Әминев Әмир Мөхәмәт улы
Әмир Мөхәмәт улы Әминев (1953 йылдың 1 ғинуары, БАССР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылы) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022)[1].
Әмир Әминев | |
Исеме: |
Әминев Әмир Мөхәмәт улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
БАССР, Ғафури районы, Һабай ауыл |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусыһы, прозаик |
Ижад йылдары: |
1975 йылдан |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Турат», 1975 |
Биографияһы
үҙгәртергә- Әмир Мөхәмәт улы Әминев 1953 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Һабай ауылында тыуа.
- Ауылында башланғыс, унан Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем ала.
- Әрме сафтарында хеҙмәт итә.
- 1975—1980 йылдарҙа Халыҡтар дуҫлығы орденлы М. Горький исемендәге Мәскәү Әҙәбиәт институтында уҡый.
- Институттан һуң Өфөгә ҡайта һәм 18 йыл «Ағиҙел» журналы редакцияһында хеҙмәткәр, яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
- 1998—2002 йылдарҙа «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире.
- 2002—2016 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире.
Ижады
үҙгәртергәӘҙиптең «Турат» исемле тәүге хикәйәһе 1975 йылда «Ағиҙел» журналында донъя күрә, ә «Ҡайын япрағы» тип аталған беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1981 йылда нәшер ителә. 1989 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уның «Йәшлек моңдары» тигән икенсе китабы баҫыла. Унан һуң бер-бер артлы «Сөңгөл», «Ҡапҡа» һ.б. китаптары донъя күрә.
Әҫәрҙәренә материалдарҙы әҙип, нигеҙҙә, ауыл тормошонан ала. Йәштәрҙең эскерһеҙ мөхәббәте, шәхестең кешеләр, йәмғиәт алдында яуаплылығы, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, үткәндәргә, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш — Әмир Әминев ижадының төп темалары. Ижадына шулай уҡ сюжет, композиция, форма өлкәһендә эҙләнеүҙәр ҙә хас.
Яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Мәскәүҙә йәшәгән һәм русса ижад иткән башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың прозаһын башҡорт уҡыусыһына башлап еткереүсе ул булды. Шулай уҡ башҡорт ��еленә Камил Йыһаншин, рус яҙыусыһы Александр Платонов әҫәрҙәрен тәржемә итте. Хәҙерге башҡорт прозаһы тураһында төплө, етди мәҡәләләр авторы.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Ҡайын япрағы. — Өфө., 1981;
- Йәшлек моңдары. — Өфө, 1989;
- Сөңгөл: Повесть, хикәйәләр. — Өфө, 2001;
- Ҡапҡа: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, 2003;
- Бер кәмәлә:Повестар, хикәйәләр. — Өфө, 2016.
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993 й.).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2022)[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Башкирии появилось 3 новых народных писателя и 1 народный поэт . Аргументы и факты. Кфа. Дата обращения: 17 декабрь 2020.
- ↑ Халыҡ яҙыусылары, шағирҙары рәте тулыланды
Һылтанмалар
үҙгәртергәБыл мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |