Морозов Александр Александрович
Морозов Александр Александрович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
Ҡалып:Инженер-конструктор, танкостроитель |
Наградалары һәм премиялары | |
Сайт | |
Морозов Александр Александрович Викимилектә | |
Морозов Александр Александрович (16 [29] октября 1904[1], Бежица, Орел губернаһы — 14 июнь, 1979, Харьков) — совет инженер-конструкторы, генерал-майор-инженер, Т-34 танкына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ике Тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ленин премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морозов Александр Александрович Бежицала (хәҙерге Брянскиҙең сиктәрендә) 1904 йылдың 3 (16) октябрендә тыуған.
1919 йылда, дөйөм белем биреү мәктәптәбенең алтынсы класынан һуң, Харьков паровоздар эшләү заводында сәркәтип-эш ҡағыҙҙары яҙыусы булып эшләй башлай. Һуңыраҡ копировщик(күсермәләр яһаусы), чертежсы һәм конструктор булып эшләй; тәүге Коммунар гусеницалы тракторҙарын эшләүҙә ҡатнаша.
1928 йылда РККА (ЭКҠА)-нан хеҙмәттән ҡайа, унда авиация авиабригадаһында техник-моторист булып хеҙмәт итә. 1929—1931 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү электр-техик институтында ситтән тороп уҡый, ҡалғандары ситтән тороп Мәскәү механика-м. в. ломоносов исемендәге электротехник институтын (1930 йылда был институт М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү автотрактор институты тип атала башлай, хәҙерге көндә Мәскәү дәүләт техник университетының «Мәскәү автомеханика институты»). 1930 йылдар аҙағында Морозов Александр Александрович Т-34 танкының прототиптары булған А-20 һәм А-32 танкыларын эшләүҙә`ҡатнаша.
Морозов Александр Александрович Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — Коминтерн исемендәге № 183 Харьков заводында баш конструктор була, 1941 йылдың октябрендә был завод Түбәнге Тагил ҡалаһына эвакуациялана.
А. А. Морозов Харьков немец фашистарынан азат ителгәндән һуң Харьков ҡалаһына ҡайта.
1951 йылдың ноябенән алып — машиналар Харьков машиналар төҙөү заводының Конструкторҙар бюроһында баш конструктор булып эшләй, 1966-1976 йылдарҙа — ул КБ-ның начальнигы була. Уның етәкселеге аҫтында Т-64 (1963), Т-64А (1966) танкылары эшләнә.
1976 йылдың июненән алып — Харьков машиналар төҙөү заводының Конструкторҙар бюроһында консультант һәм СССР Машиналар эшләү министрлығы Фәнни-техник советы ағзаһы.
СССР Юғары Советының 5-се саҡырылыш (1958-1962) депутаты. 1943 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. Генерал-майор-инженер (1945). Техник фәндәр докторы (1972).
Александр Александрович Морозов Харьков (УССР) ҡалаһында йәшәй. 1979 йылдың 14 июнендә вафат була. Харьковтың № 2 зыяратында ерләнгән.
Награда һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УССР-ҙың Атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе
- ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943, 1974)[2]
- өс Ленин ордены (июнь 1942, 1943, 1974);
- Октябрь Революцияһы ордены;
- i дәрәжә Кутузов ордены;
- II дәрәжә Суворов ордены;
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- миҙалдар;
- Ленин премияһы (1967)
- беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1942) — яңы типтағы урта танк («Т-34») конструкцияһын эшләү өсөн
- беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — яңы танк конструкцияһын эшләү һәм булған урта танк конструкцияһын камиллаштырыу өсөн
- икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1948) — яңы танк төҙөү өсөн («Т-54»)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Александрович Морозов хөрмәтенә аталғандар:
- А. А. Морозов исемендәге Харьков механика техникумы
- Машиналар төҙөүҙең махсус конструкторлыҡ бюроһы (танк)
- Харьковта һәм Балашовкалағы урамдар
Брянскиҙа Брянск машиналар эшләү заводы эргәһендәге Брянск ҡала мәҙәниәт һарайы алдында Морозов Александрға бюст ҡуйылған (1982 йылдың 8 майында асылған).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кошкин, Михаил Ильич
- Кучеренко, Николай Алексеевич
- Инженер-конструктор
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Морозов Александр Александрович - БСЭ, 3-е издание
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда товарищам Кочеткову Д. Е., Максареву Ю. Е., Морозову А. А. и Музрукову Б. Г.» от 20 января 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 28 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морозов А. А. Танки и люди. Дневник главного конструктора. — BTVT.narod.ru: Обработка записей, подготовка и оформление рукописи выполнена к.т. н. В. Л. Чернышевым, 2006.
- Листровой В., Слободин К. Конструктор Морозов. — М.: Политиздат, 1983. — 80 с. — (Герои Советской Родины).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морозов Александр Александрович . «Герои страны» сайты.
- Сайт, посвященный А. А. Морозову
- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- 14 июндә вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин премияһы лауреаттары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Техник фәндәр докторҙары
- КПСС ағзалары
- Генерал-майорҙар (СССР)
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- СССР инженерҙары
- Алфавит буйынса инженерҙар
- Харьковта вафат булғандар