Сәйфи Ҡудаш
Сәйфи Ҡудаш - Башҡортостандың халыҡ шағиры. 1894 йылда хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.
Автобиографияһы
- 1913 йылда тыуған ауылымдағы мәҙрәсәне тамамлағас, мин бәхет эҙләп, белемемде арттырыу өсөн аҡса эшләп табыу маҡсатында тәүге сәйәхәткә юлланырға ҡарар ҡылдым. Өй тулы бала-сағаһы булған әсәйемдән аҡса һорарға оялдым. Һораһам, әлбиттә, берәй малын һатып булһа ла, бирер ине. Еребеҙ бәләкәй ине, атай иртә мәрхүм булып ҡалды, мал да аҙ ине, ярлыларҙың балалары ғына күп була бит… Мин ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тоттом. Ул саҡта бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа юҡ ине, дала буйлап йәйәү атлайым, осраған һәр нәмәгә: ҡояшҡа, үләнгә, мине алға этәргән елгә һәм бигерәк тә кешеләргә ҡыуанам. Төндәрен ҡайҙа етәм, шунда – ҡуналҡала, ауылдарҙа үткәрәм.
Сәйәхәтселәрҙе кешеләр борон-борондан ихтирам итә торғайны, ҡунырға индерер, ҡайҙа һатып, ә күп осраҡта йәлләп ашарға ла бирер ине. Үҙебеҙҙең Келәш мәктәбендәге белемле уҡытыусыларҙан алған ярайһы уҡ яҡшы белемем арҡаһында мине ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡырҙылар. Ул саҡтағы бәхетле көндәремде ғүмерҙә онотаһым юҡ. Ике генә йыл. Әммә улар миңә күп нәмә бирҙе. Мин ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын өйрәндем, күп йырҙар ишеттем, аҡындар күп тарихтар һөйләне. Был изге күңелле, эшһөйәр халыҡты яратып киттем. Мин унда әҙәбиәттә үҙ көсөмдә тәүге тапҡыр һынап ҡараным. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тураһында ишеттем һәм Туҡай тураһында тәүге шиғырымды яҙҙым. Минең бик тә данлыҡлы “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡығым килә ине, унда дини белем менән бер рәттән донъяуи белем дә бирәләр ине бит. Һәм мин был бәхеткә ирештем, унда ҡаҙаҡ Бәйембәт Майлин, Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан кеүек яҡшы кешеләр менән дуҫлаштым. Ошонда мин тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури, Сәғит Рәмиевты күрҙем. Өс йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡыттым. 1925 йылда ғына Өфөгә күстем.
Тәүҙә “Башҡортостан” редакцияһында, һуңынан “Яңы ауыл”да эшләнем. Ошо ваҡытта Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫлашып киттем. Мәжит Ғафури үпкә туберкулезы менән сирле ине. Ул саҡта көслө дарыуҙар булманы. Башҡорт хөкүмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итә. Ғафуриҙың теләге буйынса был яуаплы эште миңә һәм Булат Ишемғоловҡа йөкмәттеләр. Беҙ көн-төн ал-ял белмәй эшләнек. Ләкин беҙгә эште тамамларға бирмәнеләр. Кемдеңдер ошаҡлауы арҡаһында мине “Етегән” тигән ниндәйҙер йәшерен ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеләр. Минең үҙемде тыңларға ла теләмәнеләр, партиянан сығарҙылар. “Октябрь” журналы мөхәррире булып эшләп йөрөгәнемдә эштән ҡыуҙылар. Ҡулға алыуҙан ҡурсалап, мине Ҡыйғы районына ебәрҙеләр