Хәсән Мөхтәр
Хәсән Мөхтәр | |
Исеме: |
Мөхтәров Хәсән Баһауетдин улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Иҫке Ҡамышлы ауылы[1] |
Вафат булған көнө: |
13 октябрь 1963 (61 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, тәржемәсе |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Тәүге ударсылар» (1933) |
Хәсән Мөхтәр, Мөхтәров Хәсән Баһауетдин улы (10 ноябрь 1901 йыл — 13 октябрь 1963 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәсән Баһауетдин улы Мөхтәров 1901 йылдың 10 ноябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[2] Иҫке Ҡамышлы ауылында тыуған.
Даими белем ала алмай, төрлө эштә йөрөй: 13 йәштән Өфөләге «Тормош», «Восток» гәзиттәре типографияһында хәреф йыя. 1916 йылда үҙ теләге менән Мурманск тимер юлын төҙөүгә китә. Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. Үҙ алдына уҡып урта мәктәп һынауын үтә. Омскийҙың Тау институтына имтихан бирә, сәләмәтлеге етмәү арҡаһында уҡый алмай. Өфөгә ҡайтып (1930), «Октябрьский натиск» типографияһына корректор булып эшкә төшә. Бер аҙҙан «Октябрь» журналына секретарь итеп күсерәләр. Ҡазанда (1932—1937) башҡорт китаптарын сығарыу буйынса мөхәррир, мөхәррир-контролер вазифаһын башҡара. 1940 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан китап нәшриәте директоры булып эшләй.
Х. Мөхтәр — тиҫтәнән артыҡ китап авторы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсән Мөхтәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү ��өнө: 9 ноябрь 2021)
- Мөхтәр Хәсән(недоступная ссылка)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Кушнаренко районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 10 ноябрҙә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- 13 октябрҙә вафат булғандар
- 1963 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан тәржемәселәре
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар