Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы
Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (10 август 1918 йыл — 3 август 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының инструктор-снайперы, өлкән сержант. Барлығы 502 дошманды юҡ иткән (1944 йылдың 17 ғинуарына ҡарата).
Был мәҡәлә Сифатлы мәҡәләләргә кандидат. |
Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Маҡар ауылы, Маҡар улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы йәғни Башҡортостан автономияһы[1] | |||
Үлгән ваҡыты | ||||
Вафат урыны |
Маҡар ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы | |||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө |
Пехота | |||
Хәрби звание | Өлкән сержант | |||
Хәрби алыш/һуғыш |
Совет-фин һуғышы Бөйөк Ватан һуғышы:
| |||
Наградалар һәм премиялар |
Миҙалдар |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхәт Әбделхаҡ улы Әхмәтйәнов 1918 йылдың 10 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Маҡар ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Әбделхаҡ Әхмәтйән улы Ҡарамышев (1878—?) Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштары ветераны[2], 1937 йылда репрессияланған[3]. Милләте — башҡорт[4][5].
Маҡар урта мәктәбенең ете синыфын тамамлағас, 1935 йылда Бөрйән районының Әтек тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. Сермән педагогия училищеһында белем ала. Ситтән тороп Одесса ҡалаһындағы химик технология университетында уҡый[2].
1938 йылдың 15 апреленән Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә башлай. 1939 йылдың 30 ноябренән 1940 йылдың 13 мартына тиклем совет-фин һуғышында ҡатнаша[4][5].
1941 йылдың 22 июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, июлдә 166-сы махсус уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 5 авгусында контузия ала, артабан 549-сы махсус уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 5 ғинуарында Калинин фронтында яралана[4][5]. 1942 йылдың авгусынан Ленинград фронтының Ораниенбаум плацдармында хеҙмәт итә башлай[6].
1942 йылдың 11 ноябрендә 83 дошманды юҡ иткәне һәм 25 снайпер әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына лайыҡ була[4]. 1942 йылдан — ВКП (б) ағзаһы[5]. 1943 йылдың 5 июнендә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[7]. 1943 йылдың 26 сентябрендә 359 дошманды юҡ иткәне һәм полкта 106 снайперҙы әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[5]. 1944 йылдың 17 ғинуарына ҡарата дошмандың барлығы 502 офицерын һәм һалдатын юҡ итә[8][9].
1944 йылдың 1 майында госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, икенсе төркөм инвалиды бирелеп демобилизациялана. 1944 йылдың 1 июленән Маҡар урта мәктәбе директоры һәм шул уҡ ваҡытта Маҡар район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. 1947 йылдың 23 мартынан 1949 йылдың 5 июленә тиклем Маҡар районының Һайран һәм артабан бер йыл дауамында Аҙнай урта мәктәптәренең директоры була. 1950 йылдан Бишбүләк районының Яңы Бикташ мәктәбендә директор вазифаһын үтәй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 11.11.1942 — Ленинград фронты буйынса 02364/11 һанлы приказға ярашлы, 83 дошманды юҡ иткәне һәм 25 снайпер әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы яугиры өлкән сержант Әхмәтйәнов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[4];
- 05.06.1943 — СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Ленинградты ҡаһармандарса обороналауҙа ҡатнашҡан өсөн «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[7];
- 26.09.1943 — Ленинград фронты буйынса приказға ярашлы, 359 дошманды юҡ иткәне һәм полкта 106 снайперҙы әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы яугиры өлкән сержант Әхмәтйәнов II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[5].
Хәтер
үҙгәртергә- 1983 йылда «Венок славы» антологияһының 3-сө томында Виталий Василевскийҙың «Удар в ночи» хикәйәһе сыға, бында 1942 йылда Ленинград тирәһендә һуғышҡан снайпер сержант Романцовтың батырлыҡтары һүрәтләнә. Уның прототибы Виталий Василевскийҙың полкташы, Ленинград фронтының иң яҡшы снайперҙарының береһе Әхәт Әхмәтйәнов була.
- 2013 йылда Маҡар ауылында Әхәт Әхмәтйәнов йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыла[10].
- 2019 йылда Маҡар ауылында Әхәт Әхмәтйәнов һәйкәле асыла[11].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны Нажиә Ибраһимова менән бергә биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр[10].
Факттар
үҙгәртергә- Әхәт Әхмәтйәнов өйрәткән снайперҙар Федосий Смолячковҡа — 126, Владимир Пчелинцевҡа 152 дошманды юҡ иткән өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[6].
- Уның 200-ҙән ашыу өйрәнсек-снайперы барлығы 2300 дошманды юҡ иткән[2][10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Вәхитов Ф. Снайпер // Ағиҙел : журнал. — 2013. — № 5.
- ↑ Карамышев Абдулхак Ахмедьянович// Книга памяти Республики Башкортостан . Жертвы политического террора в СССР. Дата обращения: 27 октябрь 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Наградной лист к ордену «Красная Звезда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 75, л. 179)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Наградной лист к ордену «Отечественной войны II степени» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон ��азаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1144, л. 38)
- ↑ 6,0 6,1 Арғынбаев К. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш // Башҡортостан : гәзит. — 2014.
- ↑ 7,0 7,1 Акт к награждению медалью «За оборону Ленинграда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 6749, оп. 95427, д. 2)
- ↑ Ахат Ахметьянов истребил 502 немца // Красная Звезда : газета. — 1944. — № 15.
- ↑ Лебедев А. Советский снайперский террор против Вермахта // Военное обозрение. — 2012.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Юлтимирова А. А. «Счёт мести» Ахметьянова // Вечерний Петербург : газета. — 2014. — № 13 (25041). — С. 4.
- ↑ Нормундс Калькис. В Ишимбайском районе открыли памятник легендарному снайперу Ахату Ахметьянову . Филиал ФГУП ВГТРК ГТРК «Башкортостан» (8 май 2019). Дата обращения: 12 май 2019. 2019 йыл 13 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ахметьянова А. «Счет мести» — личный вклад в победу: к 68-ой годовщине окончания Второй мировой войны // Восход. — 2013. — 29 августа — С.3.
- Вахитов Ф. Настоящий герой // Ватандаш. — 2012. — № 2. — ISSN 1683-3554.
- Вахитов Ф. В списке героев не значится 2016 йыл 5 март архивланған. // газета «Истоки». — 2010. — 24 февраля — С.13.
- Гилязова Р. Мастер меткого огня 2015 йыл 8 декабрь архивланған. // Белебеевские известия. — 05.05.2012.
- Гордон М. И. Невский, 2. Записки редактора фронтовой газеты / Л.: Лениздат, 1976. — 368 с.
- Сныткина М. Его подвиг в сердце сохраним: в с. Макарово установили мемориальную доску в память о знаменитом снайпере А. Ахметьянове // Восход. — 2013. — 3 октября — С.1.
- Юлтимирова А. А. «Счёт мести» Ахметьянова // Вечерний Петербург : газета. — 2014. — № 13 (25041). — С. 4.
- Старший сержант Ахметьянов // Боевое знамя : газета.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Поединок снайперов // Красная Звезда : газета. — 1943. — № 305 (5676). — С. 3.
- Ахат Ахметьянов истребил 502 немца // Красная Звезда : газета. — 1944. — № 15.
- Боевая дружба фронтов // Красная Звезда : газета. — 1944. — № 76.
Документтар
үҙгәртергә- Наградной лист к ордену «Отечественной войны II степени» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1144, л. 38)
- Наградной лист к ордену «Красная Звезда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 75, л. 179)
- Акт к награждению медалью «За оборону Ленинграда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 6749, оп. 95427, д. 2)
- Документ военно-пересылочного пункта от 30 мая 1942 года.
- Документ военно-пересылочного пункта от 17 февраля 1944 го��а.