Эстәлеккә күсергә

Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
04:46, 16 август 2024 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 2 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 февраль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы (24 февраль 1969 йыл) — Рәсәй журналисы. «Постскриптум» программаһының махсус корреспонденты (ТВ Центр Москва). НТВ, Беренсе каналдың элекке хеҙмәткәре.

Рәмил Cөләймән улы Ғатауллин 1969 йылдың 24 февралендә Өфөлә күп балалы ғәиләлә тыуған. 39-сы мәктәптә белем алған. Рәмил Сөләймән улы хәҙер гимназия булып киткән тыуған мәктәбе менән әүҙем аралашып йәшәй. Уҡыусылар менән осрашыуҙары булып тора. 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай[1]. 2006 йылда Бөтә Рәсәй кинематография институтын (режиссёр неигрового кино) тамамлай.

Телевидениела 1992 йылдан эшләй башлай. Өфөлә тәүге дәүләттеке булмаған «Толпар» телевизион компанияһына журналист булып эшкә урынлаша. Башта корреспондент, аҙаҡ ГТРК «Башҡортостан» республикан телевидениеһында спорт программаһының авторы һәм алып барыусыһы була. Шулай уҡ, уға "3-сө канал"дың яңылыҡтарында алып барыусы, НТВ-ҙа стрингер вазифаларын тапшыралар[1].

"Башинформ"да «Сәйәсәт» бүлеге корреспонденты булып эшләй. 1992 йылдан. Башҡортостандың төп информацион агентлылығы барлыҡҡа килгән ваҡытынан алып, эшләй. Рәмил Сөләймән улының иҫләүенсә, ул саҡта «агентство»ға «Версия» газетаһы редакцияһы менән 15 квадрат метр майҙанлы бәләкәй генә бүлмәлә (Ленина, 7) бергә эшләргә тура килә. Мебель, 2-3 компьютерторған өҫтәлдәр ҡуйылған бүлмәлә эш урындары булмағас, мәҡәләләрҙе тубыҡҡа ҡуйып яҙырға тура килә. Ҡулдан яҙылған мәҡәләләр етәкселек аша тикшереү үткәс компьютер артында ултырған ҡыҙҙарға баҫырға тапшырыла. Бындай тәртип, Гафури урамындағы бинаға күскәс тә, дауам итә. Әммә унда һәр кем телефоны булған эш урыны менән тәьмин ителә. Әммә компьютерҙар етәкселәрҙә һәм текст йыйыусыларҙа ғына була. Мәскәүҙә 1997 йылдан: ВКТ-ла 31 каналындың "Ҡала яңылыҡтары"нда, Михаил Таратута менән (НТВ) "Русские горки"ла эшләй.

1998 йылда Беренсе каналдың «Хәйерле иртә» тапшырыуында алып барыусы була. Артабан «Время» программаһының корреспонденты булып китә. Әлеге ваҡытта Үҙәк телевизион каналда (ТВ Центр.)"Постскриптум" аҙналыҡ аналитик программаһының махсус корреспонденты булып эшләй[1]. 2013 йылдан «Однако» информацион-аналитик проектының күҙәтеүсеһе.

  1. ��� 1,0 1,1 1,2 Гатауллин Р. С. 2021 йыл 26 октябрь архивланған.