Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ор��инатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
25 ғинуар юбилярҙары
тулы исемлек
Исламов Тимерғәли Әхмәтғәли улы (1940), ветеран-педагог. Ейәнсура районы Бикбау урта мәктәбенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы (1945), ғалим-инженер механик. 1963—1997 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1997—2009 йылдарҙа Өфөләге «Ҡатмарлы техник системаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау» ғилми үҙәк директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының бүлек мөдире, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмә��әре (2005).
Түлебаев Мөхәмәт Усман улы (1945), ветеран-педагог, ҡурайсы . 1963—1965 йылдарҙа һәм 1970 йылдан Белорет районы Шығай урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—2007 йылдарҙа мәктәптәге ҡурай түңәрәге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985), халыҡ ижады фестивале (1987; икеһе лә — Мәскәү), Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсы (Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы, 1990; Гран-при), Төбәк-ара ҡурай байрамы (Октябрьский ҡалаһы, 2005; Гран-при) лауреаты.
Ғәлин Рауил Әхтәрйән улы (1950), актёр. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Яңы Ҡыҙылъяр ауылынан.
Андреев Сергей Александрович (1960), спортсы , юғары категориялы тренер. Олимпия резервының Өфө ҡалаһындағы 7-се спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
Харисова Илмира Миңнулла ҡыҙы (1960—4.04.2007), ғалим-гигиенист, дәүләт хеҙмәткәре. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан — йәмәғәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире. 2001 йылдан Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы, 2003—2007 йылдарҙа – хакимиәт башлығы урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
Рәхимова Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (1970), театр актёры, педагог. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Башҡорт драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 2004—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. Башҡортостандың халыҡ артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Туйыш ауылынан.