Эстәлеккә күсергә

Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Юрматы кантоны, Башҡорт Совет Республикаhы[d]
Көҫәпҡол
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы (Хәйретдин улы); 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полк батареяһы разведчигы, гвардия старшинаһы.

Биографияһы

Мөхтәр Хәйҙәр улы Баһауетдинов 1921 йылда Башҡорт АССР-ының Юрматы кантоны Көҫәпҡол ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһы) тыуа. 1941 йылда Ишембай ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 275-се кавалерия полкында полк батареяһы элемтәсеһе булып хеҙмәт итә[2].

Батырлығы

Полк батареяһы разведчигы ҡыҙылармеец Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы 1942 йылдың 19 декабренән алып 26 декабргә тиклем арала даошмандың өс күҙәтеү пунктын таба, шуларҙың икеһе беҙҙең батареяларҙың уты менән юҡ ителә. Көслө дошман уты аҫтында ике тапҡыр элемтәнең өҙөлөүен булдырмай. Ул үҙе шәхсән 6 немец офицерын һәм һалдатын юҡ итә. 1942 йылдың 30 декабрендә дошмандың көслө уты аҫтынан яралы батарея командиры капитан Әхмәтйәновты алып сыға[3]. 1943 йылдың 1 ғинуарында яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар