобнова Зоя Петровна (25 март 1926 йыл) — тел белгесе, диалектолог. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Биографияһы
Зоя Петровна Здобнова 1926 йылдың 25 мартында Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһында тыуа. 1949 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. 1953 йылдан алып 2015 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһында эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия) урыҫ һөйләштәренең үҫешен, структураһын һәм типологияһын, перифериялағы урыҫ һөйләштәренең һәм төрки телдәр менән үҙ-ара тәьҫир итешеүен өйрәнеүгә арналған[1].
Зоя Петровна ярты быуатлыҡ тиерлек университет диалетологтарының эшмәкәрлеге менән етәкселек итә. З.П. Здобнова Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы территорияларында бер нисә тапҡыр диалектологик экспедицияларҙа ҡатнаша. Эш бында бер нисә фәнни программа буйынса алып барыла. Славистика контексында дөйөм славян лингвистик атласы өсөн лексик материалдар йыйыуҙа, эшкәртеүҙә һәм тасуирлауҙа ҡатнашыу, Зоя Петровна Здобнова типологияһын һәм Башҡортостанда урыҫ һөйләштәре атласын булдырыу, уның ғилми етәкселегендә Башҡортостандың урыҫ һөйләштәре һүҙлеген төҙөү иң әһәмиәтлеләре була. «Рус теленең диалектологик атласы», «Дөйөм славян лингвистик атласы» («Общеславянский лингвистический атлас»), «Рус халыҡ һөйләштәренең лексик атласы» («Лексический атлас русских народных говоров») өсөн лингвистик карталар төҙөү принциптарын эшләүҙә, материал йыйыуҙа, карталар төҙөүҙә һәм комментарийҙар биреүҙә ҡатнаша. Сағыштырма-тарихи һәм сағыштырма славистика Здобнованың һәм уның авторҙаштарының диссертацияларында, шулай уҡ уларҙың ғилми тикшеренеүҙәрендә сағылыш таба [2].«Башҡортостандың урыҫ һөйләштәре һүҙлеге»нең («Словарь русских говоров Башкирии»; 1993—2005) фәнни етәксеһе һәм төп авторы. Был һүҙлек төҙөү өҫтөндә авторҙар коллективының эше 1960 йылдан алып илле йыл дауам итә. 2005 йылда Башҡортостан «Ғилем» нәшриәтендә һүҙлектең дүртенсе (һуңғы) томы баҫылып сыға, ул ғилми һәм йәмәғәт даирәләрендә юғары баһаға лайыҡ була[3][4]. Был ҙур эште башҡарыуҙа барыһы 155 тораҡ пункт тикшерелә.
Рецензенттар билдәләүенсә, З.П. Здобнова «ватан лингвистик географияһы теорияһын һәм практикаһын, киңерәк - ареаль лингвистиканы үҫтереүгә, тасуирлау һәм тарихи диалектологияны үҫтереүгә, рус теле тарихының күп проблемаларын яҡтыртыуға ҙур өлөш индерә»[5].
100 ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡыу әсбабы авторы[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Выдающиеся отечественные ученые, внесшие большой вклад в развитие русской филологии . Дата обращения: 20 февраль 2024.
- ↑ Славянские этносы, языки и культурыв современном мире(недоступная ссылка)
- ↑ К 20-летию публикации первого тома «Словаря русских говоров Башкирии» под редакцией профессора Зои Петровны Здобново
- ↑ Отражение особенностей межкультурной коммуникации в лексике русских говоров Башкирии
- ↑ Людмила Аюпова, Юлия Ермолаева. Русской речи милое раздолье… Бельские просторы.. Дата обращения: 20 февраль 2024.
Һылтанмалар
- Здобнова Зоя Петровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2024)
- 25 мартта тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Татарстанда тыуғандар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профес��иональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Диалектологтар
- Профессорҙар
- Тел белгестәре
- Филология фәндәре докторҙары
- Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары
- Проект:Халыҡ мәҙәниәте һәм ҡатын-ҡыҙ 2024