Ҡаҙаҡ (ҡала)
Ҡаҙаҡ (рус. Газах, әзерб. Qazax) — Әзербайжандың көнбайышындағы ҡала, Ҡаҙаҡ районының административ үҙәге. Акстафа йылғаһы буйында, диңгеҙ кимәленән 323 м бейеклектә, Агстафа ҡалаһы тимер юл станцияһынан 9 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Ҡаҙаҡ | |
әзерб. Qazax | |
Нигеҙләү датаһы | 1909 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Казах, Новая Акстафа һәм Казах |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ үҙәге | Ҡаҙаҡ өйәҙе[d] һәм Газахский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Газахский район[d], Ҡаҙаҡ өйәҙе[d] һәм Ганджинский округ[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
Халыҡ һаны | 28 000 кеше (2019) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 381 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Тракай[d][1][2] |
Майҙан | 10 км² |
Почта индексы | AZ 3500 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q32929405? |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Q19404373? |
Ҡаҙаҡ Викимилектә |
Ҡала майҙаны — 699 км2. Бында 82500-ҙән ашыу кеше йәшәй.[3]
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуатта Ҡаҙаҡ Ҡаҙаҡ солтанатының баш ҡалаһы булған. Рәсәй империяһында ҡала Елизаветполь губернаһы Ҡаҙаҡ өйәҙенең административ үҙәге, Елизаветполь губерна ҡалаһынан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
1909 йылда Ҡаҙаҡ ҡала статусы ала[4]. 1918 йылда Гори ҡалаһында Ҡаҙаҡ уҡытыусылар семинарияһы асылған, уның беренсе директоры Фиридун-бек Кочарлинский булған. 1930 йылдан — Әзербайжандың Ҡаҙаҡ районының административ үҙәге[5]
Мәҙәниәте
үҙгәртергәҠаҙаҡ районында донъя, милли һәм урындағы әһәмиәткә эйә 112 тарихи ҡомартҡы бар. Уларҙың 54-е — археология, 46-һы — архитектура , 7 монументаль-тарихи һәйкәл, 5 биҙәү-ҡулланма сәнғәте ҡомартҡыһы.
Ҡаҙаҡтың үҙендә 112 ҡомартҡы һаҡлана: улар араһында Дамджили мәмерйә торанҡаһы, 6-сы быуат албан ҡорамы, Ҡыҙыл күпер (12 быуат) һәм башҡалар.
Иҡтисады
үҙгәртергәҠалала келәм етештереү, мамыҡ иләү фабрикаһы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, ауыл хужалығы техникумы, медицина училищеһын, халыҡ театры урынлашҡан. Совет йылдарында уҡ Ҡаҙаҡ ҡалаһы әзербайжан оҙон өбөрҫөлө келәм етештереү үҙәге һаналған[6]
Галерея
үҙгәртергә-
Ҡаҙаҡ уҡытыусылар семинарияһы уҡытыусылары һәм тамамлаусылары 1924 йылда
-
Ҡаҙаҡ ҡалаһындағы боронғо мәсет
-
Ҡаҙаҡ ҡалаһында XVIII быуатта ��уҡылған келәм. Төрөк һәм ислам сәнғәте музейы , Стамбул
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.trakai.lt/index.php?813797980
- ↑ https://www.trakai.lt/gyventojams/tarptautinis-bendradarbiavimas/miestai-partneriai/631
- ↑ Газах (әзерб.). azerbaijans.com. Дата обращения: 30 сентябрь 2018.
- ↑ Казах — статья из Большой советской энциклопедии
- ↑ Город Газах (Азербайджан) . geogoroda.ru (12 июнь 2016). Дата обращения: 30 сентябрь 2018.
- ↑ Виды азербайджанских ковров: от простого к сложному
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [ Казах] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Казах // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)